Хәмзә мәсете
Мәсет | |
Хәмзә хажи мәсете
| |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Ҡала | Өфө |
Төҙөлөш | 1996—2006 йылдар |
Мәсет Викимилектә |
Хәмзә мәсете — Өфөләге мосолман дини ойошмаһы (Башҡортостан Республикаһы). Адресы: Өфө ҡалаһы, Юрий Гагарин урамы, 16-сы йорт.
Имам-хатип — Кәримбирҙиев Тулҡын хәҙрәт.
Мәсет Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан. Мәсет Хәмзә хажи Ғәлләмовтың шәхси аҡсаһына төҙөлгән. Проект авторы — Хәмзә хажи Ғәлләмов. Төҙөлөш ун йыл дауамында (1996—2006) барған, 2006 йылда Һупайлы һәм Октябрь районы мосолмандары тантаналы рәүештә асылған мәсеткә инә алдылар. Мәсет үҙенең ябайлығы менән айырылып тора: алыҫтан йәшел ҡыйығы, бейек булмаған манараһы, аҡ диуарҙары күренә. Мәсет заманса бейек йорттар араһында юғалып ҡалмай, ҡояш яҡтыһы төшкән бәләкәй утрау һымаҡ күҙ яуын ала[1]. Бөгөнгө көндә комплексҡа мәсет һәм Никах йорто (2011) инә. Никах йортонда никах, балаға исем ҡушыу саралары үткәрелә.
Йома намаҙҙарында яҡынса 500 диниҙәр ҡатнаша. Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында килеүселәрҙең һаны күпкә арта. Мәсеттә дәрестәр үткәрелә: дүшәмбе, шишәмбе көндәрендә — башлаусылар өсөн; шаршамбы, кесазна көндәрендә — дауам итеүселәр өсөн. Йәкшәмбе көнө мәктәпкәсә һәм уҡыусы балалар өсөн (бөгөнгө көндә 60 бала йөрөй) һәм ата-әсәләр өсөн ғаилә дәрестәре ойошторола. Йыл һайын балалар өсөн 2 байрам уҙғарыла: Мәүлит байрамы (Мөхәммәт (صلى الله عليه وسلم) Пәйғәмбәрҙең тыуған көнө) һәм Балаларҙы һаҡлау көнө (День защиты детей). Ҡөрьән сүрәләрен яттан уҡыу буйынса, шиғырҙар конкурстары, рәсем күргәҙмәләре үткәрелә. Рамаҙан айында мәсеттә ифтарҙар ойошторола. Бөтә ғибәҙәттәр, дәрестәр һәм саралар Әбү Хәнифә мәзхәбе буйынса үткәрелә.
2017 йылдың июненән алып «Познание» исемле мәсет гәзите сығарыла, гәзиттә мәсет яңылыҡтары һәм кәрәкле дини мәғлүмәттәр баҫтырыла.
2016 йылдың аҙағынан 2017 йылдың май айына тиклем мәсеттә ремонт үткәрелде. Мәсет бинаһы тыш яҡтан һәм эстән ремонтланды (электр яҡтылығы, тауыш аппаратураһы яңыртылды, иҙән йылытылды, комплекс яңы ҡойма менән уратылды). Киләсәктә тәһәрәтхана төҙөү, шулай уҡ комплекстың эргә-тирәһен тәртипкә килтереу планлаштырылған.
Проект буйынса «Хәмзә мәсете» берҙәм мосолман архитектура комплексына, мәсеттән тыш, мөһим биналар ингән була: административ бина, мәҙрәсә, аҙыҡ-түлек рәттәре, хәләл-кафе, Никах йорто[2]. Хәмзә Искәндәр улы Ғәлләмовтың башҡа төрлө тормошҡа ашыраһы хыялдары ла була: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн интернат; мәйетте йыуыу, кәфенләү, йыназа уҡыу өсөн махсус бина[3]. 2010 йылда Өфө властары мәсетте емерергә ниәтләүе тураһында мәғлүмәт була[4]. Суд ҡарарына ярашлы «Хәмзә мәсете» комплексы территорияһында мәсет һәм Никах йорто ғына ҡалдырыла, башҡа бина-ҡаралтылар законһыҙ төҙөлгән, тип табыла һәм емерелә.
2019 йылдың 3 ноябрендә Хәмзә мәсетенең икенсе ҡатында янғын сыға. Янғын тураһында 21 сәғәт 48 минутта билдәле була. Бик тиҙ арала һүндереүгә ҡарамаҫтан, мәсеткә бик ныҡ зыян килтерелә[5]. Ремонт үткәреү өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан ителә.