Шамаева Светлана Сәми ҡыҙы
Шамаева Светлана Сәми ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 22 декабрь 1955 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Жанр | пейзаж[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Шамаева Светлана Сәми ҡыҙы (22 декабрь 1955 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Светлана Сәми ҡыҙы Шамаева 1955 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Иҫке Арзамат ауылында тыуған. Мәктәптән һуң медицина училищеһында һәм художество мәктәбенең киске бүлегендә уҡый.
1975—1980 йылдарҙа «Ағиҙел» Башҡорт художество берекмәһендә эшләй, бында ағасҡа биҙәктәр һала һәм лаклы миниатюралар менән шөғөлләнә. Мәскәү өлкәһендә Федоскино ауылында лаклы миниатюра сәнғәте фабрикаһында стажировка үтә.
1988 йылда Өфө сәнғәт училищеһының — художество-педагогик бүлеген тамамлай.
Рәссамдың тәүге шәхси күргәҙмәһе 1980 йылда Өфөлә БАССР-ҙың Рәссамдар союзының бәләкәй күргәҙмәләр залында үтә, киләһе күргәҙмә Иҫке Арзамат ауылында була.
1980—2000 йылдарҙа Мишкә ауылында йәшәй, унда Балалар сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәт класы аса. 1993—1994 йылдарҙа Йошкар-Ола ҡалаһында йәш тамашасының Мари театрында «Тылсымлы көснә» спектакленә декорациялар өҫтөндә эшләй.
Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәй. Пейзаж һәм портреттар өҫтөндә эшләй («Обь йылғаһында» (2004), «Март иртәһе» (2005), «Талдар» (2006), «Ауыл мунсаһы. Ҡыш» (2013).
Рәссамдың әҫәрҙәре музей тупланмаларында һәм картина галереяларында һаҡлана: В. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында (Өфө), фин-уғыр халыҡтарының этнография музейында (Хельсинки, Финляндия), Марий Эл республика һынлы сәнғәт музейында (Йошкар-Ола), Марий Эл республикаһының Т. Евсеев исемендәге милли музейында, «Быуындар фонды» музейында (Ханты-Мансийск, РФ), Нефтекама ҡалаһының «Мираҫ» картиналар галереяһында, шулай уҡ М. Ғ. Рәхимовтың һәм балетмейстер Ю. Н. Григоровичтың шәхси коллекцияларында һаҡлана.
Ғаиләһе: рәссамдың тормош иптәше — рәссам Леонид Круль.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәссам күп ҡатлы үтә күренмәле рәсемдәр төшөрә, был «Иртә. Оләсәйҙә» (1982), «Автопортрет» (1985), әҫәрҙәренә хас, пейзаждар («Ер тауышы» (2000), «Көҙгө этюд» (2001), «Епшек көн» (2005), «Минең ауылҡайым» (2013), портреттар «Арзамат ауылынан Ярмингина Роза» (1981), «Новотроицк ауылынан һауынсы Томилова» (1983), «Снежана» (1990), «Арзамат ауылынан студентка Рая» (1980), «Көтөү», «Шуматлика әбей», (1981), «Ларисаның портреты» (2010), жанрлы композициялар(«Оләсәйҙә иртәнсәк» (1982), «Вера өсөн гөлләмә»(2011) төшөрә.
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Светлана Шамаева 1979 йылдан алып шәхси (Өфө), республика, зона, төбәк, бөтә рәсәй, сит ил (Хельсинки) күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Культурный мир Башкортостана. Статья «Лучезарный мир Светланы Шамаевой»
- Союз художников РБ. Шамаева Светлана Самиевна
- http://www.bashinform.ru/news/799040-izvestnye-zhivopistsy-bashkortostana-svetlana-shamaeva-k-yubileyu-khudozhnika/
- http://mishkan.ru/news/4953
- http://mishred.ru/society/2345-iskusstvo-vechno.html 2015 йыл 25 декабрь архивланған.
- http://kulturaufa.ru/odbor/announcements/details.php?id=5317 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://ufa.monavista.ru/news/252066/ 2015 йыл 25 декабрь архивланған.