А. П. Чехов һәйкәле (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
А. П. Чехов һәйкәле (Дондағы Ростов)
Чехов һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Скульптор Анатолий Скнарин
Бейеклеге 2,5 метр
Материал бронза

А. П. Чехов һәйкәле — яҙыусы Антон Павлович Чеховтың[1] тыуыуына 150 йыл хөрмәтенә ҡуйылған бронза монумент. Һәйкәл Дондағы Ростовта Пушкин[2] урамы менән Чехов проспекты киҫешкән урында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антон Павлович Чеховҡа һәйкәл төрлө ҡалалар территорияһында ҡуйылған: Мәскәү, Таганрог, Көньяҡ-Сахалинск, Красноярск, Томск һәм ҡайһы бер ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа[2]. Дондағы Ростовта һәйкәл төҙөү идеяһы 2010 йылдың яҙында барлыҡҡа килә. Был эште ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу өсөн комиссия ойошторола һәм махсус конкурс[3] үткәрелә. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса Ростов скульпторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Анатолий Скнариндың һәйкәл проекты һайлап алына. Автор яҙыусының образын табылған архив фотоһүрәттәре[1] буйынса төҙөгән.

Һәйкәлдең урынлаштырыласаҡ урынын тиҙ генә билдәләй алмайҙар. Бер нисә вариант ҡарала: Семашко һәм Станиславский урамдары сатында сауҙагәр Максимов йорто янындағы территория, Буденный проспектындағы китап Йорто янында һәм Пушкин урамында Асыҡ китапхана эргәһендә. Шулай уҡ яҙыусыға һәйкәлде Пушкин һәм Чехов урамдары киҫелешендә урынлаштырырға тигән тәҡдим дә була. Һайлау комиссияһы ошо тәҡдимдә туҡтала. Һәйкәл асыу тантанаһы 2010 йылдың 28 ғинуарында үтә[1]. Һәйкәлдең бейеклеге 2,5 метр[4] тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]