Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы
| Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1 сентябрь 1923 |
| Тыуған урыны | Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | 6 апрель 1993 (69 йәш) |
| Вафат булған урыны | Мәсетле районы, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй |
| Һөнәр төрө | колхозник |
| Әһәмиәтле урын | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |

Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы[1] (рус. Хатмуллина Нажиба Галимьяновна; (1 сентябрь 1923 йыл — 6 апрель 1993 йыл — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «За оборону Кавказа» миҙалы [2] һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены [3] менән бүләкләнгән .
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы Хәтмуллина (ҡыҙ фамилияһы Өмөтдинова) Башҡорт АССР-ы Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында 1923 йылдың 1 сентябрендә тыуған. Атаһы - Ғәлимйән Өмөтдин улы Өмөтдинов, әсәһе - Баян Мөхәмәтхан ҡыҙы Өмөтдинова [4].
1941 йылдың 1 июлендә 18 йәшлек ҡыҙ Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан Бөйөк Ватан һуғышына оҙатыла. Һауа һөжүме оборонаһының 85-се дивизияһы составына эләгә. Хәрби наградалары документтарынан күренеүенсә, ҡыҙ һауа һөжүмен күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә ғәскәренең айырым батальонында 63-сө күҙәтеү посында күҙәтеүсе булған [2][3].
Һуғыштан һуң яугир ҡыҙ Жданов исемендәге колхоз автогаражында эшләй. 1947 йылда Мөхәмәтфәғил Ҡәниф улы Хәтмуллинға [5] тормошҡа сыға һәм, ире фамилияһына күсеп, Хәтмуллина булып китә. Күпмелер ваҡыт "Кустпром" тигән ойошмала ла эшләп ала.
Тормош иптәше менән ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
1993 йылдың 6 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Яңы Мөслим ауылында, 69 йәшендә вафат була һәм ауыл зыяратында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Нажиба Галимьяновна Хатмуллина(недоступная ссылка)
- 1 2 Медаль «За оборону Кавказа» №-010870
- 1 2 Орден Отечественной войны 2-й степени, наградной документ №84 от 06.04.1985 г.
- ↑ ДНК
- ↑ Мухаметфагил Канифович Хатмуллин(недоступная ссылка)