Шихан (ҡая)
Шихан | |
Нигеҙләү датаһы | 17 ғинуар 2001 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе |
Шихан Викимилектә |
Шихан — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Краснотурьинск округының Шихан ҡасабаһы тирә -яғында Каква йылғаһының уң ярында урынлашҡан ҡая.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шихан һүҙе төрки телдән айырым торған ҡалҡыулыҡты, тауҙы аңлата.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба инде күптән юҡ, хәҙер уның урынында Богословский алюминий заводының «Шихан» спорт-сәламәтләндереү комплексы урынлашҡан, әммә ул да әлеге ваҡытта эшләмәй, консервацияланған һәм һатыуға ҡуйылған[1].
Яр буйы эзбизташ ҡаяһы йылғаның бөгөлөндә 60 м тиклем бейеклектә айырым ҡая ҡалдыҡтары рәүешендә 500 м тиклем һуҙылған[2]. Ҡая ярыҡтары һәм киртләс урындары ҡая флораһын үҙ эсенә ала, унда Альп астраһы, Урал йоҡо үләне, энә япраҡлы ҡәнәфер, Себер һары умырзаяһы, Альп вудсияһы ҡаҙыяғы үҫә. Ҡаяларҙа ваҡ ағаслыҡта Гмелина чина, бикә үләне, күк көртмәле, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡара ҡарағат үҫә.
2001 йылда 2001 йылдың 17 ғинуарындағы Свердловск өлкәһенең 41-ПП Хөкүмәт Ҡарары менән Шихан ҡаялары өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәттең геоморфологик һәм ботаник ҡомартҡылары тип иғлан ителә. Ошо уҡ хоҡуҡи акт менән объект биләмәһен Карпинский урмансылығы һаҡ аҫтына ала[3]. Айырыусы һаҡлана торған табиғәт территорияһы майҙаны 0,7 га тәшкил итә. Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау өсөн тирә-яҡ территорияның таҙалығын тотоу мөһим, шулай уҡ ҡаялар эргәһендә усаҡтар яғыу, кемпингтар ойоштороу тыйыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Урал: Удивительный Шихан и красавица Каква(недоступная ссылка)
- ↑ Рундквист Н., Задорина О.Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия.— Екатеринбург: Квист, 2009.— 456 с.— ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ Об утверждении перечней особо охраняемых природных территорий, расположенных в Свердловской области
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Скалы Шихан на сайте ООПТ России 2021 йыл 19 апрель архивланған.