Хәзиәхмәтов Фаил Сабирйән улы
Хәзиәхмәтов Фаил Сабирйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 14 ноябрь 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны |
Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Үрмәт, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Хәзиәхмәтов Фаил Сабирйән улы (14 ноябрь 1956 йыл) — зоотехник. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәзиәхмәтов Фаил Сабирйән улы 1956 йылдың 14 ноябрендә Башҡорт АССР-ының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрмәт ауылында тыуған. 1976 йылда Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң Илеш районының Ленин исемендәге колхозында зоотехник булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1976—1978 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1983 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетын тик яҡшы билдәләренә тамамлай һәм институтта эшкә ҡалдырыла. 1983—1991 йылдарҙа ауыл хужалығы малдарын ашатыу кафедраһы ассистенты, ә 1991—1995 йылдарҙа доценты. Фәнни тикшеренеүҙәр һәм асыштар һөҙөмтәһе буйынса «Иң яҡшы фәнни студент эше» алтын миҙалы (1983) һәм СССР ВДНХ-ның көмөш миҙалы (1989) менән бүләкләнә[2][3].
1990 йылда Мәскәү ветеринария академияһы аспирантураһын ситтән тороп тамамлай һәм ауыл хужалығы фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай. 1995 йылдың октябренән 2002 йылдың мартына тиклем дәүләт хеҙмәте вазифаларында: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр палатаһындағы бүлектә баш белгес, агросәнәғәт комплексы начальнигы, сауҙа идаралығы начальнигы урынбаҫары, агросәнәғәт комплексы идаралығы начальнигы, Өфө ҡала хакимиәтенең агросәнәғәт комплексы Баш идаралығы һәм ҡулланыу баҙары начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1 класлы Дәүләт советнигы. 2002 йылдың апреленән 2004 йылдың майына тиклем Башҡорт ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институтының «Комфорт-плюс» ЯСЙ-һы, «Башснаб» Сауҙа Йорто ЯСЙ-һы һәм «Алтын Баҫыу» Сауҙа Йорто ЯСЙ-һының коммерция директоры, директор урынбаҫары, директоры, генераль директоры. Төрлө вазифаларҙа эшләп, 1995—2004 йылдарҙа бер үк ваҡытта ауыл хужалығы малдарын ашатыу кафедраһы доценты, 2004—2006 йылдарҙа доцент, 2006—2008 йылдарҙа кафедра мөдире, 2008—2010 йылдарҙа — малдарҙы ашатыу һәм физиология кафедраһы мөдире, 2010—2012 йылдарҙа — биология-технология факультеты деканы, 2012—2016 йылдарҙа — биотехнологиялар һәм ветеринар медицинаһы факультеты деканы, ә 2016 йылдың 25 февраленән алып бөгөнгө көнгә тиклем физиология, биохимия һәм малдарҙы ашатыу кафедраһы профессоры булып эшләй[2][1][3].
Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығы малдары рационында аҡһымға бай мал аҙыҡтарын файҙаланыу юлы менәнн малсылыҡтың тулы ҡиммәтле мал аҙағы базаһын булдырыу буйынса тикшеренеүҙәргә арналған. Фаил Сабирйән улы ҡатнашлығында юғары продуктлы һөт малдарын ашатыу системаһы эшләнә. 420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 12 китап баҫтырып сығарған[1].
Фәнни баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Нормированное кормление сельскохозяйственных животных» (Уфа: 2004; СПб: Лань, 2005),
- «Рациональное кормление животных» (СПб: Лань, 2011),
- «Практическое собаководство» (СПб: Лань, 2012) и рекомендаций производству (с грифом МСХ РБ):
- «Использование кормов из рапса, козлятника восточного и сои в кормлении сельскохозяйственных животных» (2001),
- «Использование заменителей цельного молока (ЗЦМ) в животноводстве» (2004),
- «Интенсивные технологии кормления сельскохозяйственных животных» (2005),
- "Создание кормовой базы и кормление высокопродуктивного крупного рогатого скота в условиях реализации национального проекта «Развитие АПК» (2007),
- «Современная система кормления высокопродуктивного молочного скота» (с грифом и по гранту МСХ РФ, 2009),
- «Рекомендации по вопросам организации и ведения отрасли мясного скотоводства в Башкортостане» (2010),
- «Ресурсосберегающая технология ведения мясного скотоводства» (2011),
- «Особенности заготовки кормов в условиях засухи и рационального их использования в зимне-стойловый период» (2010, 2012, 2014),
- «Основы современного производства молока» (2012, 2014),
- «Ресурсосберегающая технология ведения мясного скотоводства» (с грифом МСХ РФ, 2012),
- «Организация производства говядины при различных технологиях содержания мясного скота» (2014).
Монографиялары:
- «Повышение полноценности кормления свиней» (2005),
- «Интенсификация производства свинины при использовании нетрадиционных кормов и добавок» (2006)
- «Козлятник восточный в рационах свиней» (2008)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— «Ученые России» Интернет-энциклопедияһы ҡатнашсыһы.
— Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005)