Чажаши
Чажаши | |
груз. ჩაჟაში | |
Рәсми атамаһы | ჩაჟაში |
---|---|
Рәсми тел | Грузин теле |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Местийский муниципалитет[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Урын | Самегрело — Земо-Сванети[d] |
Халыҡ һаны | 28 кеше (2014) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2160 метр |
Чажаши Викимилектә |
Чажаши (груз. ჩაჟაში) ― Грузиялағы Самегрело -Үрге Сванетия крайының Местиа муниципалитетындағы ауыл. Ул Оло Кавказдың көньяҡ тауы итәгендә, Ингури йылғаһы үҙәненең башында, диңгеҙ кимәленән 2160 метр бейеклектә урынлашҡан. Ауыл Сванетия тарихи өлкәһенең бер өлөшө һәм Ушгули общинаһының үҙәге булып тора. Урта быуат оборона ҡоролмалары Грузияның Милли мираҫы реестрына, шулай уҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чажаши Ушгули общинаһының төп ауылы булып тора, ул дүрт ауыл конгломератынан ғибәрәт. Шулай уҡ Чажаши ― Европала иң юғарыла урынлашҡан тораҡ урын. Ауыл Местиа муниципалитеты составына инә, Местиа ҡалаһынан көнбайышҡа табан яҡынса 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ингури һәм Шавтскала йылғалары ҡушылған урында ята[2]
Мәҙәни мираҫы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]* | |
---|---|
** | |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы
| |
Тип | {{{Type}}} |
Критерий | {{{Criteria}}} |
Һылтанма | {{{ID}}} |
Регион*** | {{{Region}}} |
Иҫепкә алынған | {{{Year}}} (билдәһеҙ сессия) |
* Рәсми исемлектә русса атамаһы ** Рәсми исемлектә инглизсә атамаһы *** ЮНЕСКО квалификацияһында регион |
Чажашила Урта быуаттарҙан һәм Иртә Яңы Ваҡыттан башлап төҙөлгән тиҫтәләгән ҡоролма бар. Уларға 13 яҡшы һаҡланған сван башняһы ҡарай: был башлыса торлаҡ йорттарға йәнәш торған өс йәки биш ҡатлы ҡаралтылар. Шулай уҡ дүрт урта быуат замогы һаҡланған, өҫтәүенә, уларҙың береһе, урындағы легендаларға ярашлы, батшабикә Тамараның йәйге резиденцияһы сифатында файҙаланылған (1184―1213 йй. батшалыҡ иткән). Бында ике таш сиркәү һәм бер нисә ярҙамсы биналар бар. Изге Георгий һәм Ғайса пәйғәмбәр хөрмәтенә изгеләндерелгән сиркәүҙәрҙең төҙөлөү ваҡыты X―XI һәм XII быуаттарға ҡарай, быға ярашлы рәүештә изге Георгий сиркәүе Тамара замогының өлөшө булып тора. Икенсе сиркәү фрескалар менән бай биҙәлгән. 2000 йылдан башлап Грузия хөкүмәте һәм ҡомартҡылар һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ ара советтың Милли Комитеты ауылдың мәҙәни мираҫтарын тикшереү, проекттарҙы реставрациялауҙы тормошҡа ашырыу һәм архитектура ҡомартҡыларын консервациялау тураһында килешеү төҙөй.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чажаши ― ҙур булмаған ауыл. 2014 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында барлығы 28 кеше даими йәшәй, үҙҙәрен улар барыһы ла свандарға, грузиндарҙың этник төркөмсәһенә индерәләр.
Халыҡ | 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу | 2014 йылда халыҡ иҫәбен алыу |
---|---|---|
Дөйөм һандар | 34[3] | 28[4] |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Upper Svaneti (ингл.). UNESCO World Heritage List. Дата обращения: 27 сентябрь 2016.
- ↑ ჩაჟაში (Chazhashi) // ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 11 [Georgian Soviet Encyclopaedia, vol. 11]. — Tbilisi: Metsniereba. — P. 82–83.
- ↑ საქართველოს მოსახლეობის 2002 წლის პირველი ეროვნული საყოველთაო აღწერის შედეგები, ტომი II [Results of the first national census of the population of Georgia in 2002, volume II] (билдәһеҙ). National Statistics Office of Georgia (2003). Дата обращения: 15 август 2016. Архивировано из оригинала 28 март 2016 года. 2018 йыл 28 сентябрь архивланған.
- ↑ მოსახლეობის საყოველთაო აღწერა 2014 . საქართველოს სტატისტიკის ეროვნული სამსახური (ნოემბერი 2014). Дата обращения: 7 ნოემბერი, 2016.