Эстәлеккә күсергә

Шәкәр алмаштырғыстар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәкәр алмаштырғыстар
Рәсем
Меньше чем шәкәр
Моделирует шәкәр
 Шәкәр алмаштырғыстар Викимилектә
Шәкәр музейында шәкәр алмаштырғыстар

Шәкәр алмаштырғыстар — аҙыҡ-түлек продукттарына татлы тәм бирә һәм шәкәр һәм уның урынына ҡулланыла ( патока, бал ) торған матдәләр химик ҡушылмалар. Ғәҙәттә, шәкәр алмаштырғыстар шул тиклем үк тәм биргән шәкәр күләменә ҡарағанда калориялары түбән була.

Шәкәр алмаштырғыстарҙы аҙыраҡ калориялы (шәкәрҙекенә яҡын) һәм түбән калориялы татлағыстарға бүлеп була. Түбән калориялы шәкәр алмаштырғыстары араһында калорияһы аҙ, әммә сахарозанан күпкә татлылары ла (интенсив тәмләткестәр), матдәләр алмашында ҡатнашмаған һәм организм үҙләштермәгән матдәләр ҙә бар[1].

Шулай итеп, шәкәр алмаштырғыстар консистенцияһы шәкәргә охшаш продукт алырга мөмкинлек бирә[2].

Халыҡ-ара татлағыстар һәм аҙ калориялы продукттар етештереүселәр ассоциацияһы классификацияһы буйынса ( Calorie Control Council) , фруктоза, ксилит һәм сорбит шәкәрҙең үҙен алмаштырыусылар төркөмөнә инә, һәм шулай уҡ һирәк осрай торған татлағыстар төркөмө (матдәләр алмашыуында ҡатнашмаған химик матдәләр; калориялары 0 ккал) бар: цикламат, сукралоза, неогесперидин, тауматин, глицирризин, стевиозид һәм лактулоза[3]

Cell Metabolism журналында баҫылып сыҡҡан тикшеренеүҙәргә ярашлы, ҡайһы бер кеше татлағыстарҙы самалап тотона белмәй, артығын ашай башлай [4].

2019 йылда баҫылып сыҡҡан 56 тикшеренеүҙе анализлап, авторҙар шәкәр алмаштырғыстар сәләмәтлек өсөн файҙалы тип ышандырырлыҡ дәлилдәр юҡ тигән һығымтаға килә,[5].

Башҡортостандағы тикшеренеүҙәр һәм етештереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда шәкәр алмаштырғыстар етештереүҙә тәбиғи сеймал ҡулланыла: роза һымаҡтар ғаиләһе үҫемлектәренең емештәрендә (сорбит; айырыуса миләш емеше уға бай), бәшмәктәрҙә (ман­нит) һ.б. бар. Төп шәкәр алмаштырғыстар — шәкәр диабеты менән ауырыған һәм һимереү менән яфаланған кешеләр өсөн аҙыҡ-түлек етештереү, диуретик дарыуҙар, косметика компоненттарын һ.б. етештереүҙә файҙаланыла. Теш пастаһы, аҙ калориялы диетаға ярашлы эсемлектәр һ.б. етештереүҙә интенсив шәкәр алмаштырғыстар ҡулланыла.

ХХ быуаттың 40‑сы йылдары аҙағынан70‑се йылдар уртаһына тиклем Өфө витамин заводында сорбит (C вита­минын синтезлауҙың аралаш продукты) сығарылған була[6].

  1. Международная ассоциация производителей подсластителей и низкокалорийных продуктов (Calorie Control Council). Sugar Substitutes (2015). Дата обращения: 9 май 2015.
  2. Малютенкова С. М. Гл. Сахар и сахарозаменители // Товароведение и экспертиза кондитерских товаров. — СПб.: Питер, 2004. — С. 128—158. — (Учебное пособие).
  3. Генделека Г. Ф., Генделека А. Н. Использование сахарозаменителей и подсластителей в диетотерапии сахарного диабета и ожирения // Международный эндокринологический журнал (Міжнародний ендокринологічний журнал (укр.)) — 2013. — № 2 (50). — С. 34—38.
  4. Названа главная опасность сахарозаменителей.
  5. Toews I., Lohner S., Kullenberg de Gaudry D., Sommer H., Meerpohl J. Association between intake of non-sugar sweeteners and health outcomes: systematic review and meta-analyses of randomised and non-randomised controlled trials and observational studies (инг.) // BMJ. — 2019. — Т. 364. — № 8181. — DOI:10.1136/bmj.k4718
  6. Шәкәрҙе алмаштырғыстар//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 5 август архивланған.
  • Х. Астамирова, М. Ахманов Большая энциклопедия диабетика — М.: Эксмо, 2003. — 5 000 экз. — ISBN 5-699-04606-2.
  • Крутошикова А., Угер М. Природные и синтетические сладкие вещества. М., 1988; История возникновения, становления и развития произ­водства отечественных витаминных и лекарственных препаратов. М., 2003.
    • Корпачев В. В. Сахар и сахарозаменители. — К.: Книга плюс, 2004. — 320 с.
    • Мазовецкий А. Г., Алексеев Ю. П., Клячко В. П. Фруктоза и её применение в клинике // Пробл. эндокринол. — 1973. — № 5. — C. 114—121.
    • Rodin J., Reed D., Jammer L. Metabolic effects of fructose and glucose implications of food intake // Amer. J. Clin. Nutr. — 1988. — Vol. 47. — P. 683—689.