Эстәлеккә күсергә

Шанюшкина Чимита Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шанюшкина Чимита Григорьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Курумкан[d], Баргузинский район[d], Бурятская Автономная Советская Социалистическая Республика[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 февраль 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Улан-Удэ, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Шанюшкин Чимита Григорьевна (17 февраль 1927 йыл18 февраль 2005 йыл) — СССР бүрәт опера һәм эстрада йырсыһы (сопрано), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978).

Чимита Григорьевна Шанюшкина 1927 йылдың 27 февралендә Бүрәт АССР-ының Курумкан ауылында билдәле бүрәт нәҫеле Шанюшкиндар[1] ғаиләһендә тыуа. Курумкан урта мәктәбе уҡый. Уҡытыусы булып эшләй.

1950 йылда Свердловск ҡалаһында Урал консерваторияһын тамамлай (З.В. Щелокованың йыр класы)

1950—1955 йылдарҙа Бүрәт опера һәм балет театрында солист булып эшләй.

1955—1997 йылдарҙа — «Байкал» Бүрәт дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле солисы. Уның репертуарында украин, грузин, әзербайжан, ҡаҙаҡ, яҡут, башҡорт, татар, тажик һәм монгол йырҙары бик күп. Уның өсөн махсус яҙылған Бадма Балдаковтың «Һөйгәнемә» йырының беренсе башҡарыуһы була. Сит илдәргә гастролдәргә йөрөй. Күп кенән йәш йырсыларҙың остазы була, улар араһында Д.Дашиев, Л Галсанова, Д. Пурбуева, Х. Аюржанаева, Г Маланова, В. Шагжиев, Б. Раднаева бар. Телевидение һәм радиола музыканттар тураһында тапшырыуҙар һәм мәҡәләләр авторы. 1949 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

2005 йылдың 18 февралендә вафат була[2]. Улан-Удэ ҡалаһының Үҙәк зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (7.08.1967).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (11.10.1978).
  • «Почёт Билдәһе» ордены (24.12.1959).
  • Миҙалдар.
  • Бүрәт, Яҡут һәм Ҡалмыҡ АССР-ҙары Юғары Советы Президиумдарының Почет грамоталары,
  • Бүрәт Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты.
  • Монголияның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).

Опера һәм оперетталарҙа партиялары.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Саян итәгендә». С. Ряузов — Мэдэгмаша
  • «Башмачки», Дж. Фәйзи — Сарвар
  • «Кето һәм Котэ», В. Долидзе — Кето
  • «Батша кәләше» Н. Римский-Корсаков — Марфа
  • «Пиковая дама» П И. Чайковский — Прилепа
  • «Йәш гвардия» Ю. Мейтус — Любовь Шевцова
  • «Чио-Чио-сан», Дж. Пуччини
  • «Аршин мал алан» Уз. Гаджибеков
  1. Шанюшкины — гордость Баргузинской долины. К 90-летию народной артистки РСФСР Чимиты Шанюшкиной. «Байкальская правда».Дата обращения: 23 февраля 2018.
  2. Последняя песня. Знаменитая певица провела последние месяцы своей жизни в одиночестве. «МК в Бурятии». Дата обращения: 23 февраля 2018.