Эстәлеккә күсергә

Шәгәбыуа (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәгәбыуа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 574 метр

ШәгәбыуаБашҡортостандың Ишембай районындағы тау. Рәүҙәк һәм Кесе Рәүҙәк араһында ята.

Ишембай районы. Башҡортостан

Тауҙың иң бейек нөктәһе- 574 м. Битләүҙәре һөҙәк. Йәнәшәһендә ятҡан Божор тауы менән Шәгәбыуа тауҙары араһында— тәрән йырын. Тау тоҡомо ҡомташтар, аргиллиттар һәм венд ҡатнашмаларынан тора.

Шәгәбыуала Шәгә йылғаһы (Кесе Рәүҙәк ҡушылдығы) баш ала.

«Шәгәбыуа» атамаһының килеп сығышы «Шәгә» йылғаһы исеменә бәйле. Уның килеп сығышына бәйле бер нисә фараз бар.Шуларҙың береһе— «Шәгә»- кеше исеме. Ҡыпсаҡ телендә, хәҙерге ҡаҙаҡ телендә «шеге»- ҡаҙаҡ. Тимер ҡаҙаҡ кеүек ныҡлы булһын тип малайҙарға ошо исемде ҡушҡандар. «Быуа» — быуылып торған һыу (рус. пруд, запруда).