Шибаниҙар
Шәйбаниҙар менән бутамаҫҡа.
Шибаниҙар | |||
---|---|---|---|
Ил: | Алтын Урҙа Ҡазан ханлығы | ||
Титулдар: | Оғлан Хан | ||
Нигеҙләүсе: | Шибан | ||
Нигеҙләнгән йыл: | 1266 | ||
Кесе тармаҡтар: |
Ғәрәпшәһиттәр, Күсем тоҡомдары, Шәйбаниҙар |
Шибаниҙар (Сибаниҙар) — сыңғыҙиҙар, Шибан тоҡомдары, Джучиҙың төп ҡатынынан тыуған бишенсе улы. Көнбайыш походы тамамланғандан һуң, 1241 йыл Батый Шибанға орлок титулын тапшыра (Василий Янда — йыһангир), Монгол империя армияһының баш командующийы
Бөйөк буталсыҡ (Великая замятня) осоронда Джучи улусында бер үк ваҡытта тиерлек Күк Урҙала хакимлыҡ иткән Джучиҙың өлкән улы Эджен Урҙаһы тармаҡтары һәм Джучи улусының юғары хандары — Батый тармаҡтары юҡҡа сыҡҡандан һуң, Шибаниҙар Джучи вариҫтарының законлы тармағының берҙән-бер вәкиле булып ҡалған. Джучи улусының бөтә мираҫына дәғүә итеп, Шибаниҙар, Ҙур Урҙаның Джучи улусында, Ҡырым, Ҡазан, Әстерхан Ханлыҡтарында һәм Ҡаҙаҡ Ханлығы Аҡ Урҙала нығынған Джучиҙың кәнизәкәһенән тыуған ун өсөнсө улы Туҡай Тимурҙың вариҫтары Туҡатимуриҙар менән ҡаты көрәш алып барған. Шибаниҙар династияһының төрлө вәкилдәре бер нисә тапҡыр Джучи улусы тәхетен баҫып ала, әммә унда ҡала алмай. Шибаниҙарҙың өлкән нәҫеле Себерҙә власты баҫып ала, һәм Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем өҙөклөктәр менән батшалыҡ итә.
Рәсәйҙә Себер ханының һуңғы ханы вариҫы Әли Ҡасим ханлығының һуңғы ханы була. Уларҙың тоҡомдары батша улы Ҡасим һәм Себер хандары (1718 йылдан алып Себер кенәздәре) титулына эйә була. Урта тармаҡ вәкилдәре, Ҡаҙаҡ ханлығына, һуңынан Аҡ Урҙаға нигеҙ һалған Туҡайтимуридтарҙы, артабан Ырыҫ хан тоҡомон ҡолатып, Күк Урҙала власты баҫып алған. Улар менән көрәшкә Күк Урҙа территорияһында власты баҫып алған һәм 1511 йылда Хиуа хандарына нигеҙ һалған Шибанидтарҙың бәләкәй линияһы вәкилдәре инде. Шибанидтарҙың урта линияһына Шибанидтар — Шейбанидтар — Мөхәммәт Шәйбәни (1451—1510), Шаһбуҙаг солтандың улы, Әбелхәйер ейәне инә.
Улар менән көрәшкә Күк Урҙа территорияһының бер өлөшөндә власты баҫып алған һәм, Хиуа хандарына нигеҙ һалып, 1511 йылда Хорезмды яулаған Шибаниҙарҙың кесе тармағы вәкилдәре ҡушылған. Шибаниҙарҙың урта тармағына Шибаниҙарҙың үзбәк нәҫеленә нигеҙ һалыусы — Шәйбаниҙар — Мөхәммәт Шәйбәни (1451—1510), Шаһбуҙағ солтандың улы, Әбелхәйер ейәне ҡараған.
