Чебоксар ботаника баҡсаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Чебоксар ботаника баҡсаһы
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Чебоксар
Commons-logo.svg Чебоксар ботаника баҡсаһы Викимилектә

Иҫтәлекле урын
Чебоксар ботаника баҡсаһы
Пруд в Чебоксарском филиале Главного ботанического сада.jpg

Ботаника баҡсаһына ингән ерҙә скульптура композицияһы

Чебоксар ботаника баҡсаһы — Рәсәй Фәндәр академияһының Н. В. Цицин исемендәге Баш ботаника баҡсаһының Чебоксар филиалы. Чебоксар ҡалаһында Кукшум йылғаһы яры буйында урынлашҡан. Майҙаны — 177,7 гектар.

Ботаника баҡсаһының майҙаны фәнни, ҡурсаулыҡ, экспозицион һәм административ-хужалыҡ итеү зоналарына бүленгән. Тәбиғи урман яҡынса 90 гектарҙы биләй, һыу өҫтө — 4,5 га, һөрөнтө ер — 40 гектар самаһы. Ошонда уҡ майҙаны 5 гектарҙан ашыу булған быуа урынлашҡан. Һыу ятҡылығын һәм Кукшум йылғаһын (Оло Цивиль ҡушылдығы) парк зонаһының күләгәле әрәмәлектәрендә атылып сыҡҡан 12 шишмә туҡландыра.

Үҫемлектәрҙең тере коллекцияһына 2000 самаһы төр һәм сорт (коллекцион үҫемлектәрҙең сығышы һәм формалары буйынса төрлөлөгөн иҫәпкә алмайынса) инә. Ботаника баҡсаһы биләмәһендә 750-гә яҡын төр ағас һәм ҡыуаҡ, 700-гә яҡын төр сәскә үҫә, Дарыу үҫемлектәренең айырым коллекцияһында 350-гә тиклем атама иҫәпләнә. Сыуашстан флораһы 600-ҙән артыҡ берәмек тәшкил итә. Үҫемлектәр баҡсаның ойоштороу-планлаштырыу структураһының төрлө өлөштәрендә урынлашҡан — экспозицияларҙа һәм коллекцион участкаларҙа:

— сәскә-декоратив үҫемлектәр (650 төр һәм сорт),

— Падуя баҡсаһы (570 төр),

— дарыу, һирәк һәм юғала барыусы үҫемлектәр (342 төр),

— уйланыу үҙәне (12 төр),

— альп таусығы (45 төр),

— Сыуашстан үлән флораһы (102 төрө),

— экологик һуҡмаҡ (14 төр),

— дендрарий (600 төр),

— фрутицетум (36 төр),

— Рәсәй тирәктәре һәм, талдары (23 төр һәм гибрид),

— помология баҡсаһы (9 төр, 117 ырыу).

Сыуашстан Республикаһында Рәсәй Фәндәр академияһы системаһындағы берҙән-бер ғилми учреждение булып тора. Ул фитополистың көнүҙәк проблемалары, ҡалаларҙы һәм тораҡ пункттарҙы йәшелләндереү, ҡиммәтле үҫемлектәрҙе (декоратив, дарыу, тәмләткес-хуш еҫле, емеш) интродукциялау, уларҙың, шул иҫәптән Сыуаш Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына ингән һирәк һәм юғала барған төрҙәрҙең генофондын, биологик төрлөлөгөн һаҡлау буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чебоксарҙа ботаника баҡсаһы ойоштороу идеяһы XX быуаттың 50-се йылдарында уҡ барлыҡҡа килә. Ҡаланың 1957 йылдағы генераль планында тәүге тапҡыр баҡсаның сиктәре яҡынса билдәләнә. 1978 йылға тиклем хәҙерге ботаника баҡсаһы биләмәһендә ҡала питомнигы, Урта Волга автомобиль юлы питомнигы, Тәжрибә межлесхозының ултыртылған ағастары урынлашҡан була.

1978 йылда Чебоксарҙың көньяҡ ситендә ботаника баҡсаһы ойоштороу өсөн ер бүленә. Сыуаш АССР-ының Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы, Чебоксар ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы составында, «Ботаника баҡсаһын төҙөү һәм эксплуатациялау буйынса йәшел хужалыҡ контораһы» исеме аҫтында үҙ аллы бүлексә ойошторола.

1979 йылда баҡсаның тәүге директоры Е. А. Едранов етәкселегендә парк зонаһы формалаша башлай — ботаника баҡсаһы участкаларының схемаһы эшләнә, дендрарийға (ырыу комплексы) нигеҙ һалына. 1980 йылда тәүге күперҙәр төҙөлә, керамик блоктар етештереү заводы менән сик буйынса биләмә йәшелләндерелә, популетумға нигеҙ һалына. 1983 йылда ботаника баҡсаһы музейы һәм гербарий ойошторола.

1989 йылда Урта Волга буйында экологик тотороҡланыу мәсьәләһенең әһәмиәте арта барыуы менән бәйле, СССР Фәндәр академияһы Президиумының ҡарары менән, Чебоксарҙа СССР Фәндәр академияһының Төп ботаника баҡсаһы филиалы ойошторола. Сыуаш Республикаһында Фәндәр академияһының беренсе бүлексәһе була ул.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Путеводитель по Чебоксарскому ботаническому саду. Отв. ред. Е. А. Едранов — Чебоксары, 1987.
  • Чебоксарский филиал главного ботанического сада им. Н. В. Цицина Российской академии наук: путеводитель / Отв. ред. Ю. А. Неофитов. — Чебоксары, 2004.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Главный ботанический сад имени Н. В. Цицина РАН

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]