Шәмсетдинова Луиза Әлимйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәмсетдинова Луиза Әлимйән ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 май 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Вағай районы[d], Төмән өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, юрист, филолог, эшҡыуар, йәмғиәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, бағыусы
Уҡыу йорто Төньяҡ Урал аръяғы дәүләт аграр университеты[d]
Төмән дәүләт донъя иҡтисады, идара итеү һәм хоҡуҡ академияһы[d]
Д. И. Менделеев исемендәге Тобольск дәүләт социаль педагогия академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шәмсетдинова Луиза Әлимйән ҡыҙы (себер.тат. Шәмсеттинова Луиса Алимчан кыцы, тат. Шәмсетдинова Луиза Әлимжан кызы, рус. Шамсутдинова Луиза Алимчановна) (18 май 1964 йыл) — йәмғиәт эшмәкәре, иҡтисадсы, юрист, филолог, эшҡыуар, тыуған яҡты өйрәнеүсе, бағыусы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019). Төмән өлкәһе буйынса «Мираҫ» төбәк татар йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе (2005), «Искер» тарихи-мемориаль комплексының авторы, ойоштороусыһы һәм етәксеһе (2005). «Бөтә донъя татар конгрессы» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлегенең IV, V, VI, VII съездары делегаты. Төмән өлкәһе йәмәғәт ойошмаларының координация советы ағзаһы (2007—2018), Хөкүмәткә ҡарамаған «Евразия халыҡтары ассамблеяһы» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы (2010—2014).[1][2]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Луиза Әлимйән ҡыҙы Шәмсетдинова 1964 йылдың 18 майында (рәсми документ 18 июнь тип тултырылған) Төмән өлкөһе Вағай районының Ворошилов ҡасабаһында күп балалы ғәиләлә тыуған. Икенсе Вағай урта мәктәбендә уҡыған, 8-се кластан һуң (1979) Тубыл зоотехния-ветеринария техникумына уҡырға ингән һәм 1982 йылда «ауыл хужалығы етештереүендә бухгалтер иҫәбе» һөнәре буйынса тамамлаған.

Төмән ауыл хужалығы институтында иҡтисад буйынса (1983—1990), Төмән дәүләт донъя иҡтисады, идара итеү һәм хоҡуҡ институтында хоҡуҡ белеме буйынса (2000—2005) юғары белем алған. 2014 йылда Д.И. Менделеев исемендәге Тубыл педагогия институтының «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре» аспирантураһын «татар теле» буйынса тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1982 йылда техникумды тамамлағандан һуң А. Г. Первухин исемендәге совхозда бухгалтер булып башлай. Артабан Ворошилов исемендәге колхозда баш бухгалтер (1985), «Тубылурман» етештереү берекмәһендә бухгалтер (19851987), «Тубылторлаҡтөҙөү» етештереү-төҙөү берекмәһенең 41-се төҙөлөш-монтаж идаралығында нормалау буйынса инженер һәм диспетчер (19871989), «Төмәнпромтөҙөлөшмонтаж» берекмәһенең етештереү-технологик комплектациялау идаралығында бухгалтер булып эшләй (19891994).

1994 йылдан эшҡыуарлыҡ өлкәһенә күсә. «Алһыу» исемле яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошмаһын теркәй. Әлеге ваҡытҡа тиклем ойошма директоры вазифаһын башҡара.

2005 йылда Төмән өлкәһе буйынса «Мираҫ» төбәк татар йәмәғәт ойошмаһын төҙөүҙә ҡатнаша һәм шул ваҡыттан ойошма советы рәйесе булып тора.

Бер үк ваҡытта 2006—2009 йылдарҙа Тубыл ауыл хужалығы колледжында иҡтисад фәндәрен уҡыта.[1]

Ғилми-ғәмәли һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми эҙләнеүҙәре себер татарҙарының тарихын, мәҙәниәтен, туған телен өйрәнеү, уларҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһенә бағышланған. Автор булараҡ 30-ҙан ашыу ғилми эштәре, шул иҫәптән бер монографияһы, Юғары атесстация комиссияһы (ВАК) раҫлаған журналдарҙа 5 мәҡәләһе нәшер ителгән.

