Шхара
Шхара | |
---|---|
карач.-балк. Ушхара, груз. შხარა | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 5193,2[1] [2] м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 1357 м |
Беренсе күтәрелеү | 1888 г. (У. Алмер, Дж. Кокин, К. Рот.) |
Урынлашыуы | |
43°00′02″ с. ш. 43°06′44″ в. д.HGЯO | |
Илдәр | |
[[ |Регионы административ бүленеше]] | Ҡабарҙы-Балкар, Самегрело-Үрге Сванетия |
Тау системаһы | Кавказ |
Тау һырты йәки массив | Төп Кавказ һырты |
Шхара Викимилектә |
Шхара (ҡарас.-балҡ. ушхараушхара, груз. შხარა — «Буйлы») — Төп Кавказ (Һыу айырғыс) һыртының үҙәк өлөшөндәге тау түбәһе, уның иң бейек нөктәһе иҫәпләнә, шулай уҡ Грузияла ла иң бейеге, Кавказда һәм Рәсәйҙә бейеклеге буйынса өсөнсө урында тора. Иң өлкән түбәһенең бейеклеге — 5193,2 метр, 2010 йылда альпинистар Питер Шон һәм Борис Авдеев тарафынан DGPS премнигы ярҙамында үлсәнгән, шулай уҡ ҡайһы бер сығанаҡтарҙа түбәнең бейеклеге 5203 метр тип тә күрһәтелә. Шхара теҙмәһендә шулай уҡ көнбайыш түбәне — 5068,8 м (42°59’57" Н, 43°05’23"E)[3] (генштаб картаһында[4] уны төп түбә тип хаталы күрһәтелә) һәм көнсығыш түбәне — 4866,5 м (43°00’12" Н, 43°07’39"E) айырып йөрөтәләр.
Сванетияның көньяғында һәм Ҡабарҙы-Балҡарҙың төньяғындағы Безенга районында, Рәсәй һәм Грузия сигендә, Кутаиси ҡалаһынан 90 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Безенгий диуары исеме аҫтында билдәле 13 саҡрымлыҡ тау теҙмәһенең ҡабатланмаҫ өлөшө.
Тауҙар гранит һәм кристалл һәүерташтарынан тора. Битләүҙәре боҙлоҡ менән ҡапланған, төньяҡ битләүендә — Безенга боҙлоғо, көньяғында — Шхара боҙлоғо, Ингури йылғаһы өлөшләтә уларҙан башланы . Аьпинизм өсөн популяр урын. Совет альпинистары Шхараға тәүге тапҡыр 1933 йылда артылалар.
Шхараның көньяҡ итәгендә, диңгеҙ кимәленән 2 200 метр бейеклектә ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫына индерелгән Сванетиялағы Местий районынының Ушгули ауылы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Peakware.com 2013 йыл 12 май архивланған.
- Summitpost.org
- Шхараның видеопанарамаһы, 25 тапҡырға тиҙләтелгән.
- Хергиани буйынса Шхара 5Б 2016 йыл 4 март архивланған.