Хәбирова Светлана Әсхәт ҡыҙы
Хәбирова Светлана Әсхәт ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() |
Тыуған көнө | 12 март 1978 (45 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тяжелоатлет |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт физик культура университеты |
Ауырлығы | 69 килограмм |
Спорт төрө | Ауыр атлетика |
Ҡатнашыусы | Йәйге Олимпия уйындары 2000[d][1] |
Бейеклеге/буйы | 163 сантиметр |
Хәбирова Светлана Әсхәт ҡыҙы (12 март 1978 йыл) — спортсы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994), ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
69 кг, 75 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай, донъя чемпионы. 69 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ырғымда (105,5 кг) һәм күтәреүҙә — 137,5 кг (2001) Рәсәй рекордсыһы; 75 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа һәм Рәсәй рекордсыһы: ырғымда — 110 кг; күтәреүҙә — 135 кг; ике төр ярыш суммаһы — 245 кг (2000). Үҫмер спортсылар араһында 8 тапҡыр донъя рекордсыһы (1997). Сиднейҙа (Австралия, 2000) Олимпиада Уйындарында ҡатнашыусы.
Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ҡыҙҙар араһында Европа чемпионы — 1994;
- үҫмер спортсылар араһында ике тапҡыр донъя чемпионы — 1995, 1996
- үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионы — 1997
- ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионатының көмөш призеры — 1998, 2002
- ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионы — 1999 йыл (Болгария);
- донъя чемпионы — 2002
- вице-донъя чемпионы — 2001
2000 йылда Сиднейҙа — Олимпиадала 6-сы урында була.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Каучук» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — П. И. Никитин). Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1994), Урал дәүләт физик культура университетын тамамлай.
1994—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе, ә 1994—2004 йылдарҙа — Рәсәй Хәрби Һауа көстәренең 464-се спорт-күнекмәләр үҙәге өсөн сығыш яһай. Ярыштарҙа Саха́ Республикаһы һәм ЦСКА вәкиле булып сығыш яһай.
Рәсәй үҫмерҙәр милли йыйылма командаһы (1994—2004) ағзаһы.
Салехардта йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994
- Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000)
- Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (2000) Почёт билдәһе,
- «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» (1995) Почёт билдәһе.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Sports-Reference.com (ингл.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башкирская энциклопедия — Хабирова Светлана Асхатовна 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2018)
- Сайт «Спортсмены Ямала»