Т. Солтановҡа ярашлы, Шибаниҙар — төрлө тармаҡтары Күк Урҙа (1361—1368), Алтын Урҙа (1361—1494, өҙөклөктәр менән), Дәшт-Ҡыпсаҡ күсмә үзбәктәре (1417—1500), Төмән Урҙаһы һәм Себер ханлығы (1457—1664), Бохара ханлығы (1500—1601) һәм Хиуа ханлығы (Ғәрәпшәһиттәр, 1511—1728) менән идара иткән Шибан вариҫтары династияһы.[1]
Себер Шибаниҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибраһим (себер ханы), улы Мир Пулад — Чинги-Тура хан, 1410 йылда үлгән
- Дәүләт Шәйех уғлан, Ибраһим улы — Себер ханы 1410—1426
- Мостафа хан, Муса солтан улы — 1420—1431 йылдарға тиклем Себер ханы
- Хажи-Мөхәммәт, Шибандың етенсе быуын тоҡомо — улы Әли — Себер ханы 1421—1428 йыл тирәһе
- Әбелхәйер Ғөбәйдуллаһ хан, Дәүләт Шәйех уғлан улы — Себер ханы 1428—1468, Үзбәктәр ханы
- Ибәҡ]] (Саәйет Ибраһим хан), Мәхмүдәктең улы, Хажимөхәмәт ейәне — 1448—1495 йылдар тирәһендә Себер ханы
- Мәмүҡ хан, Мәхмүдәк улы, Хажимөхәмәт ейәне — 1495—1496 йыл тирәһендә Себер ханы
- Ағалаҡ солтан, Мәхмүдәк улы, Хажимөхәмәт ейәне — 1497—1500 йылдар тирәһендә Себер ханы
- Ҡолоҡсолтан, Ибәҡ улы — 1500 йыл тирәһе—1506 йылдан һуң Себер ханы
- Мортаза хан, Махмүдәк улы — Себер тәхетенә претендент
- Күсем хан, Мортаза хан улы — Себер ханы 1563—1598
- Әли хан, Күсем хан улы — 1601—1608 йылдарҙа Себер ханы 1645 йылдан һуң үлгән
Джучи Улусы шибаниҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хызыр хан, Манғутай уғлан улы, Джучи Улусы ханы 1360
- Тимер-Хужа хан, Хызыр хан улы, Джучи Улусы ханы 1360
- Хажиморат хан, Манғутай уғлан улы, Джучи Улусы ханы 1360
- Әлибәк хан, Мүнкә Тимер хан, Себер ханы 1359—1375, Джучи Улусы ханы 1374—1375
- Ҡағанбәк хан, Әлибәк хан улы, Себер ханы 1375—1377, Джучи Улусы ханы 1375—1377
- Ғәрәпшаһ хан, Мир Пулад солтан улы, Джучи Улусы ханы 1377—1378
Ҡазан Шибаниҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Касимов шибаниҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алып Арыҫлан хан, Әли хан улы, Күсем (Касимов) ханы 1614—1626
- Сәйетборхан хан, Алып Арыҫлан хан улы, Күсем (Касимов) ханы 1626—1679
Күк Урҙа шибаниҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жумадуҡ, Суфыйсолтан улы, Күк Урҙа ханы 1425—1428
- Әбелхәйер Ғөбәйдуллаһ хан, Дәүләт Шәйех уғлан улы, Күк Урҙа ханы 1428—1468
- Шәйехәйҙәр, Әбелхәйер улы, Күк Урҙа ханы 1468—1469
- Хушхәйҙәр хан, Шәйехәйҙәр улы, Күк Урҙа ханы 1469
Күк Урҙаның бер өлөшөндә параллель рәүештә идара иттеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәдгәр хан (Жадигер), Тимершәйех солтан улы, Күк Урҙа ханы 1458—1468
- Бүрәкә солтан, Йәдгәр хан улы, Күк Урҙа ханы 1468—1469
- Илаҡ хан, Йәдгәр хан улы, Күк Урҙа ханы 1469—1484
- Әминәк хан]], сын Йадгар-хана, Күк Урҙа ханы 1484—
- Илбарыҫ хан, Бүрәкә солтан улы, Күк Урҙа ханы —1511, Хорезм ханы 1511—1538
Мәүәрәннәһер шибаниҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәйбани хан, Шаһбуҙағ солтан улы, Мәүәрәннәһер ханы 1501—1510
- Кучкунджи хан, Әбелхәйер хандың улы, Төркөстан солтаны 1501—1512, Мәүәрәннәһер ханы 1512—1530
- Әбүсәйет хан, Кучкунджи хандың улы, Мәүәрәннәһер ханы 1530—1533
- Ғөбәйдулла хан, Мәхмүтсолтандың улы, Бохара солтаны 1512—1533, Мәүәрәннәһер ханы 1533—1539
- Пирмөхәмәт хан, Йәнебәк солтандың улы, Балх солтаны 1546—1566, Бохара солтаны 1550—1551, Мәүәрәннәһер ханы 1556—1561
