Чанышев Ринат Риян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ринат Риян улы Чанышев
Тыуған көнө:

23 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

Салауат (ҡала), БАССР, СССР

Гражданлығы:

СССР СССР
Рәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

техника

Эшләгән урыны:

ӨДНТУ

Ғилми дәрәжәһе:

техник фәндәр докторы

Уҡыу йорто:

Өфө нефть институты

Чанышев Ринат Риян улы (23 июль 1953, Салауат, БАССР) — СССР һәм Рәсәй инженер-төҙөүсеһе һәм ғалимы. Техник фәндәр докторы (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чанышев Ринат Риян улы 1953 йылдың 23 июлендә Ишембай ҡалаһының Салауат эшселәр ҡасабаһында (әлеге Салауат ҡалаһы) тыуа.

1975 йылда, Өфө нефть институтын тамамлағас, Өфөлә төрлө ойошмаларҙа эшләй башлай. 1981 йылға тиклем — «Эре панелле йорттар төҙөү» тресында (1979 йылдан алып производствотехнология комплектациялау идаралығы баш инженеры), 1981 йылдан ВЛКСМ-дың Октябрь район комитетының 1-се секретары булып эшләй.

1983 йылдан Ринат Риян улы «БашкирБАМстрой» эре панелле йорттар төҙөү тресының Амур өлкәһендә Зея төҙөлөш идаралығы начальнигы. 1985 йылдан — ӨНИ эргәһендәге «Уфареактив» аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар эксперименталь-тәжрибә заводы баш инженеры, 1991 йылдан башлап «Реактив» Дәүләт инженерлыҡ үҙәгендә гененраль директор урынбаҫары булып эшләй.

2003 йылда техник фәндәр докторы исемен яҡлай.

2008 йылдан алып ӨДНТУ-ның Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ-нда директор вазифаһын биләй.

Ринат Чанышевтың фәнни-производство эшмәкәрлеге аҙ күләмле химия продукттарын, айырыуса таҙа реактивтарҙы һәм композицион материалдарҙы етештереүҙең инновацион технологияларын эшләүгә һәм индереүгә, Башҡортостанда фән һәм техника үҫеше тарихын өйрәнеүгә арналған.

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Глицерин. Методы получения, промышленное производство и области применения. Мәскәү, 2003 (авторҙ.)
  • Биологически активные производные глицерина. Мәскәү, 2003 (авторҙ.)
  • История возникновения, становления и развития производства отечественных витаминных и лекарственных препаратов. Мәскәү, 2003 (авторҙ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]