Цицикар
Цицикар (ҡыт.трад. 齊齊哈爾, ябай. 齐齐哈尔, пиньинь: Qíqíhā'ěr; маньчжур: ᠴᡳᠴᡳᡤᠠᡵ Цицигар [хотон]) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэйлунцзян провинцияһындағы ҡала округы. Әһәмиәте буйынса Хэйлунцзян провинцияһында икенсе ҡала округы.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цицикар Хэйлунцзян провинцияһының көнбайышында, Нэньцзян йылғаһының һул яры буйында, Харбиндан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 288 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цицикар климаты ҡырҡа континенталь. Уртаса йыллыҡ температура +3,5 °C (ҡыш бик ҡаты, уртаса температура ғинуарҙа −19,2 °C, июлдә +22,8 °C). Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме ҙур түгел — 420 мм. Яуым-төшөмдөң яртыһынан ашыуы йәйгә тура килә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −12,7 | −7,8 | 2,3 | 12,9 | 21,0 | 26,2 | 27,8 | 26,1 | 20,1 | 11,1 | −1,3 | −10,4 | 9,6 |
Уртаса температура, °C | −19,2 | −14,8 | −4,5 | 6,1 | 14,4 | 20,3 | 22,8 | 20,9 | 14,0 | 4,8 | −7,1 | −16,2 | 3,5 |
Уртаса минимум, °C | −24,5 | −20,9 | −11 | −0,9 | 7,3 | 14,2 | 17,9 | 16,2 | 8,5 | −0,7 | −12 | −21,2 | −2,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 1,3 | 1,8 | 4,7 | 15,1 | 30,5 | 64,2 | 137,5 | 94 | 44,8 | 19,2 | 4,2 | 2,6 | 419,9 |
Сығанаҡ: World Climate |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1333 йылда монголдар нигеҙ һала. XVII быуатта, рус-цин сик буйы конфликтында был уңайлы урында урынлашҡан тораҡтың әһәмиәте ҡырҡа үҫә: йәнәш урынлашҡан Букуйҙа 1665 йылда почта станцияһына нигеҙ һалына, ә Цицихэ ауылында 1674 йылдан йылға көстәре урынлаша башлай. 1675 йылда бында атыу ҡоралдары менән ҡоралланған ғәскәрҙәр килә, ә 1691 йылда Букуйҙа нығытма төҙөлә. 1699 йылда бында Мэргэндән хэйлунцзян цзянцзюнь ставкаһы күсерелә; бер үк ваҡытта сиктәш ерҙәр менән идара итеү өсөн фудутун тәғәйенләнә, шулай уҡ уның да ставкаһы бында урынлаша. Һуңынан уңайһыҙ урынлашыуҙары арҡаһында бөтә хәрби частәр һуңыраҡ Цицихэнан Букуйға күсерелә, әммә улар менән бергә Букуйға уның «Цицихэ» («Цицикар») исеме лә күсә.
1895 йылда бында Хэйшуй комиссариаты ойошторола. 1907 йылдан Маньчжурияла идара итеү структуралары хәрбиҙән гражданлыҡҡа үҙгәртелә, һәм Хэйшуй комиссариаты Хэйлунцзян провинцияһының Лунцзян идаралығы итеп үҙгәртелә.
Цицикар планы. | Цицикар планына ҡарата аңлатма |
1931 йылда Маньчжурияны япон ғәскәрҙәре оккупациялай. Генерал Ма Чжаньшань Цицикар районында япондарға ҡаршы торорға тырыша, әммә еңелеүгә дусар була. 1932 йылда Маньчжоу-го марионетка дәүләте төҙөлә. 1934 йылда Маньчжоу-го 15 провинцияға һәм 1 айырым ҡалаға бүленә, һәм Цицикар яңы Лунцзян провинцияһының административ үҙәге була. 1936 йылда Цицикар рәсми рәүештә ҡала статусын ала.
