Эстәлеккә күсергә

Штительман Михаил Ефимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михаил Ефимович Штительман
Тыуған көнө:

13.11.1911

Тыуған урыны:

Одесса

Вафат булған көнө:

8.10.1941

Вафат булған урыны:

Смоленск өлкәһе

Гражданлығы:

, Рәсәй империяһы, СССР

Ижад йылдары:

1934-1941

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары:

Ҡыҙыл йондоҙ ордены

Михаил Ефимович Штительман (19111941) — рус совет яҙыусыһы.

Братские могилы на Екатерининском кладбище Вязьмы.
Имя Штительмана в списке захороненных.

Михаил Штительман 1911 йылдың 13 ноябрендә Одессала, бухгалтер Ефим Моисеевич Штительман[1][2] ғаиләһендә тыуа. 1914 йылда уларҙың ғаиләһе Дондағы Ростовҡа күсеп килә. Бик йәшләй яҙа башлай, мәктәптә уҡыған сағында «Всходы» әҙәби журналын ойоштора. Үҫмер сағында «Ленинские внучата» гәзитенең һәм «Горн» журналының хәбәрсеһе була. 1920-се йылдарҙың аҙағында Дондағы Ростовта «Жесть-Вестен» заводында ташыусы булып эшләй , 1930-сы йылдарҙың башында Туапсе гәзитенең береһендә, ә бер нисә йылдан һуң «Большевистская смена»[3] гәзитендә эшләй башлай. Бер үк ваҡытта педагогия институтының әҙәбиәт факультетында уҡый.

1934 йылда Дондағы Ростовта Михаил Штительман үҙенең тәүге «Сын родился» хикәйәләр китабын, 1936 йылда яҙыусы Мәскәүҙең "Советский писатель" нәшриәтендә «Рассказы о друзьях» тигән икенсе китабы баҫыла. 1938 йылда уның иң билдәле «Повесть о детстве» китабының беренсе киҫәге баҫыла. Был китап бер нисә тапҡыр яңынан нәшер ителә һәм бик күп театр сәхнәләрендә «Мальчик из местечка» (пьеса Сергей Званцев менән берлектә яҙылған була) исеме аҫтында ҡуйыла; китаптың икенсе киҫәге «Октябрь» (№ 1, 1940 йыл; 3 шаршаулы, 7 күренешле «Первая весна» исеме аҫтында (Яков Левин менән берлектә) яҙылып сыға. Шул уҡ йылда шағир Григорий Кац менән берлектә «Счастье быть молодым» очерктар китабын баҫтыра. Михаил Штительман үҙенең остазы һәм педагогы итеп яҙыусы Полиен Яковлевты һанай.

1939 йылдың мартында СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына, ә 1940 йылдың апрелендә был союздың Ростов өлкә бүлегенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә, «Молот» гәзитендә яуаплы сәркәтип булып эшләй. 1941 йылда Михаил Штительман һәм Григорий Кац бергәләшеп «Твой добрый друг» пьесаһын яҙа. Шул уҡ йылда был әҫәр буйынса Ленин комсомолы театрында спектакль (режиссёры — Борис Фателевич) ҡуйыла.

Бөйөк Ватан һуғышы башында М. Е. Штительман үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм 19-й армияның «К победе!» гәзите редакцияһына яуаплы сәркәтип итеп тәғәйенләнә. Был армияла уның менән бергә Ростов яҙыусылары һәм журналистары, шул иҫәптән Григорий Кац һәм Григорий Гридов була. Фронт гәзитендә әүҙем эшләй, фельетондар, очерктар, шиғырҙар, мәҡәләләрен баҫтыра, Бөтә Союз әҙәби радиожурналында эшләй, Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1941 йылдың октябрендә Вязьма янындағы ҡамауҙа барған һуғыштарҙың береһендә М. Е. Штительман һәләк була. Оҙаҡ йылдар буйына ул билдәһеҙ юғалған булып һанала. 1980 йылда Ростов эҙәрмәндәре уның ҡәберен таба, шунан һуң уның ҡалдыҡтары Вязьма ҡалаһының Екатерина зыяратында туғандаштар ҡәберендә ерләнә.

Ҡатыны — Евгения Борисовна Штительман. Ҡыҙы — библиограф, поляк теленән украин теленә тәржемәсе Ирена Михайловна Барановская (Штительман).

  • Любовь. Рассказы. Ростов: Азово-Черноморское краевое книжное издательство, 1934.
  • Сын родился. Рассказы. Ростов: Азчериздат, 1934.
  • Рассказы о друзьях. М.: Советский писатель, 1936.
  • Повесть о детстве. Ростов: Ростиздат, 1938 (переиздания — 1938 и 1939, там же; М.: Советский писатель, 1949; М.: Детгиз, 1960; Ростов-на-Дону: Книжное издательство, 1970; М.: Детская литература, 1974). Перевод на польский языкMichał Sztitelman . Smak soli i pieprzu. Варшава: Iskry, 1965.
  • Счастье быть молодым (в соавторстве с Г. Кацем). Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1938.
  • Твой добрый друг: лирическая комедия в трёх актах, девяти картинах (с Г. М. Кацем). М.—Л.: Искусство, 1942.
  1. «Песня не умолкнет никогда…» 2016 йыл 19 апрель архивланған.
  2. М. А. Гонтмахер. Евреи на донской земле 2013 йыл 31 август архивланған.: В некоторых источниках упоминается также имя Макс Штительман.
  3. Штительман Михаил Ефимович. Смоленский некрополь. Дата обращения: 2013-6-29. Архивировано 4 июль 2013 года.