Чолман
Чолман | |
Нигеҙләү датаһы | 1991 |
---|---|
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Әҫәрҙең теле | Мари теле |
Рәсми сайт | cholman.ru |
«Чолман» (Кама)— Башҡортостанда мари телендә нәшер ителгән республика ижтимағи-сәйәси гәзите. Баҫма Башҡортостан мари диаспораһы тормошондағы ижтимағи-сәйәси, социаль, иҡтисади һәм мәҙәни ваҡиғаларҙы яҡтырта, уның биттәрендә мари халҡының мәҙәниәте һәм тарихы буйынса материалдар, әҙәби әҫәрҙәр донъя күрә. Гәзитте ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.
«Чолман» Нефтекама ҡалаһында аҙнаһына 1 тапҡыр А3 форматлы дүрт биттә сыға. Тиражы — 4000 дананан ашыу (2010 йыл).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәзиттең беренсе һаны 1991 йылдың 24 апрелендә баҫтырылып сыға[1]. 1991 йылдың ноябрь башынан ноябрь аҙағына тиклем баҫмаһының баш мөхәррире И. И. Губаев була. Һуңынан редакцияны В. М. Шәйҙуллин, Ф. И. Ибатов етәкләй. 2001 йылдың июленән И. И. Губаев ҡабаттан редакцияға етәкселек итә башлай.
Башта «Чолман» Нефтекама ҡалаһының мари телендәге гәзите була. 1993 йылда Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә «республика ижтимағи-сәйәси гәзите» статусын ала[2]. 2009 йылдан алып — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте[3], 2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы ҡарамағында[4].
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәзит республикала мариҙар күпләп йәшәгән райондарҙа таратыла (Башҡортостан — Рәсәйҙә Марий Элдан һуң мариҙар һаны буйынса икенсе төбәк, бында 100 меңдән ашыу мари йәшәй), шулай уҡ Марий Эл, Татарстан һәм Удмурт республикаларында, Пермь крайы, Свердловск өлкәһендә — яҙылыу буйынса[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Арина Рахимкулова. В Башкирию на юбилей марийской газеты «Чолман» приедут почетные гости из Марий Эл . ИА «Башинформ» (16 апрель 2016).
- ↑ Постановление Президиума ВС РБ и Совета Министров РБ от 25.02.93 № 88 «Об издании республиканской общественно — политической газеты „Чолман“».
- ↑ Распоряжение Правительства РБ от 24.04.2009 № 397-р «О передаче полномочий учредителя газеты „Чолман“ Правительству Республики Башкортостан».
- ↑ Распоряжение Правительства РБ от 18.05.2016 № 510-р «О возложении на Агентство по печати и средствам массовой информации Республики полномочия учредителя (соучредителя) периодических печатных изданий».
- ↑ Александр Зиновьев. Фаниль Кудакаев: «Опыт наших газет вызвал большой интерес у финно-угорских журналистов» . ИА «Башинформ» (3 декабрь 2008).