Шумеева Любовь Александровна
Шумеева Любовь Александровна | |
рус. Любовь Александровна Шумеева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 декабрь 1918 |
Тыуған урыны | Дондағы-Ростов, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Всевеликое Войско Донское[d] |
Вафат булған көнө | 6 май 1994 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шумеева Любовь Александровна (22 декабрь 1918 йыл — 6 май 1994 йыл) — СССР-ҙың педагогик хеҙмәт алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Любовь Алексадровна Шумеева 1918 йылдың 22 декабрендә Дондағы Ростовта тыуған.
Ростов педагогия институтын (хәҙер Ростов дәүләт педагогия университеты) тамамлағандан һуң ауыл мәктәбе уҡытыусыһы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1947 йылдан алып Дондағы Ростов ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә эшләй, унда тәүҙә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, ә һуңынан мәктәп директоры урынбаҫары була.
1960 йылда Бөтә Рәсәй уҡытыусыларының I съезында ҡатнаша. Ростов педагогия институты ғалимдары менән мәктәптәрҙә ижади хеҙмәттәшлекте ойоштороуҙа ҡатнаша. 1960 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә. Үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм коммунистик тәрбиә биреүҙә, шулай уҡ уҡыусылар менән һөҙөмтәле эш алымдары ҡулланыуҙа ҙур уңыштары өсөн Дондағы Ростовтың 1-се урта мәктәбе 1966 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.[1]
1971 йылдың 20 июлендә СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән уҡыусыларға коммунистик тәрбиә биреүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Любовь Александровна Шумееваға икенсе Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1972—1977 йылдарҙа Любовь Александровна Дондағы Ростовта 1-се урта мәктәп директоры була
Педагогик эше менән бер рәттән менән бер рәттән йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Ул — КПСС ағзаһы, партияның XXIV съезы делегаты, халыҡ депутаттарының Ростов ҡала Советы депутаты итеп һайлана, тағы ла КПСС-тың ҡала комитеты ағзаһы, ҡала Советының халыҡ мәғарифы буйынса даими комиссия рәйесе. СССР Профсоюздарының XV съезында ҡатнаша.[1]
Шумеева Любовь Александровна 1977 йылдан алып хаҡлы ялда.
1994 йылдың 6 майында Дондағы Ростовта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- ике Ленин ордены (1960, 1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1958),
- «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы» билдәһе
- миҙалдар.
Фәнни эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер нисә эш авторы, улар араһында «Воспитание коммунистической убежденности на уроках литературы», Ростов-на-Дону, 1962..[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список Героев Социалистического Труда (Ростовская область)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Труда Дона : к 70-летию учреждения звания «Герой Социалистического Труда» : биобиблиографический справочник / Министерство культуры Ростовской области, Дон. гос. публ. библиотека, Ростов н/Д, 2008.
- Шумеева Любовь Александровна // Наука Дона в лицах : эксклюзивное досье. Ростов н/Д, 1998.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 22 декабрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Дондағы Ростовта тыуғандар
- 6 майҙа вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Дондағы Ростовта вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Педагогтар
- Ростов дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусылары