Эстәлеккә күсергә

Чудо-юдо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чудо-юдо
Алексей Федорович Афанасьев, Петр Ершовтың «Конёк-Горбунок» әкиәтенә иллюстрация. 1897 һәм 1898 йылдар араһы
Алексей Федорович Афанасьев, Петр Ершовтың «Конёк-Горбунок» әкиәтенә иллюстрация. 1897 һәм 1898 йылдар араһы
Бәйле персонаждар

Идолище Поганое

 Чудо-юдо Викимилектә

Чудо-юдо — рус халыҡ әкиәттәре персонажы. Башта хикәйәләүҙәрҙә кире роль уйнамай. Ваҡыт үтеү менән, персонаждың енес категорияһы ла үҙгәрә: женский — мужской — средний[1]. Бөгөнгө көндә этнографтарҙың һәм культурологтарҙың эштәрендә персонаждың килеп сығышы тураһында берҙәм фекер юҡ. Беҙҙең көндәргә килеп еткән хикәйәттәрҙә персонаждың тәбиғәте йыш ҡына антик мифологияларҙағы диңгеҙ йәшәүсе ҡурҡыныс йән эйәләрен хәтерләтә.

Этимологияһы һәм персонаждың килеп сығышы тураһында версиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ун туғыҙынсы быуат әҙәбиәтендә бер нисә шикле этимология тәҡдим ителә. Г. М. Дьяченконың дөйөм редакцияһы аҫтында баҫылған «Тулы сиркәү-славян һүҙлеге» Юдоны диңгеҙ хайуаны тигәнде аңлатҡан санскриттағы jадас менән сағыштыра. Шулай уҡ чудо «диңгеҙ мөғжизәһе» мәғәнәһендә ҡулланыла[2]. А. С. Хомяков төҙәткән «Сағыштырма һүҙҙәр өсөн материалдар»ға ярашлы, чудо-юдо — мифик йыландың (аждаһаның) исеме, мөғжизә һүҙенән килеп сыға. Был баҫмала әйтелеүенсә, боронғо заманда ул алпамышаны аңлата[3] һәм тәбиғәткә ҡараштары үҫешкән дәүерҙә гиганттарҙың титаник образдарында уның бөтә ҡеүәтле көстәре (өйөрмә, дауыл һәм йәшен) кәүҙәләндерелә. Юдо Иуда һүҙенән килеп сыҡҡан, ул иртә христианлыҡ осоронда уҡ яуыз көстәргә һәм ендәргә бирелә башлаған[4].

Рус халыҡ әкиәттәрендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Иван — крәҫтиән улы һәм Чудо-юдо» («Иван — крестьянский сын и Чудо-юдо») урыҫ халыҡ әкиәтендә ул — күп башлы (6, 9, 12 башлы) йыландар төркөмө, кире персонаж. Был әкиәттә һыбай йөрөй һәм ҡала-ауылдарҙы яндыра. 12 башлы Чудо-юдоның утлы бармағы бар, уның ярҙамында ҡырҡылған баштарын тергеҙә ала. Ул таш палаталарҙа йәшәй, сихырсы ҡатындары һәм йылан-әсәһе бар. Әкиәт атамаһынан күренеүенсә, төп дошманы — крәҫтиән улы Иван.

Рус яҙыусылары әкиәттәрендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Чудо-юдо балыҡ-кит. Петр Ершовтың «Конёк-Горбунок» әкиәтенә Николай Богатовтың иллюстрацияһы

Петр Ершовтың 1834 йылда яҙылған «Конёк-Горбунок» әкиәтендә ул үҙ аллы персонаж булараҡ күрһәтелә. Дөрөҫөн әйткәндә, ул «диңгеҙгә арҡыры» ятҡан балыҡ-утрау.

Василий Жуковскийҙың «Берендей батша, изгелекле батша Еремей һәм яуыз Чудо-юдо тураһында әкиәт, Варвараның балыҡсы улы Андрейға булған һөйөүе тураһында» («Сказка о царе Берендее, о добром царе Еремее и злом Чуде-юде, о любви Варвары-красы к рыбацкому сыну Андрею») әкиәте мотивтары буйынса ҡуйылған «Варвара-краса, длинная коса» фильмында Чудо-юдо — ерҙәге батша Еремейҙы урлап алып киткән һыу аҫты батшаһы. Еремей батшаға балыҡсы улы Андрей ярҙам итә.

Хәҙерге заманда ҡулланылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ушаковтың «Рус теленең аңлатмалы һүҙлеге» буйынса, хәҙерге рус телендә чудо-юдо тылсым, шулай уҡ мөғжизә мәғәнәһендә ниндәйҙер ғәжәп, аңлатып булмаҫлыҡ, ғәҙәти булмаған (ирония формаһында) мәғәнәһендә. ҡулланыла[5].

Ирина Захаренко һәм Ирина Брилёваның лингвокультурологик һүҙлегенә ярашлы, урыҫтар ниндәйҙер йәки ғәҙәти булмаған, сәйер нәмә, ниндәйҙер мөғжизә йәки ғәйәт ҙур балыҡ тураһында һөйләгәндә ошо әйтемде хәтергә төшөрә һәм уны файҙалана ала[6].

  • Левиафан — Иҫке Ғәһеттәге диңгеҙ йыланы.
  1. Рѣдько А. Нечистая сила въ судьбахъ женщины-матери // Этнографическое обозрѣніе. — Санкт-Петербургъ: Изд. Этнографическаго отдѣла Императорскаго общество любителей естествознанія, антропологіи и этнографіи, 1899. — В. 40—43. — С. 54—132.
  2. Полный церковно-славянскій словарь: со внесеніемъ въ него важнѣйшихъ древне-русскихъ словъ и выраженій / Подъ ред. Г. М. Дьяченко. — М.: Тип. Вильде, 1899. — Т. II. — С. 827, 843.
  3. Словарь церковно-славянскаго языка / Подъ ред. А. Х. Востокова. — С.–Петербургъ: Второе отдѣление Императорской Академіи Наукъ, 1861. — Т. II. — С. 570.
  4. Материалы для сравнит. словъ / Подъ ред. А. С. Хомякова. — С.–Петербургъ: Изд. Академіи наукъ. — Т. II.
  5. Толковый словарь русского языка / Под. ред. профессора Д. Н. Ушакова. — М.: Вече, 2003. — Т. III (Р-Я). — С. 604. — 672 с. — ISBN 5-7838-0889-X.
  6. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; zaharenko төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  • Чудо-Юдо рыба-кит // Сказочная энциклопедия / Составитель Наталия Будур. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2005. — С. 560. — 608 с. — 5000 экз. — ISBN 5-224-04818-4.