Чёрная Надежда Семёновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чёрная Надежда Семёновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 18 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Кривой Рог[d], Екатеринослав губернаһы[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 2 июнь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Кривой Рог[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө шахтёр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
почётный гражданин Кривого Рога знак «За заслуги перед городом» (Кривой Рог) 3-й степени

Чёрная Надежда Семеновна (18 апрель 1924 йыл — 2 июнь 2006 йыл) — СССР шахтёры. Кривой Рогтың почётлы гражданы (1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Надежда Семеновна Чёрная (ҡыҙ фамилияһы Егорова) 1924 йылдың 18 апрелендә Кривой Рог ҡалаһында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1944 йылда башлай, Кривой Рог ҡалаһында Киров исемендәге шахтаны тергеҙеүҙә ҡатнаша. Флора Шестак һәм Екатерина Борисенок менән бергә «Ҡыҙҙар — шахтаға!» комсомол хәрәкәтенә нигеҙ һала, ул киң таралыу ала һәм йәштәрҙе емерелгән Кривбасты тергеҙеүҙә йәлеп итә. 1945 йылда фронт комсомол-йәштәр комплекслы бригадаһын етәкләй, социалистик ярыштар ваҡытында бригада «Артемуголь» тресы комсомолсы ҡыҙҙар менән ярыша. Ташсы, скреперсы булып эшләй. Тау эштәрен комплекслы ысул менән алып барыу инициаторы була. Стахановсы, производство планын 160—200 % үтәй.

Кривой Рог тау-руда институты ҡарамағындағы курстарҙы тамамлай. Шахтала эшләй, Кривой Рог ҡалаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. ЛКСМУ Үҙәк Комитетының XIII съезы делегаты.

1948—1959 йылдарҙа Первомайск руда идаралығында кадрҙар бүлегендә эшләй. 1959—1963 йылдарҙа — кадрҙар буйынса инспектор, «Большевик» руда идаралығы «Голос горняка» гәзитенең яуаплы сәркәтибе. 1963—1979 йылдарҙа — Төньяҡ тау-байыҡтырыу комбинатының кадрҙар бүлегендә ҡабул итеү секторы начальнигы.

Ире менән ике ул тәрбиәләгән.

2006 йылдың 2 июнендә Кривой Рогта вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләкәтре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамоталары;
  • Кривой Рогтың почетлы гражданы (25.03.1975);
  • 3-сө дәрәжә «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (Кривой Рог) тамғаһы (10.05.2000)[1].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ирина Ирошникова «Надежда Егорова» тигән китап яҙған[2];
  • Александр Ковальчуктың «Возрождение гиганта» документаль фильмы героиняһы, 1945 йыл.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Чёрная Надежда Семёновна. (укр.)
  2. <nowiki>Надежда Егорова [Текст: [Бригадир комсомольско-молодёжной бригады шахты им. Артёма. Кривой Рог] / Ирина Ирошникова. — М.: «Молодая гвардия», 1948. — 206 с.]