- Искәндәр хан, Йәнебәк солтандың улы, Мианҡала солтаны 1512—1533, Кәрминә солтаны 1529—1533, Мәүәрәннәһер ханы 1561—1583
- Абдулла хан II, Искәндәр хандың улы, Ҡарши солтаны 1552—1554, Бохара солтаны 1555—1556, 1557—1561, Кәрминә солтаны 1556—1561, Бохара ханы 1561—1583, Мәүәрәннәһер ханы 1583—1598
- Абдулмөьмин хан, Абдулла хан II-нең улы, Балх солтаны 1582—1583, Балх ханы 1583—1598, Мәүәрәннәһер ханы 1598
- Пирмөхәмәт хан II, Исфандийар солтандың улы, Мәүәрәннәһер ханы 1598—1601
Хорезм шибаниҙары (1511—1728)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илбарыҫ хан, сын [[Бүрәкә солтандың улы, Күк Урҙа ханы —1511, Хорезм ханы 1511—1518
- Солтан Хажи хан, Билбарыҫ Паланж солтандың улы, Хорезм ханы 1518—1519
- Хәсәнкүли хан, Әбүләк хандың улы, Хорезм ханы 1519
- Суфиян хан, Әминәк хандың улы, Хорезм ханы 1519—1522
- Бужуға хан, Әминәк хандың улы, Хорезм ханы 1522—1526
- Ауанеш хан, Әминәк хандың улы, Хорезм ханы 1526—1538
- Ҡал хан, Әминәк хандың улы, Хорезм ханы 1541—1547
- Ағатай хан, Әминәк хандың улы, Хорезм ханы 1547—1557
- Дост хан, Ағатай хандың улы, Хорезм ханы 1557—1558
- Хажи Мөхәмәт хан, Ағатай хандың улы, Хорезм ханы 1558—1603
- Ғәрәп Мөхәмәт хан, Хажи Мөхәмәт хандың улы, Хорезм ханы 1603—1621
- Хабаш солтан һәм Илбарыҫ солтан, Ғәрәп Мөхәмәт хандың улдары 1621—1623
- Исфандияр хан, Ғәрәп Мөхәмәт хандың улы, Хорезм ханы 1623—1643
- Абулғази хан, Ғәрәп Мөхәмәт хандың улы, Хорезм ханы 1643—1663
- Ануша хан (Абулмозаффар Мөхәмәт), Абулғазихандың улы, Хорезм ханы 1663—1686
- Хуҙайдад хан, Мөхәмәт Ануша хандың улы, Хорезм ханы 1686—1689
- Эренг хан, Мөхәмәт Ануша хандың улы, Хорезм ханы 1689—1694
- Джочи хан, Хажи Мөхәмәт хандың улы, Хорезм ханы 1694—1697
- Вәлихан, Хажи Мөхәмәт хандың улы, Хорезм ханы 1697—1698
- Шахнияз хан, Джочи хандың улы, Хорезм ханы 1698—1702
- Шахбәхет хан, Шахнияз хандың улы, Хорезм ханы 1702—1703
- Сәйет Али хан, Шахнияз хандың улы, Хорезм ханы 1703
- Мусахан, Джочи хандың улы, Хорезм ханы 1703—1704
- Йәдегәр хан, Хажи Мөхәмәт хандың улы, Хорезм ханы 1704—1714
- Ширғәзи хан, Хорезм ханы 1714—1728
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Султанов Т. И., Чингиз-хан и чингизиды. Москва: АСТ, 2006,с.218
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абд ал-Кадир ибн Мухаммад-Амин. Маджма ал-ансаб ва-л-ашджар // История Казахстана в персидских источниках / Отв. ред. А. К. Муминов. — Алма-Ата: Дайк-Пресс, 2005. — Т. 2. — С. 276—277. — 692 с. — 3,000 экз. — ISBN 9965-699-89-5.
- Бартольд В. В. Соч. Т. 2, ч. 2. М., 1964.
- Босворт К. Э. Мусульманские династии. Справочник по хронологии и генеалогии = The Islamic Dynasties. A Chronological and Genealogical Handbook. — М.: Наука, 1971. — С. 207—208. — 324 с. — 14,000 экз.
- История Узбекской ССР. Т. 1. Ташкент, 1967.
- Камал ад-дин Бинаи. Шайбани-наме // Материалы по истории казахских ханств XV-XVIII веков (Извлечения из персидских и тюркских сочинений). — Алма-Ата: Наука, 1969.
- Махмуд бен Вали. Море тайн, относительно доблестей благородных // Материалы по истории казахских ханств XV-XVIII веков (Извлечения из персидских и тюркских сочинений). — Алма-Ата, 1969.
- Сабитов Ж. М. Генеалогия Торе. — 3-е изд. — Алма-Ата: Наука, 2008. — С. 24—26, 31. — 326 с. — 1,000 экз. — ISBN 9965-9416-2-9. Архивная копия от 27 ғинуар 2012 на Wayback Machine