Черниковтар оҫтаханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черниковтар оҫтаханаһы
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2000

Нигеҙләүсе

Ольга Черникова

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Төп фигуралар

Ольга Черникова (генераль директор)

Тармаҡ

халыҡ сәнғәт кәсәптәре

Сайт

http://ruvalenki.ru/

ООО «Черниковтар оҫтаханаһы» — Рәсәй шәхси компанияһы, Урыҫ халыҡ кәсептәре продукцияһын етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. 2000 йылдан генераль директор Ольга Черникова етәкселегендә эшләй. Күселектә быймалар менән эшләйҙәр һәм башҡа ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирәләр, кейемдең бренды «slow fashion» стилендә эшләнгән. Бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарлыҡ конкурсында еңеүсе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәсепхананы 2000 йылдар башында эшҡыуар Ольга Черникова аса, быға тиклем ул бер нисә йыл Нигерияла йәшәй, унда ул офтальмология клиникаһы төҙөүҙә девелопер компанияһы составында була. Үҙенең Урыҫ халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүсе компанияны төҙөү идеяһы, Тамбов өлкәһендә үҙенең тыуған ауылында булғанда һәм быймалар эшләү технологияһы менән танышҡас барлыҡҡа килә: «Беҙ хәҙер төрлө илдәр буйлап йөрөйбөҙ, төрлө халыҡтар йолаларына һоҡланабыҙ, ә үҙебеҙҙә ундайҙар күп икәнен онотоп китәбеҙ. Минең ҙур теләгем бар, кешеләргә беҙҙең ил ниндәй матур икәнен һәм беҙ ниндәй матур әйберҙәр эшләй алабыҙ икәнен күрһәтеү»[1].

Ассортименттың нигеҙен төрлө төҫтәге ғәҙәти булмаған ортопедик табанлы быймалар тәшкил итә, улар ҡулдан эшләнгән биҙәктәр менән биҙәлгән — йылына 3000-3500 пар тирәһе сығарғандар. Һуңғараҡ кәсепхана киң танылыу алғас, яңы продукция сығарыуҙы үҙләштерә: бәйләнгән нәскейҙәр, шапкалар, бейәләйҙәр, кейеҙ сумкалар, яҫтыҡтар, кесерткән һәм етендән кейем, үрелгән кәрзиндәр, йомшаҡ уйынсыҡтар, таҫтамалдар, бүләктәр һәм башҡа төрлө сувенирҙар. Өҫтәмә рәүештә урыҫ аш-һыуы продукттарын әҙерләүҙе яйға һалалар, шул иҫәптән өй икмәге бешереү һәм ҡайнатма етештереү[2][3].

2009 йылдан башлап Новоспасск сиркәүе территорияһында «Черниковтар оҫтаханаһы» интерактив музейы эшләй, унда һәм кем халыҡ кейемдәрн кейеп ҡарай ала, үлән сәйҙәрен эсеп ҡарай һәм башҡа урыҫ халыҡ кәсәптәре менән таныша ала. Музей регуляр рәүештә халыҡ-ара «Музейҙар төнө» акцияһында ҡатнаша[4][5].

2012 һәм 2013 йылдарҙа «Черниковтар оҫтаханаһы» ике йыл рәттән «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар Фонды ойошторған бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарҙар конкурсында еңеү яулай һәм ике тапҡыр бүләккә процентһыҙ бурысҡа аҡса ала. Беренсе алған аҡсаға сеймал һәм төрлө ярҙамсы ҡоролмалар, икенсеһенә ҡатмарлы эштәрҙе башҡара алырлыҡ япон тегеү аппараты һатып алыуға китә[1]. 2014 йылда компания «Больше чем покупка» социаль эшҡыуарлыҡ конкурсында ҡатнаша, шуның арҡаһында быймалар һәм башҡа төр продукция Мәскәү «Лукойл» нефть компанияһының заправка станцияларында һатыла башлай[6].

«Черниковтар оҫтаханаһы» регуляр эре күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнаша, арыш икмәге бешереү, кәбәҫтә һәм ҡыяр тоҙлау мастер-класстары үткәрә, тематик сараларҙы биҙәүҙә ҡатнаша[7][8]. Ольга Черникова Мәскәүҙең дизайнерҙар Союзының ағзаһы, үҙенең бизнесын социаль өлкәгә йүнәлтелгән ти: "Беҙ йолаларҙға икенсе ғүмер бүләк итәбеҙ. Боронғонан килгән матурлыҡты, хәҙерге көнгә күсерәбеҙ. Социаль проекттын маҡсаты — үҙҙәре йәшәгән илен, мәҙәниәтен аңларға һәм яратырға ярҙам итеү[1].

Баһалама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда Forbes журналының күҙәтеүсеһе компанияны Рәсәйҙә берҙән-бер "Живой Журнал"да блогы һәм Facebook бите булған быйма етештереүсеһе тип атай[9].

Танылған актриса Инна Чурикова "Черниковтар оҫтаханаһы"ның ҙур табыныусыһы, ул уларҙың сараларына күп йөрәй һәм әйберҙәренең колекцияһы бар: «Улар шундай яҡшы быймалар эшләйҙәр, уларға барһаң — ысын быймалар музейына барған һымаҡ. Уларға киләсәктә берәү ҙә ҡамасаулаһын ине»[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Мария Кригер. История одного валенка. Новый бизнес (30 август 2013). Дата обращения: 6 июнь 2015.
  2. Дело по душе: три истории «социального» бизнеса. Мастерская Черниковых. Домашний очаг (11 май 2014). Дата обращения: 6 июнь 2015. 2014 йыл 29 октябрь архивланған.
  3. Алиса Заморева. Валенки и предметы быта от Мастерской Черниковых. Живи Медиа (18 февраль 2014). Дата обращения: 6 июнь 2015.
  4. Мила Кретова. Хендмейд: как превратить в бизнес ручную работу. Компания (20 март 2015). Дата обращения: 6 июнь 2015. 2016 йыл 6 март архивланған.
  5. Дина Иванова. Ольга Черникова: «Валенок — средство коммуникации». Опора-созидание (18 февраль 2014). Дата обращения: 6 июнь 2015.
  6. Анна Чесова. На московских заправках появились товары социальных предпринимателей. The Village.dat
  7. Мастерская Черниковых провела первый мастер-класс в Новоспасском монастыре. Новоспасский монастырь. Дата обращения: 6 июнь 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
  8. Мелиса Савина. Валенки и еловый коктейль от социальных предпринимателей. Бизнес и общество. Дата обращения: 6 июнь 2015. 2014 йыл 2 июнь архивланған.
  9. Елена Мухаметшина. 10 мужских валенок, на которые стоит обратить внимание. Forbes (9 ноябрь 2010). Дата обращения: 6 июнь 2015. 2014 йыл 9 ғинуар архивланған.
  10. Инна Чурикова о валенках Мастерской Черниковых. YouTube (20 май 2013). Дата обращения: 6 июнь 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]