Совет-япон һуғышы барышында 1945 йылдың 19 авгусында Цицикарҙы Байкал аръяғы фронтының ғәскәрҙәре биләй. Япон оккупанттарынан азат ителгән ҡала совет хәрби хакимиәте күҙәтеүе аҫтына күсә[12][13]. 1946 йылдың 24 апрелендә совет ғәскәрҙәрен Маньчжурия территорияһынан сығарғандан һуң ҡала менән идара итеү ҡытай коммунистары күҙәтеүе аҫтындағы яңы барлыҡҡа килгән халыҡ-демократик хакимиәтенә күсә. 1946—1949 йылдарҙағы граждандар һуғышы аҙағына тиклем Цицикар Ҡытай коммунистар партияһының күҙәтеүе аҫтында ҡала[14].
Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң Лунцзян провинцияһы Нэньцзян тип үҙгәртелә; Цицикар провинция үҙәге булып ҡала, был 1947 йылдың 5 июнендә Ҡытай Республикаһы хөкүмәте тарафынан Төньяҡ-Көнсығышты административ бүленешенең яңы программаһы менән раҫлана. 1949 йылдың майында коммунистик властар Нэньцзян провинцияһын күрше Хэйлунцзян провинцияһына ҡуша, һәм Цицикар берләшкән провинцияларҙың административ үҙәге була. 1954 йылда уның составына Сунцзян провинцияһы индерелә, шунан һуң Хэйлунцзян провинцияһы хөкүмәте Цицикарҙан Харбинға күсә.
1958 йылда Нэньцзянда махсус район ойошторола, уның етәксе органдары Цицикарҙа урынлаша. 1960 йылда ул бөтөрөлә, әммә 1961 йылда Нэньцзян округы булараҡ кире тергеҙелә. 1985 йылда Нэньцзян округы һәм Цицикар ҡалаһы тарҡатыла, ә улар урынына Цицикар ҡала округы ойошторола.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цицикар ҡала округы халҡы — 5,611 млн кеше, уларҙың 883 550 кешеһе туранан-тура үҙәктә йәшәй (2005 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса). 2002 йылда ҡала райондарында 809 мең кеше иҫәпләнә, ә 1959 йылда яҡынса 559 мең кеше тәшкил иткән.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала ауыр машина төҙөү үҫешкән; целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты; аҙыҡ-түлек сәнәғәте бар. Цицикар — йылға порты (унан Нэньцзян йылғаһы буйлап судоходство башлана).
Административ-территориаль бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цицикар ҡала округы 7 ҡала районына, 1 ҡала өйәҙенә, 8 өйәҙгә бүленә:
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шестая национальная перепись населения КНР
- ↑ 国务院第七次全国人口普查领导小组办公室 中国人口普查分县资料—2020 (ҡыт.) — 北京市: 中国统计出版社, 2022. — 983 с. — ISBN 978-7-5037-9772-9
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 3,23 3,24 3,25 http://english.qqhr.gov.cn/youhaochengshi.php
- ↑ https://www.city.utsunomiya.tochigi.jp/shisei/gaiyo/kokusai/1007509.html
- ↑ http://www.qqhr.gov.cn/qqhe/c103770/202312/c02_431558.shtml
- ↑ http://www.qqhr.gov.cn/qqhe/c103770/202312/c02_431515.shtml
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 http://www.qqhr.gov.cn/qqhe/c103770/ztzl.shtml
- ↑ http://www.qqhr.gov.cn/qqhe/c103770/202312/c02_431567.shtml
- ↑ http://ru.qqhr.gov.cn/youhaochengshi.php
- ↑ http://www.qqhr.gov.cn/qqhe/c103770/202312/c02_431606.shtml
- ↑ http://www.qqhr.gov.cn/qqhe/c103770/202312/c02_431206.shtml
- ↑ Великая Отечественная война 1941—1945: энциклопедия / Гл. ред. М. М. Козлов. — М.: Сов. энциклопедия, 1985. — 832 с. — С. 772.
- ↑
- ↑ Новейшая история Китая. 1928—1949 / Гл. ред. М. И. Сладковский. — М.: Наука, 1984. — 439 с. — С. 244—247, 261.
- ↑ Сит ил менән бәйләнеш ҡаланың тышҡы бәйләнештәр — Красноярск ҡалаһы хакимиәте рәсми сайты (рус.) (инг.) (нем.)
- ↑ Өфө һәм ҡытай ҡалаһы булған цицикар туғандаш // 1 декабренән 2015, Башинформ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цицикар — информация о территории, населении и истории изменений административно-территориального деления на сайте 行政区划网 (кит.)