Эстәлеккә күсергә

Шамбы (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шамбы
Нигеҙләү датаһы 1885
Атамаһы Налим
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q97016370?
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1 (13) июль 1885
Баҫылған Пёстрые рассказы[d][1] һәм Петербургская газета[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Шамбы  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 1 июлендә «Петербург гәзитенең » 177-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

А. П. Чеховтың «Шамбы» хикәйәһе 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 1 июлендә «Петербург гәзитенең » 177-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1886 йылда хикәйә «Пестрые рассказы» йыйынтығында баҫыла, А. Ф Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйынтығына индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә поляк һәм серб-хорват телдәренә тәржемәләнә.

Яҙыусының ҡустыһы, Михаил Павлович Чехов хикәйәнең яҙылыуы тураһында былай тип хәтерләй: «Бик яҡшы иҫемдә Бабкинола һыу ингес ҡуйған саҡта унда эшләүсе балта оҫталары һыуҙа шамбыны күреп ҡалғаны»[2].

Тәнҡитсе Н. Ладожский хикәйәне 1886 йылда баһалап, былай тип яҙа: «Бала-саға» һәм — «Шамбы» хикәйәләре бик матур яҙылған»[3].

Чехотың ижадын хәҙерге заман өйрәнеүселәре «Шамбыла» көлкө һәм ирония бик күп тип яҙа. Үҙ ваҡытында әҙәбиәт белгесе А. Дерман хикәйәне «виртуоз юмореска» серияһынан тип иҫәпләй[4]. Хикәйә геройҙарының ҡиәфәте Чехов традицияларынса ирониялы, һәр бер персонаждың үҙенә генә хас һыҙаттары бар, уларҙың портреты көлкөлө, ирониялы планда бирелгән».

  • Герасим, балта оҫтаһы, «бейек буйлы, ябыҡ ир, ерән бөҙрә сәсле».
  • Любим, балта оҫтаһы, «ҡытай күҙле, өсмөйөшлө битле, йәш бөкөрө ир»
  • Ефим, көтөүсе, «ныҡ бәлтерәгән, һыңар күҙле һәм салшайған ауыҙлы ҡарт».
  • Василий, ылаусы, «бик шуҡ һәм әҙәпһеҙ йәш кеше»
  • Андрей Андреич, бай ир.

Хикәйәләге ваҡиға төҙөлөп ятҡан һыу ингес янында бара. Балта оҫталары Герасим менән Любим һыу эсендә бер сәғәттән артыҡ баҫып тора. Улар өйәңке тамыры аҫтындағы шамбыны ебәрмәҫкә тырыша. Байтаҡ ваҡыт үтеп китә. Балыҡты эләктереп ҡалыу уңышһыҙ бара. Шамбы тотоу өсөн көтөүен ташлаған көтөүсе Ефим дә уларға ҡушыла. Тик барыбер балыҡты тота алмайҙар. Быларҙы күреп ҡалған Андрей Андреич эштең нимәлә икәнен аңлап ала һәм ярҙамға ылаусы Василийҙы саҡырып килтерә. Василий ҙа һыуға төшә. Хәҙер шамбыны дүртәүләшеп эҙләйҙәр. Андрей Андреич та түҙмәй, һәм үҙе һыуға килеп инә. Ул да бер эш тә сығара алмай. Шунан Герасим балта алып килә. Любим өйәңкенең тамырын саба. Андрей Андреич, һыу эсендә һәрмәнеп, шамбыны таба. Барыһы ла ҡәнәғәт, улар шамбының ауырлығы күпме булыуын самалай. Ошо ваҡыт шамбы ҡойроғо менән ҡапыл киҫкен итеп һыуға һуға һәм йөҙөп китә.

1937 йылда «Белгоскино» киностудияһында Чеховтың «Шамбы» хикәйәһе буйынса фильм төшөрөлә (режиссёры — С. Сплошное)[5].

1953 йылда М. Горький исемендәге Мәскәү киностудиһында А. П. Чеховтың «Шамбы», «Рыбье дело» һәм «Из записок вспыльчивого человека» хикәйәләре мотивтары буйынса «Шамбы» ҡыҫҡа метражлы төҫлө стереоскопик нәфис фильмы төшөрөлә. Сценарий авторы һәм режиссёр-ҡуйыусы - А. В. Золотницкий. Ролдәрҙә: А. А. Попов (Герасим), Владимир Борискин (Любим), Георгий Милляр (Ефим), Николай Чистяков (барин), Иван Рыжов (Василий), Т. Суродина (Наденька), Сергей Мартинсон (Николя), Марина Гаврилко, Иван Пельтцер, А. Юрьев, Николай Горлов, Пётр Репнин[6].

  • Чехов А. П. Налим// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Дерман А. О мастерстве Чехова. М., 1959. −207 с.
  • Нигматуллина Л. М. Роль иронической детали в рассказах А. П. Чехова («За яблочки», «Хамелион», «Налим») // Научно-методический электронный журнал «Концепт». — 2014. — Т. 20. — С. 2736—2740.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, page 164, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • La Lotte, traduit par Édouard Parayre, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.
  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=69
  2. М. П. Чехов. Антон Чехов и его сюжеты, М., 1923, стр. 33
  3. Ст. «Обещающее дарование» «С.-Петербургские ведомости», 1886, № 167, 20 июня
  4. Дерман А. О мастерстве Чехова. М., 1959. −207 с.
  5. Герои Чехова на экране
  6. «Налим» (1953) 2017 йыл 27 октябрь архивланған.