Шайтан заводтары
Викидатала элемент тултырылмаған |
Шайтан заводтары — Түбәнге Шайтан суйын иретеү һәм тимер яһау, Үрге Шайтан тимер яһау заводтары Н. Н. Демидов тарафынан Оло Шайтан (Чусовая йылғаһы ҡушылдығы) йылғаһы буйында Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә төҙөлә; Түбәнге — 1732 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1731 йылда), Үрге (ярҙамсы) — 1760 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1759 йылда). Хужалары: 1732 йылдан 1867 йылға тиклем — Демидовтар, 1867 йылдан — Е. А. һәм С. А. Ширяевтар, 1810 йылдан — М. Ф. Ярцев, 1846 йылдан — М. И. Кузьмина, Е. И. Николаева һәм О. И. Берг, 1869 йылдан — В. Берг һәм уның вариҫтары, 1907 йылдан Шайтан тау заводтарының акционерлыҡ йәмғиәте. Заводтар Шайтан тау округына инәләр.
Түбәнге Шайтан заводы 1732 йылда эшләй башлай, ә Үрге — 1760 йылда. Түбәнге Шайтан заводында домна мейесе, 6 ҡул горны, 3 крица сүкеше була; XIX быуат башында — ҡорос ҡойоу мейесе, 12 горн, 5 крица сүкеше, 2 прокатлау станы; Үрге шайтан заводында — 2 сүкеш, в нач. XIX быуат башында — 6 горн, 2 сүкеш. 1900 йылда Шайтан заводтарында 7 ҡыҙҙырыу, 5 пудлинг, 2 иретеп йәбештереү һәм домна мейесе, крица горны, 4 һыу һәм 3 боҫ сүкеше, 5 прокатлыҡ станы, 9-шар боҫ машинаһы һәм локомобиль, 2 һауа өрөүсе машина. 1910 заводтарҙың 34315 десәтинә ере була. 1772 йылда Шайтан заводтарында — 466 мастеровой һәм эшселәр, 1858 йылда — 2921 крепостной крәҫтиән, 1904 йылда — 1020 эшсе хеҙмәт итә. 1779 заводтарына етештерелә (мең бот): тимер — 61,4, 1841 йылда — 36, 1863 йылда — 103,7, 1881 йылда — 121,9; Түбәнге шайтан заводында: суйын 1750 йылда — 66, 1800 — 94,3, 1860—158,3; 1885 — чугуна 328,8, әҙер тимер — 150,4 (шул иҫәптән табаҡлы — 129,8), 1910 йылда — 664,8 и 285 (279,1) соотв., 1913 йылда чугуна — 664,8, табаҡлы түбә ҡыйығы тимере — 376,9. 1830 йылда Шайтан заводтарында табаҡлы түбә ҡыйығы тимерен тетештереү индерелә, 1835 йылда — суйындан изделиелар ҡойоу, 1882 йылда — пудлинглыҡ, 1911 йылда — мартен етештереүе, Пермь тимер юлы төҙөлә.
Беренсе донъя һуғышы йылдарында артиллерия снарядтарын, ваҡ торба һәм хәрби хәжәте өсөн башҡа продукцияһын етештерә; ҡурғаш һәм хром берләшмәһен етештереү өсөн «Железняк» химия заводы төҙөлә.
1920 йылда Түбәнге Шайтан заводы торбалар етештереү буйынса заводы тип үҙгәртелә.
1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында Шайтан заводтарын баш күтәреселәр баҫып ала, завод крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө ихтилалсыларға ҡушыла.
Граждандар һуғышы осоронда Түбәнге Шайтан заводы өлөшләтә емерелә, Үрге Шайтан заводы яндырыла.
Һуңынан Торбалар заводы базаһында «Первоуральск яңы торба заводы» Аcыҡ акционерлыҡ йәмғиәте булдырыла. Хәҙерге ваҡытта Түбәнге Шайтан заводы ауылы урынында Первоуральск ҡалаһы урынлашҡан.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ШАЙТАНСКИЕ ЗАВОДЫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Шайтанский завод (рус.)
- Васильево-Шайтанский завод (рус.)