Эстәлеккә күсергә

Чукаева Ирина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чукаева Ирина Ивановна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 февраль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 5 ғинуар 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Үлем сәбәбе пневмония
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө медицина һәм кардиология[d]
Эш урыны Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Уҡыу йорто Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы
 Чукаева Ирина Ивановна Викимилектә

Чукаева Ирина Ивановна (23 февраль 1950 йыл, Мәскәү5 ғинуар 2018, шунда уҡ) — СССР һәм Рәсәй табип-кардиологы, медицина фәндәре докторы, профессор. Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетың поликлиника кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2011).

Ирина Ивановна Чукаева 1950 йылдың 23 февралендә Мәскәүҙә тыуа. 2-се Мәскәү медицина институтын отличие менән тамамлай, артабан эске ауырыуҙар кафедраһы буйынса аспирантураны тамамлай (кардиология һөнәре)[1]. 2003 йылдан алып 2017 йылға тиклем Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетың поликлиника кафедраһы мөдире

Рәсәй кардиология йәмғиәтенең ағзаһы[2], Мәскәү бүлексәһе рәйесе (2008), артериаль гипертонияның Рәсәй медицина йәмғиәте Президиумы ағзаһы[3], беренсел быуын табиптарына һөнәри ярҙам күрһәтеү үҙәгенең башкарма директоры[4].

Рәсәй Федерацияһы ижтимағи палатаһының ғаилә, әәлек һәм балаларға ярҙам итеү буйынса комиссия, Мәскәү ҡалаһының Һаулыҡ һаҡлау департаменты ижтимағи советы, кардиология буйынса ҡала аттестация комиссияһы составына инә.

10 йыл дауамында «Студия „Здоровье“» программаһының авторы һәм алып барыусыһы (2005 йылдан 2008 йылға тиклем — «Рәсәй» телеканалында, 2013 — йылдан Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы[5]). Пациенттар өсөн белем биреү фильмдарын булдырыу инициаторы; был проекттың миссияһы — өй телевидениеһы ярҙамында рәсәйлеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу.

2018 йылдың 5 ғинуарында Мәскәүҙә пневмониянан өҙлөгөүҙән һуң вафат була. Троекурово зыяратында ерләнә.

Кейәүҙә булған, балалары һәм ике ейәне бар.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылда — кандидатлыҡ, 1991 докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетының терапия һәм кардиология диссертаця советы, «Лечебное дело» журналы редколлегияһы ағзаһы, Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетының этика комитеты ағзаһы булып тора

400-ҙән ашыу баҫма эш, шул иҫәптән медицина юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн поликлиника терапияһы буйынса дәреслек, студенттар һәм табиптар өсөн методик ҡулланмалар, 8 авторлыҡ таныҡлыктары авторы булып тора.

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанағы — Электрон каталог РГБ

  • Асташкин Е. И., Васюк Ю. А., Чукаева И. И. Возможности миокардиальной цитопротекции в лечении больных ИБС и постинфарктным кардиосклерозом. — М.: Компания Медиком, 2009. — 11 с. — ISBN 978-5-91264-015-5
  • Сторожаков Г. И., Чукаева И. И., Александров А. А. Поликлиническая терапия : учебник для студентов медицинских вузов. — М.: ГЭОТАР-Медиа, 2007. — 701 с. — ISBN 978-5-9704-0543-7
  • Чукаева И. И. Воспаление и иммунокомплексные реакции при инфаркте миокарда : автореферат дис. … д-ра мед. наук. — М., 1991. — 43 с.
  • Чукаева И. И., Глезер М. Г., Шальнова С. А. Современное состояние терапии пациентов с ИБС в Российской Федерации. — М.: Компания Медиком, 2009. — 11 с. — ISBN 978-5-91264-011-7
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2011)
  • Рәсәй артериаль гипертония медицина йәмғиәтенең «Просвещение» премияһы (2015).
  1. РНИМУ им. Н. И. Пирогова
  2. Секции : Сердечно-сосудистые заболевания при сахарном диабете. Общество кардиологов Российской Федерации. Дата обращения: 14 март 2016. 2016 йыл 12 октябрь архивланған.
  3. Об обществе : Структура. Артериальная гипертония. Дата обращения: 14 марта 2016.
  4. Об обществе : Структура. Артериальная гипертония. Дата обращения: 14 март 2016.
  5. Студия «Здоровье». Общественное телевидение России. Дата обращения: 14 март 2016. Архивировано 23 март 2016 года.
  • Чукаева Ирина Ивановна. Кафедра поликлинической терапии : Сотрудники. Российский национальный исследовательский медицинский университет имени Н. И. Пирогова. Дата обращения: 14 март 2016. 2016 йыл 5 март архивланған.