Черняк Инна Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Инна Черняк
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Инна Николаевна Черняк

Ысын исеме

Інна Миколаївна Черняк

Гражданлығы

Украина Украина

Специализация

самбо һәм дзюдо

Тыуған датаһы

28 март 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (36 йәш)

Тыуған ере

УССР, Запорожье

[[commons:Category: Inna Cherniak Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Инна Николаевна Черняк (укр. Інна Миколаївна Черняк; 28 март 1988 йыл) — украин самбисы һәм дзюдоисы, "Рио-де-Жанейро ҡалаһында үткән йәйге Паралимпия уйындары һәм Баку ҡалаһында үткән "Европа уйындары " чемпионы, Ҡаҙанда үткән йәйге Универсиаданың көмөш призеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

13 йәшендә апаһы Марина менән дзюдо буйынса күнекмәләр башлай. Ҡыҙҙарға дзюдо менән шөғөлләнергә уларҙың буласаҡ тренерҙары Андрей Бондарчук кәңәш итә[1].

Йәйге 2013 — Универсиадала Инна самбола 52 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында Украина исеменән сығыш яһай һәм көмөш миҙал яулай[2]. Украин ҡыҙы дүрт көрәш үткәрә. Башта ул Италиянан Роксана Галусты 14:1 иҫәбе менән еңә. Шунан һуң сирек финалда 9:1 иҫәбе менән Казахстандан килгән Эльза Абдеҡадированы еңә. Ярым финалда ул ҡытай ҡыҙы Фанфан Чень менән көрәшә һәм 7:0 иҫәбе менән уны ла еңә. Финалда Черняк рәсәйле Анна Коновалова менән ярыша, әммә был юлы көрәштәштән 0:2 иҫәбе менән еңелә[3].

2015 йылдың 1-се Европа уйындарында 57 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында күреү һәләте боҙолған спортсы ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңде.

2016 йылдың 9 сентябрендә Инна Черняк Паралимпия уйындарында күрәү һәләте сикләнгән кешеләр араһындағы ярыштарҙа алтын миҙал яуланы. Финалға тиклем 57 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында украин ҡыҙынан Венгриянан Флора Бурани һәм Көньяҡ Кореянан Хану Сео Черняктан еңелделәр. Финалда уға Люсии Тейшейра (инг.)баш. (инг.)баш. ҡаршы торҙо. Көрәш 20 секунд ҡына барҙы һәм Черняҡ ваҡытынан алда еңеү яуланы[4].

Дәүләт наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Княгиня Ольга ордены, II дәрәжә — 2016 йылда Рио-де-Жанейро ҡалаһында (Бразилия Федератив Республикаһы) XV йәйге Паралимпия уйындарында юғары спорт һөҙөмтәләренә ирешкәне өсөн, күрһәткән батырлығы, фиҙакәрлеге һәм еңеүгә ынтылышы өсөн, Украинаның абруйын халыҡ -ара кимәлендә күтәргәне өсөн[5].
  • Княгиня Ольга ордены, III дәрәжә — Ҡаҙанда XXVII бөтә Донъя йәйге Универсиадаһында юғары спорт һөҙөмтәләренә ирешкәне өсөн, унда күрһәткән фиҙакәрлеге һәм еңеүгә ынтылышы өсөн, Украинаның халыҡ-ара абруйын күтәргәне өсөн[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]