Эстәлеккә күсергә

Цуканова Мария Никитична

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цуканова Мария Никитична
рус. Мария Цуканова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Омск, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 август 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (20 йәш)
Вафат булған урыны Чхонджин[d], Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы
Үлем төрө һомицид[d]
Ерләнгән урыны Чхонджин[d][1]
Һөнәр төрө военный медик
Хәрби звание ефрейтор[2]
Һуғыш/алыш Совет-япон һуғышы[d]
Ғәскәр төрө СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Цуканова Мария Никитична Викимилектә

Цуканова Мария Никитична (14 сентябрь 1923 йыл15 август [3] 1945 йыл) — совет-япон һуғышында һәләк булған яугир, ҡыҙылармеец, Тымыҡ океан флоты диңгеҙ пехотаһы санитаркаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Мария Никитична Цуканова 1924 йылдың 14 сентябрендә Смоленск ҡасабаһында [4], ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Үҙ атаһын белмәй, ул ҡыҙы тыуғанға тиклем бер нисә ай элек вафат була. Ҡыҙҙы әсәһе менән үгәй атаһы Николай Васильевич тәрбиәләй.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары Красноярск крайында үтә, Таштып ҡасабаһында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. Шунда уҡ телефонистка булып эшләй, 1941 йылдың декабренән Ростовтан эвакуацияланған госпиталдә санитарка була. Үгәй атаһы менән ағаһы фронтҡа китә, бер аҙҙан ағайы һәләк була. Ггоспиталдә икенсе урынға күсерәләр, ә уларҙың ғаиләһе Иркутск ҡалаһына күсә, 1942 йылдың февраленән июнгә тиклем Иркутск авиация заводының 33-сө цехында ботаусы, ҡабул итеүсе һәм 4-се разрядлы контролер булып эшләй. Производствонан айырылмайынса санинструкторҙар курсын тамамлай һәм «флот егерме бишенселәре» отрядының составында (1942 йылдың майында СССР ГКО -ның хәрби диңгеҙ флотына 25000 ирекмән-ҡыҙҙарҙы саҡырыу тураһында указы) 1942 йылдың 13 июнендә флот сафтарына саҡырыла һәм Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеү өсөн йүнәлтелә. Яр оборонаһы Шкотов секторының 51-се артиллерия дивизионында телефонистка һәм алыҫлыҡты үлсәүсе булып хеҙмәт итә. 1944 йылда кесе медицина белгестәре мәктәбен тамамлағандан һуң Мария Тымыҡ океан диңгеҙ пехотаһы 355-се айырым батальонының 3-сө ротаһында санитарка булып тәғәйенләнә.

1945 йылдың 14 авгусындағы Совет-япон һуғышында ваҡытында Мария диңгеҙ пехотаһының 355-се батальон составында Корея порты Сэйсинға (хәҙер Чхонджин) десантты төшөрөүҙә ҡатнаша. Һуғыш барышында яралыларға ярҙам күрһәтә, һуғыш яланынан 52 яралы десантсыны сығара. Ике тапҡыр яралана, ләкин һуғыш яланын ҡалдырыуҙан баш тарта. Ҡулына автомат алып, япондарға ата. Унан һуң 15 август кисендә ротаһына сигенергә тура килә, Мария Цуканова ҡалған һалдаттар төркөмө менән сигенеүҙе ҡаплай. Яралы булып, автомат уты менән 90-дан ашыу японды юҡ итә[5] Аңын юғалтҡан килеш, япондарға әсиргә эләгә һәм улар уны йыртҡыстарса язалай (бысаҡ менән телгеләйҙәр, күҙҙәрен соҡоп алалар). Шунан һуң япон офицеры тәүҙә ҡулын сабып өҙә, ә һуңынан башын[6] [7] [8]Чхонджин ҡалаһында совет яугирҙарының туғандар ҡәберлегендә ерләнә[9][10]

1945 йылдың 14 сентябрендәге СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «япон империалистарына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн» Цуканова Мария Никитичнға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә (үлгәндән һуң). Бөтә Советтар Союзы Геройҙары-ҡатын-ҡыҙҙарҙан Совет-япон һуғышы барышында был юғары награданы алған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була.

