Эстәлеккә күсергә

Черветери

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черветери
Рәсем
Этнохороним ceretani
Дәүләт  Италия
Административ үҙәк Cerveteri[d]
Административ-территориаль берәмек Рим[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 37 855 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 81 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Фюрстенфельдбрук[d], Ливри-Гарган[d] һәм Альмуньекар[d]
Сиктәш Ангвиллара-Сабация[d], Браччано[d], Фьюмичино[d], Ладисполи[d], Санта-Маринелла[d] һәм Тольфа[d]
Майҙан 134,32 км² (9 октябрь 2011)[2]
Почта индексы 00052
Рәсми сайт comune.cerveteri.rm.it
Урынлашыу картаһы
Изге ҡурсалаусы архангел Михаил[d]
Сейсмическая классификация 3B[d][3][4]
Урындағы телефон коды 0699
Номер тамғаһы коды ROMA
Карта
 Черветери Викимилектә


Черветери (итал. Cerveteri) — боронғо ҡаланың үҙәк Италияның боронғо ҡалаһы. Был ҡала илдең үҙәгендә, Лацио төбәгендә тора. Борон этрусктарҙың ҡала-дәүләте булған һәм Каисра (лат. Caisra), һуңынан Цере, йәки Кере (лат. Caere) тип аталған. Этруск союзына ингән. Черветери некрополдары бай ҡәберҙәре менән билдәле, улар ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Черветери районында табылған боронғо археологик ҡомартҡылар б. э. тиклемге IX быуатҡа ҡарай. Был ҡала VII быуатта этруск цивилизацияһының мөһим сауҙа үҙәге булған.

Ҡала туф ҡалҡыулығында, диңгеҙ буйынан 7 км алыҫлыҡта, тора. Унан 13 километр төньяҡта, нәҡ яр буйында, Пирги порты урынлашҡан. Был портты Страбон керетандарҙың караптары торған урын тип атай[5].

Беренсе тапҡыр тарихнамәлә Кере ҡалаһы 539 йылғы Алалия янындағы алышы менән бәйле телгә алына: ҡала халҡы карфагендар менән бергә хәҙерге Корсика ярҙары янында грек флотын ҡыйрата. Шулай уҡ финикийҙар менән керетандарҙың тығыҙ бәйләнештә булыуын Пирги янында ҡаҙып алынған археологик табылдыҡтар дәлилләй[6].

Әммә Кере шулай уҡ Италиялағы грек колониялары һәм Грецияның үҙе менән дә бәйләнештә булған. Страбонға ярашлы, керетандар бер ҡасан да юлбаҫарлыҡ менән шөғөлләнмәгән, шунлыҡтан гректарҙың хөрмәтенә лайыҡ булған. Кереның Дельфыҙа үҙ хазинаһы булған.

Кереға (Цере), Тит Ливий әйтеүенсә, һуңғы рим батшаһы Тарквиний Ғорур улдары менән ҡыуып ебәрелгән[7].

Кере һәр саҡ Римдың союздашы булараҡ сығыш яһаған. Ҡала граждандары рим руханиҙарын, улар сиркәүҙәренең изге әйберҙәрен б. э. тиклемге 390—387 йылдарҙа галлдарҙың талауынан ҡотҡарып ҡалған.[8]

Б. э. тиклемге IV быуат аҙағында Кере бөтөнләй рим идаралығы аҫтына күсә. Б. э. тиклемге I быуатта Кере ҡалаһы үҙ әһәмиәтен юғалтҡан.

Урта быуаттар осоро Черветери өсөн ауыр ваҡыт була: ҡаланы сарациндар баҫып ала һәм IX—X быуаттар дауамында үҙ власы аҫтында тота. Яйлап Кере бөлгөнлөккә төшә.

XVI быуатта ҡала Русполи ғаиләһе хакимлығы аҫтында тора. Был Чери ҡәлғәһе тирәләй ҡаланың яңырыуына килтерә. Иҫке замоктар һәм диуарҙар урынында яңы һарайҙар төҙөлә. Боронғо сиркәүҙәргә йән керә, майҙандар янындағы йорттар төрлө фрескалар менән биҙәлә. Русполиҙар ҡаланың тарихи үҙәгендә палаццо төҙөй. Бөгөнгө көндә унда ҡала музейы урынлашҡан.

Caere Vetus һүҙенән («Иҫке Цере») ҡаланың хәҙерге атамаһы Cerveteri килеп сыҡҡан. Урта быуаттағы Черветери антик ҡаланың бәләкәй генә майҙанын үҙ эсенә алып тора. Ҡаланың яңы райондары археологик ҡаҙыуҙар алып барылған зонанан көньяҡ-көнбайышҡа табан төҙөлгән.

Иҫке Цере (Кере) территорияһында археологик ҡаҙыныуҙар 1830 йылда башланған. Черветериҙа этрустар мәҙәниәтенә ҡараған ирле-ҡатынлы кешеләрҙең саркофагы һәм башҡа эталон өлгөләре табылған.

Картала тарихи объекттар һүрәтләнгән:[9]

  • Реголини-Галасси кәшәнәһе
  • Боронғо ҡала
  • Бандитачча некрополе
  • Монте Абатоне некрополе
  • Сорбо некрополе
  • Черветери
  • Черветериҙа этрусктар некрополе.