Чайковский исемендәге Ереван урта махсус музыка мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чайковский исемендәге Ереван урта махсус музыка мәктәбе
әрм. Երևանի միջնակարգ մասնագիտական երաժշտական դպրոց Չայկովսկու անվան
Нигеҙләү датаһы 1938
Рәсем
Балалары Anna Atshemyan[d]
Кем хөрмәтенә аталған Чайковский Пётр Ильич
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Ереван
Уҡыусылар һаны 600
 Чайковский исемендәге Ереван урта махсус музыка мәктәбе Викимилектә

Чайковский исемендәге Ереван урта махсус музыка мәктәбе (әрм. Երևանի միջնակարգ մասնագիտական երաժշտական դպրոց Չայկովսկու անվան) — 1938 йылда Ереван дәүләт консерваторияһы ҡарамағында асылған урта мәктәп. 12 йыл дауамында 600-гә яҡын мәктәп уҡыусыһы бер үк ваҡытта 2 аттестат ала: дөйөм һәм профессиональ музыкаль белем биреү; сығарылыш уҡыусыларының күбеһе Ереван дәүләт консерваторияһында уҡыуын дауам итә[1]..

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп 1938 йылда музыкала һәләтле балаларҙы Ереван дәүләт консерваторияһы ҡарамағында берләштереп ойошторола[2]. 1940 йылдан уҡыу йорто Петр Ильич Чайковскийҙың исемен йөрөтә. 1982 йылда төп уҡыу йорто фасадында композиторҙың барельефы ҡуйыла (скульптор Ерванд Годжабашян, архитектор Джим Торосян).

2015—2016 йылдарҙа «Айастан» бөтә әрмән фонды тарафынан бирелгән 1,15 миллиард драмлыҡ аҡсаға (2,4 миллион доллар самаһы) дөйөм майҙаны 58 4958 метр тәшкил иткән мәктәптең бөтә корпустары капиталь ремонтлана һәм яңыртыла: биналар нығытыла һәм ҡайтанан планлаштырыла, баҫҡыстар яңыртыла, ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырыла, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеүҙең яңы системалары ҡуйыла, терәк-хәрәкәт аппараты проблемалары булған балалар өсөн лифт һәм пандустар урынлаштырыла, концерт залы өр-яңы техник саралар, өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. шулай уҡ мәктәптә эшләп килгән симфоник, тынлы оркестрҙар, скрипкасылар ансамбле, хор һәм джаз-бенд өсөн айырым бүлмәләр булдырыла[3]. Мәктәптең яңыртылған бинаһында яңы уҡыу йылын асыу уңайынан Әрмәнстан президенты Серж Саргсян була[4].

Бүлексәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чайковский исемендәге музыка мәктәбендә фортепиано, скрипка, виолончель, альт, контрабас, арфа, тынлы инструменттар теорияһы буйынса уҡыу бүлектәре, дөйөм белем биреү бүлектәре, балалар хоры, симфоник оркестр, скрипка һәм камера ансамблдәре бар.

Билдәле сығарылыш уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анаит Нерсесян, Ара Торосян, Аракси Арутюнян-Сарьян, Гегуни Читчян, Жан Тер-Мергерян, Медея Абрамян, Сергей Смбатян, Рубен Агаронян, Ваагн Айрапетян, Софья Меликян, Тигран Амасян, Армен Погосян.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Tchaikovsky Music School of Yerevan: Rising to the 21st Century (ингл.). Armenian Weekly (17 февраль 2016). Дата обращения: 7 апрель 2021.
  2. Музыкальная школа им. П. И. Чайковского празднует свое 80-летие. NovostiNK (24 октябрь 2019). Дата обращения: 7 апрель 2021.
  3. После капитального ремонта в музыкальной школе имени Чайковского созданы все условия для качественного обучения. Арменпресс (5 сентябрь 2016). Дата обращения: 7 апрель 2021.
  4. Лаура Саркисян. Скрипка в школе имени Чайковского отныне будет звучать по-новому. Sputnik Армения (5 сентябрь 2016). Дата обращения: 7 апрель 2021.