Хәлимов Андалис Ғариф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлимов Андалис Ғариф улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 26 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Яңы Балаҡ, Рәжәп ауыл Советы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәлимов Андалис Ғариф улы (26 октябрь 1941 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер механик. 1969 йылдан Өфө нефть институты (1985 йылға тиклем Салауат ҡалаһындағы филиалы) һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Өфөләге «Технология, экспертиза һәм ышаныслылыҡ» ғилми-техник үҙәгенең генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). [1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Андалис Ғариф улы Хәлимов 1941 йылдың 26 октябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Саҡмағош районы Яңы Балаҡ ауылында тыуған. 1969 йылда Өфө нефть институтын тамамлай һәм шул уҡ йылда вуздың Салауат филиалында хеҙмәт юлын башлай. «Металлдар технологияһы» кафедраһында башта ассистент, аҙаҡ өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләй. 1985 йылдан Өфө нефть институтында: «Технология нефтяного аппаратостроения» кафедраһы доценты, профессоры. Бер үк ваҡытта 1999 йылдан алып Өфөнөң «Технология, экспертиза һәм ышаныслылыҡ» ғилми‑техник үҙәгендә генераль директор[1][2].

Башҡа металдар әҙ ҡатыштырылған, утҡа сыҙамлы һәм тутыҡмаусы ҡоростарҙы иретеп йәбештереү технологик процестары, аппараттарҙың һәм үткәргес торбаларҙың торошон һәм хәүефһеҙ эксплуатациялау ресурсын эксперт баһалау буйынса белгес. Хәлимов Андалис Ғариф улының фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ химияһы ҡорамалдарын, газ бүлеү һәм газ менән тәьмин итеү системаларын эшләү, ремонтлау, диагностикалау технологияларын камиллаштырыу һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү менән бәйле. Торбанан торған мейестең эре күләмле уралма торбаһын термик эшкәртеүҙең ресурстарҙы һаҡлаусы технологияһын эшләй һәм ҡулланыуға индерә[2]. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография һәм 1 уйлап табыу авторы[1].

Фәнни баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Технологическое обеспечение безопасности нефтегазохимического оборудования. Уфа, 2005 (авторҙаш);
  • Работоспособность сварного оборудования из жаропрочных хромистых сталей. СПб., 2008 (авторҙаш);
  • Техническая диагностика и оценка ресурса нефтегазохимического оборудования. СПб., 2012 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001)

Өҫтәлмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]