Чехов проспекты (Дондағы Ростов)
Чехов проспекты Дондағы Ростов | |
Чехов проспектында (йорт 52) К.И. Шапошниковтың табыш йорто | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Элекке исемдәре |
Кесе проспект |
картала |
Чехов проспекты — Дондағы Ростов ҡалаһының Киров районындағы проспект.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чехов проспекты 1917 йылға тиклем Кесе проспект тип аталған[1]. 1912 йылда Дондағы Ростовта Чехов исеме менән хәҙер Кесе исеме йөрөтөүсе, Ҙур проспекттан Ҡазан тыҡрығына (хәҙер Ворошилов проспекты һәм Гәзит тыҡрығы (Дондағы Ростов)) тиклем һуҙылған, бер квартал оҙонлоғондағы тыҡрыҡ аталған. Чехов проспекты XIX быуаттың икенсе яртыһында — Димитрий Ростовский нығытмаһы бөтөрөлгәндән байтаҡ һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Бында, карта буйынса, элек нығытманың көнбайыш сиге үткән. Революцияға тиклемге планда проспект Дондан Скобелевская (хәҙер Красноармейская)урамына тиклем һуҙылған, артабан — ул ваҡыттағы бесән баҙары булған буш ерҙән — Гимназическая (хәҙер Греческий Город Волос исемендәге урам) урамына тиклем, аҙаҡ зыярат, ә уның артында — ипподром була. Төҙөлөшө буйынса — был ябай ҡала урамы. Обывателдәрсә өйҙәрҙә табиптар, техниктар, частный поверенныйҙар ҡуртымға фатир алалар. Проспектта фабрикант, купец гильдия сауҙагәре Токарев ҙур өс ҡатлы айырым йорт төҙөй. Уның йорто тулыһынса табиптарға ҡуртымға бирелә. Совет власы осоронда проспекттың исеме үҙгәртелә. Ул оҙаҡ ваҡыт Осоавиахим проспекты тип йөрөтөлә, ә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң — бөйөк яҡташы Антон Павлович Чехов исемен ала. Яҙыусының 150-йыллыҡ юбилейына Чехов проспекты һәм Пушкин урамының мөйөшөндә яҙыусыға һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәлдең авторы Ростов скульпторы Скнарин Анатолий Андреевич. Шулай итеп «урыҫ әҙәбиәте өсмөйөшө» барлыҡҡа килә: Пушкин һәйкәле һәм Чехов һәйкәле — Пушкин бульварында — Лермонтов һәйкәле Ворошилов проспектында.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Чехов проспектында М.И. Мессароштың табыш йорто, 32
-
Чехов проспектында И.В. Кащенконың торлаҡ йорто, 41
-
Чехов проспектында ике тапҡыр СССР Геройы И.А. Плиев йәшәгән айырым йорт, 60
-
И.А. Плиев Чехов проспектында П.И. Ливенскийҙың табыш йорто, 72/155, Пушкин урамы
-
Оло Баҡса урамында Н.И. Токаревтың табыш йорто, 106/46, Чехов проспекты
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вера Волошинова. Ростов -на-Дону: проспект Чехова// газета «Молот». — 30.03.2012. № 41-42 — с. 6.