Хәтижә Шүкриә солтан
Хәтижә Шүкриә солтан | |
ғосман. شکریه سلطان | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Наградалары һәм премиялары | |
Хәтижә Шүкриә солта́н (төр. Hatice Şükriye Sultan; 24 февраль 1906 йыл, Истанбул — 1 апрель 1972, шунда уҡ) — ғосман принцессаһы, ғосман тәхете дауамсыһы Абдулғәзиз солтандың улы Йософ Ғиззәтдин әфәнденең ҡыҙы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтижә Шүкриә солтан 1906 йылдың 24 февралендә[1] атаһының Чамлыждағы айырым бай йортонда тыуған[2]. Уның атаһы Йософ Ғиззәтдин әфәнде, әсәһе — Леман Ханым-әфәнде. Ул ата-әсәһенең өлкән балаһы була. Ғаиләлә тағы апаларынан ике йәшкә кесе Мәһмәд Низаметдин әфәнди (Şehzade Mehmed Nizameddin) һәм ун йәшкә кесе Миһришаһ солтан Mihrişah Sultan (daughter of Şehzade Izzeddin - Йософ Ғиззәтдин әфәнденең ҡыҙы) булған. Шүкриә Абдулғәзиз һәм уның баш ҡатыны Дүрринев Ҡадын-әфәнденең ейәнсәре[1].
Шүкриә солтандың тәүге ире — өс туған ағаһы Мәһмәд Шәрафетдин әфәнде (Şehzade Mehmed Şerafeddin)[3][1], Сәлим Сөләймән әфәнденең (Şehzade Selim Süleyman) улы һәм солтан Абдулмәжит I-нең ейәне [4]. Туй 1923 йылдың 14 ноябрендә[5] Нишанташи йортонда була. 1924 йылдың мартында, династия ағзалары Төркиәнән ҡыуылғандан һуң, Шүкриә ире менән Парижға күсеп китә, улар унда 1925 йылға тиклем йәшәй[6], ә һуңынан Бейрутҡа күсәләр, 1927 йылда улар айырылыша[6].
1935 йылдың 4 сентябрендә Шүкриә Ҡаһирәлә Әхмәт әл-Жабер әс-Саәбәхкә кейәүгә сыға, ике йылдан улар айырылыша.
1938 йылдың 10 февралендә Зиүәр пашаның улы Миҙхәт бей менән никахлаша[7][8]. 1944 йылда Ғосмандар йорто башлығын һайлағанда, Шүкриә кейәүе Ғосманоғлы Ғүмәр Фәруҡ яҡлы була, әммә һөҙөмтәлә Ғосманоғлы Әхмәт Ниһад[9], Мурат V-нең ейәне башлыҡ була.
1949 йылдың апрелендә Шүкриә Мәһмәт Шәфиҡ Зияға (1894—1980)[3], төрөк-кипр сығышлы америка гражданына кейәүгә сыға[7][8]. 1952 йылда, бпатша ҡыҙҙарына ҡарата ҡыуыу законы юҡҡа сыҡҡпандан һуң, ире һәм һеңлеһе менән Истанбулға ҡайта. Шүкриә Чамлыжа виллаһында урынлаша[10][11].
Шүкриә солтан 1972 йылдың 1 апрелендә 66 йәшендә вафат була һәм Истанбулда ҡарт олатаһы Мәхмүт II кәшәнәһендә ерләнә[2]. Мәһмәт Шәфиҡ Мәһмәт Абдулҡадир әфенденең ҡыҙы Нәслишаһ солтанға (Neslişah Sultan) өйләнә[12].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтижә Шүкриә түбәндәге бүләктәргә лайыҡ булған[13]:
- Ғосмандар Йорто ордены
- I дәрәжә Мәрхәмәтлек ордены
- Почёт ордены (Ғосман империяһы)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Alderson, 1956, table XLVIII
- ↑ 2,0 2,1 Adra Jamil. Genealogy of the Imperial Ottoman Family 2005. — 2005. — P. 15, 27.
- ↑ 3,0 3,1 Bir şehzadenin hâtırâtı: vatan ve menfâda gördüklerim ve işittiklerim. — YKY, 2004. — P. 441. — ISBN 978-9-750-80878-4.
- ↑ Alderson, 1956, table XLVII
- ↑ Alderson, 1956, table XLVII, XLVIII
- ↑ 6,0 6,1 Milanlıoğlu Neval. Emine Naciye Sultan'ın Hayatı (1896-1957). — 2011. — P. 13 r. 55, 126–27.
- ↑ 7,0 7,1 Şehzade Yusuf İzzeddin öldürüldü mü, intihar mı etti?. — Selis, 2005. — P. 16. — ISBN 978-975-8724-47-5.
- ↑ 8,0 8,1 Tahsin Yıldırım. Veliaht Yusuf İzzeddin. — Çatı Yayıncılık, 2006. — ISBN 978-975-8845-21-7.
- ↑ Bardakçı Murat. Neslishah: The Last Ottoman Princess. — Oxford University Press, 2017. — P. 207. — ISBN 978-9-774-16837-6.
- ↑ İstanbul ansiklopedisi. — Kültür Bakanlığı, 1994. — P. 536. — ISBN 978-9-757-30607-8.
- ↑ Üsküdar Sempozyumu: Bildiriler. — Üsküdar Belediyesi, 2005. — P. 344. — ISBN 978-9-759-20195-1.
- ↑ Bardakçı Murat. Son Osmanlılar: Osmanlı hanedanının sürgün ve miras öyküsü. — 2008. — P. 176. — ISBN 978-9-751-02616-3.
- ↑ Virgül, Issues 80-83. — Pusula Yayıncılık, 2005. — P. 41.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Alderson An. D. The Structure of the Ottoman Dynasty (инг.). — Oxford: Clarendon Press, 1956. — 186 p.