Эстәлеккә күсергә

Штатол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Штатол «Этно-кудо» этнографик музейында

Штатол[1] — семәрләп эшләнгән ағас шәмдә урынлашҡан эрзә йола балауыҙ шәме.

Эрзә теленән тәржемәлә «штатол» һүҙе «шәм» тигәнде аңлата. Йола буйынса файҙаланылған шәмдәр шулай уҡ «эрзянь штатол» йәки ата-бабалары шәмдәре тип аталаа (эрзя атянь штатол)[2][3].

Традицион штатолдың бейеклеге - 3,5, арҡырыһы 1,5 метр булған. Шәмдең ауырлығы фунт тирәһе. Фитиль етен ептән яһалған. Шәм уртаһына рушник - остары һыҙылған таҫтамал бәйләнгән. Шәмдәл ағастан яһалған һәм тар кузов йәки көбө рәүешендә булған[3].

Эрзәләрҙең «Раськен Озкс» байрамы өсөн күпкә ҙурыраҡ шәм эшләнә, уның бейеклеге 2 метрға етергә мөмкин, диаметры — 40 см, ауырлығы — 165 кг.

Штатол эрзәләр тарафынан христианлыҡҡа тиклемге осорҙа уҡ дөйөм ғаилә йәки ырыу доғалары өсөн ҡулланылған. Янып торған шәм тереклекте символлаштыра һәм Бөтә донъя ағасы образы менән бәйле[3].

Штатолды ҡабыҙыу Мордовияла хәҙерге неопаганизмға (неомәжүсилек) эйәреүселәр церемониялары менән оҙатыла[2].

Саранскиҙа милли театрҙар фестивале һәм Мәскәүҙә Рәсәйҙең фин-уғыр халыҡтарына арналған мультимедиа проекты «Штатол» исемен йөрөтә.

  1. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка: Пер. с нем. (с доп.). — М.: Прогресс, 1973. — Т. 4. — 855 с.
  2. 2,0 2,1 Тютина О. С., Саберов Р. А. Особенности проведения национальных обрядовых праздников мордвы на примере Всеэрзянского моления (Эрзянь Раскень Озкс) // Colloquium heptaplomeres : журнал. — Нижний Новгород, 2016. — № 3. — ISSN 2312-1696.
  3. 3,0 3,1 3,2 Абрамова Т. А., Спиридонова Ю. Н. Роль родового коллектива в обрядовости финно-угорских народов // Juvenis scientia : журнал. — СПб., 2017. — № 6. — С. 52—55. — ISSN 2414-3790.