Ғәскәри частың исемлектәренә мәңгелеккә индерелә[11]. 1972 йылдың 26 декабрендәге РСФСР Юғары Советы Президиумының Указы менән Приморье крайы Хәсән районындағы Түбәнге Янчихе ауылы Цуканово тип үҙгәртелә, ә шул уҡ райондағы Янчихе йылғаһы РСФСР Министрҙар Советының 1972 йылдың 29 декабрендәге 753-сө ҡарары менән Цукановка тип атала. Омск, Иркутск, Барнаул, Красноярск, Абакан, Фокино, Хакасия Республикаһының Таштып ауылы, Япон диңгеҙендә бухта, Кореяла сусаҡ, Балыҡ хужалығы министрлығының карабы, Хакасия Автономиялы округының Орджоникидзевский ҡасабаһындағы урта мәктәп, Иркутск ҡалаһындағы 34-се урта мәктәп уның исемен йөрөтә[12]. Приморье крайында һәйкәлдәр: Владивостокта[13], хәрби-диңгеҙ госпитале территорияһында (авторы О. И. Сушкова, архитекторы В. А.Авшаров)һәм Фокинола [14] (авторы Л. А. Бартенев), Иркутскта[15], Фокинола[16] һәм Владивостокта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған

1988 йылда уның тураһында совет-корея «С весны до лета» тигән нәфис фильм төшөрөлә. Советтар Союзында фильм «Утомленное солнце» тип атала[17].

Сәнғәттәге образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Маша Цуканова — «Утомленное солнце» фильмының төп героиняһы (икенсе исеме — «С весны до лета»; СССР һәм Төньяҡ Корея менән берлектә, 1988), Маша ролен актриса Елена Дробышева башҡара.
  • Завалий, Евдокия Николаевна
  • Михайлова, Екатерина Илларионовна
  • Гантимурова, Альбина Александровна
  1. Список захороненных в г. Чондин
  2. Цуканова Мария Никитична // Герои страны (урыҫ) — 2000.
  3. Информация из донесения о безвозвратных потерях 2015 йыл 9 декабрь архивланған..
  4. Ныне несуществующий населённый пункт в Крутинском районе Омской области
  5. За что японцы зверски пытали Марию Цуканову - news.glavnoe.io 2021 йыл 23 июнь архивланған.
  6. Судакова Г. Матрос Мария Цуканова // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  7. Цуканова Мария Никитична. «Герои страны» сайты.
  8. Цуканова Мария Никитична Герой Советского Союза
  9. Памятник на братской могиле советских воинов в г. Чхонджин, КНДР.
  10. Доска с именем Марии Цукановой на месте захоронения.
  11. Приказ МО СССР № 369 от 12 декабря 1959 года «О зачислении Героя Советского Союза матроса Цукановой М. Н. навечно в списки школы санитарных инструкторов 1477 военно-морского госпиталя».
  12. Доска на здании средней школы № 34 г. Иркутск 2016 йыл 4 март архивланған..
  13. Памятник Марии Цукановой во Владивостоке.
  14. Памятник Марии Цукановой в г. Фокино 2013 йыл 3 ноябрь архивланған..
  15. Мемориальная доска 2016 йыл 4 март архивланған. на здании литейного цеха Иркутского авиационного завода.
  16. Мемориальная доска на улице Марии Цукановой в г. Фокино 2013 йыл 3 ноябрь архивланған..
  17. Газета «Утро России» 2018 йыл 10 май архивланған..
  • Цуканова, Мария Никитична // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 704. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • «М. Н. Цуканова Герой Советского Союза» / Отв. за вып. И. Быков. — Владивосток: Политуправление ТОФ, типография изд. «Боевая вахта», 1959
  • Королёв В. Т. Герои Великого океана: очерки и документальные рассказы. — Владивосток: Дальневост. кн. изд., 1967
  • Судакова Г. Матрос Мария Цуканова // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Сатрапинский Ф. В. Военные медики — Герои Советского Союза. — Л.: Воен.-мед. музей МО СССР, 1975
  • Кузнецов И. И. Золотые звёзды иркутян. — Иркутск: Вост.-Сиб. кн. изд-во, 1982
  • Навечно в строю. / Сост и ред. В. Г. Коршунов, Н. В. Логинов. — М.: Воениздат, 1961
  • М. К. Кузьмин. Медики — Герои Советского Союза. — М.: Медицина, 1970
  • А. П. Григорьев. Подвиг патриотки. // «Здоровье», № 8, 1985, стр. 6-7
  • Г. М. Шлевко. Ради жизни на Земле. Книга о Героях Советского Союза, тех, кто родился, жил и живёт в г. Омске и Омской области. Омск, 1972. стр.428-432