Эстәлеккә күсергә

Шорохова Екатерина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шорохова Екатерина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 июль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1]
Тыуған урыны Волгоград өлкәһе
РСФСР
СССР
Вафат булған көнө 7 февраль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Рәсәй
Һөнәр төрө психолог, фәлсәфәсе
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре «Почёт Билдәһе» ордены

Шорохова Екатерина Васильевна (10 июль 1922 йыл7 февраль 2004 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-психологы һәм философы. философия фәндәре докторы (1962), профессор (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).

Екатерина Васильевна Шорохова 1922 йылдың 10 июлендә Волгоград өлкәһенең Березовка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

1940 йылда урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. 1947 йылда Ленинград дәүләт университетының философия факультетының психология бүлеген тамамлай.

1947 йылдан 1951 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының философия институында аспирантурала уҡый, шунан һуң «Материалистическое учение И. П. Павлова о сигнальных системах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай

1947 йылдан 1972 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының философия институтында ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1955 йылдан 1957 йылға тиклем институттың ғилми секретары, 1960 йылдан 1972 йылға тиклем академик С.Л. Рубинштейн вафатынан һуң — психологияның философия проблемаларҙың секторын етәкләй. 1962 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1963 йылда Е. В. Шорохова профессор исемен ала.

1972 йылдан 1988 йылға тиклем — СССР Фәндәр академияһының психология институты директоры урынбаҫары һәм социаль психология лабораторияһы мөдире. 1988 йылдан 2004 йылға тиклем Рәсәй Фәндәре академияһының психология институтында баш ғилми хеҙмәткәр.

Төп эшмәкәрлегенән тыш Шорохова Е.В. 1963 йылда СССР психологтар йәмғиәтенең вице-президенты була. «Психологический журнал» (1980-2002) һәм «Вопросы психологии» (1965—1989) журналдарының мөхәрририәт ағзаһы булып тора.

2004 йылдың 7 февралендә Мәскәүҙә вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  2. Шорохова Екатерина Васильевна. Психологический журнал. №4 (2004). Дата обращения: 21 март 2020.
  3. Шорохова Екатерина Васильевна.Психологический журнал. №4(2004).Дата обращения 21 марта 2020.
  • История психологии в лицах : персоналии / Психологический лексикон: энциклопедический словарь в 6 т. // ред.-сост. Л. А. Карпенко. - М. : Per Se, 2005 г. (Екатеринбург : ГИПП Урал. рабочий). — 783 с. — ISBN 5-9292-0136-6
  • Философы России XIX-XX столетий : Биографии, идеи, труды / П. В. Алексеев. - 4 изд., перераб. и доп. - М. : Академ. проект, 2002 г. — 1159 c. — ISBN 5-8291-0148-3
  • Шорохова Екатерина Васильевна (неопр.). Институт психологии РАН. Дата обращения 21 марта 2020.