Чамила Мичиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Чамила Мичиевич
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Croatia.svg Хорватия
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Croatia.svg Хорватия
Тыуған көнө 8 сентябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (26 йәш)
Тыуған урыны Хайденхайм-на-Бренце[d]
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы left back[d]
Лигала уйнай Ligue féminine de handball[d]
Спорт командаһы ағзаһы Croatia women's national handball team[d], ŽRK Zamet Rijeka[d], Dunaújvárosi Kohász KA[d] һәм Metz Handball[d]
Спорт төрө Гандбол

Чамила Мичиевич (хорв. Ćamila Mičijević; 8 сентябрь 1994, Хайденхайм-ан-дер-Бренц, Германия) — босния һәм хорват гандболсыһы, француз «Мец» клубының һәм Хорватия милли йыйылма командаһының һул ярымуртаһы. 2020 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында гандбол буйынса Европа чемпионатының бронза призёры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чамила Мичиевич 1994 йылдың 8 сентябрендә Германияла Хайденхайм-ан-дер-Бренц ҡалаһында Босния һәм Герцеговина ҡасаҡтары ғаиләһендә тыуған. Һуғыш тамамланғандан һуң дүрт йыл үткәс, ғаилә Босния һәм Герцеговинаның Мостар ҡалаһына ҡайта, унда Чамила 15 йәшенә тиклем йәшәй һәм урындағы «Локомотив» и «Катарин» гандбол командалары өсөн сығыш яһай[2]. Ҡыҙҙы тренер Эдо Шмит күреп ҡала һәм Риекаға «Замет» клубына саҡыра, ул киләһе биш йылды шунда үткәрә[3][4]. 2016 йылдан алып 2020 йылға тиклем венгр «Дунауйварош Кохас» командаһында уйнай, унда беренсе миҙгел милли беренселектә дүртенсе урын менән тамамлана. Шунан һуң Европа гандболы грандтарының береһе — француз «Мец» клубына күсә[5][6].

Үҙе өсөн туған булған Босния һәм Герцеговина өсөн сығыш яһарға Милевичтың мөмкинлеге булмай, сөнки хорват командаһына саҡырылғанға тиклем ундай команда бөтөнләй булмай. «Шашкалы» составында спортсы өс Европа чемпионатында (2014, 2016, 2020) ҡатнаша, 2020 йылда беренселектең бронза миҙалын яулай[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ligue féminine de handball
  2. Mostarka Ćamila Mičijević vodi komšije do medalje: Dijete rata otkriva svoj trnovit put do Hrvatske (босн.). Dnevni avaz (12 декабря
  3. Ersan Bijedić. PUT DO VRHA ĆAMILE MIČIJEVIĆ: Mostarka je najbolji strijelac i asistent Hrvatske na Euru (босн.). Dnevni list
  4. Mostarka prevodi hrvatske rukometašice prema medalji i poručuje: “Stalno pjevam… i protiv Dinama i protiv Hajduka bit ćemo uz tebe…”(хорв.).Novi list(10 октября 2020). Дата обращения: 23 марта 2021.
  5. Miljenko Karačić.' Tata Mujo o dobrom duhu hrvatske reprezentacije: ‘Meni je najvažnije da se svima sviđa kako se ponaša‘ (хорв.). Sportske novosti(15 декабря 2020). Дата обращения: 23 марта 2021.
  6. LBE – Les joueuses de « l’Est » qui vont découvrir la Ligue Butagaz Energie cette saison (фр.). LFH (20 août 2020).Дата обращения: 23 марта 2021.
  7. Goran Čičin-Mašansker Nevjerojatna Hrvatska, savršena obrana, čudesna Pijević, Danska razbijena, medalja je naša!  (хорв.) (2020-12-20). 23 март 2021 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]