Хөбөтдинов Камил Йосоп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөбөтдинов Камил Йосоп улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 31 май 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Аҙналы ауылы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы

Хөбөтдинов Камил Йосоп улы (31 май 1948 йыл) — йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, 2005—2008 йылдарҙа Белорет район Советы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм 3-сө разрядле баш муниципаль кәңәшсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Камил Йосоп улы Хөбөтдинов 1948 йылдың 31 майында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Аҙналы ауылында тыуған.

1968 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген 1968 йылда Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы мәктәбендә биология, химия, физика һәм рәсем уҡытыусыһы булып башлай.

Шул уҡ йылда Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1970 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң Белорет районының Әзекәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы була.

1971 йылдың авгусында ВЛКСМ-дың Белорет район комитетына эшкә саҡырыла. Бында ойоштороу бүлеге мөдире, артабан мәктәптәр бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, _____ йылда комсомол райкомының II секретары итеп һайлана.

1980 йылда партия эшенә үрләтелә һәм КПСС-тың Белорет район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының 3-сө разрядле баш муниципаль кәңәшсеһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкортостан 2007. Кто есть кто: Информационный справочник. Изд. 9-е, испр. и доп. — Уфа: ТПП РБ, 2007. — 336 с., ил. — ISBN 978-5-902279-41-9 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 май 2021).