2014 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Тубыл педагогия институтының «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре» аспирантураһын «татар теле» буйынса тамамлаған. Фәриҙә Харис ҡыҙы Ғилфанова етәкселегендә «Себер татарҙарының антропонимик системаһында аксиологик модальлек» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҙған, әммә уны яҡлауға сыҡмаған. Диссертацияһы айырым монография итеп баҫтырылған.[3]

Шәмсетдинова Луиза Әлимйән ҡыҙының ғәмәли эшмәкәрлеге ғилми эҙләнеүҙәренең нигеҙендә асыҡланған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеләгән, тыуған идеяларын һәм проекттарын үҙенең ныҡышмалығы аша эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Себер ханлығының башҡалаһы Искер торамаһын тергеҙә, Себер татарҙарын Себерҙең аҙ һанлы төп халыҡтары реестрына индереүҙе юллай.

2007 йылда Төмән өлкәһе Вағай районының Күбәк ауылындағы яңы урамға Күсем хан исемен биреүгә өлгәшә. Бының өсөн бер нисә йыл дауамында булған ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килә. Өс тапҡыр ауыл халҡы йыйынын үткәргәндән һуң ғына район хакимиәте урамдың исемен рәсми раҫлай.

2005 йылдан башлап «Иҫкер» һәм «Сүҙге» тарихи-мемориаль комплекстарын төҙөү һәм эшмәкәрлеген ойоштороу менән шөғөлләнә.

Даими рәүештә «Иҫкер-йыйын» Себер татарҙарының халыҡ-ара тарихи-мәҙәни мираҫ фестивале; «Иҫкерҙең тарихи яҙмышы» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын; «Сүҙге-тора» Себер татарҙары һәм Евразия киңлегендәге төп халыҡтарҙың тарихи-мәҙәни мираҫы халыҡ-ара фестивале; Йыл һайын уҙғарылған сара — Хәтер Көне «Изге Иҫкер доғалары»; «Себер татарҙарының һәм Евразия киңлегенең төп халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫы: сығанаҡтары һәм бөгөнгөһө» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын; Себер татарҙарының «Күсем хан ейәндәре», «Төрки-татар донъяһының күренекле эшмәкәрҙәре» йәштәр форумын ойоштора һәм үткәрә.

Луиза Әлимйән ҡыҙы башланғысы һәм тырышлығы менән «Искерҙең тарихи яҙмышы», «Себерҙә ислам цивилизацияһы: тарих, йолалар, хәҙерге заман», «Хан Күсем» исемле фәнни-популяр йыйынтыҡтар донъя күрҙе.[2][4]

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монографияһы
  1. Ф. Х. Гильфанова, Р. Т. Гильфанов, Л. А. Шамсутдинова. Аксиологическая модальность в антропонимической системе сибирских татар (на материале русских архивных документов ХVIII — ХIX вв.). Тюмень: «Вектор Бук», 2017. 210 с.
Мөхәррирләгән ғилми конференциялар йыйынтыҡтары
  1. Историческая судьба Искера: материалы Всероссийской научно — практической конференции «Историческая судьба Искера» (20 июня 2014., г. Тобольск) / под ред. Л. А. Шамсутдиновой. — «Тобольская типография» ОАО «ТИД» 2014, — 161 с.
  2. Историческая судьба Искера: материалы Всероссийской научно — практической конференции «Историческая судьба Искера» (7 августа 2015., г. Тобольск) / под ред. Л. А. Шамсутдиновой. — «Тобольская типография» ОАО «ТИД» 2015, — 145 с.
  3. Историческая судьба Искера: материалы Х Всероссийской научно — практической конференции «Историческая судьба Искера» (5 августа 2016 г., г. Тобольск) / под ред. Л. А. Шамсутдиновой. — 2016, — с. 220.
  4. Историческая судьба Искера: материалы ХI Всероссийской научно — практической конференции «Историческая судьба Искера» (21 июля 2017 г., г. Тобольск) / под ред. Л. А. Шамсутдиновой. — 2017, — с. 212.
  5. Историческая судьба Искера: материалы ХII — ХIII Всероссийских научно — практических конференций «Историческая судьба Искера» и II Всероссийской научно — практической конференции "Историко — культурное наследие сибирских татар и коренных народов евразийского пространства: истоки и современность / под ред. Л. А. Шамсутдиновой. — 2019, — 272 с.
Берлектә мөхәррирләгән ғилми конференциялар йыйынтыҡтары
  1. Историческая судьба Искера: материалы Всероссийской научно — практической конференции «Историческая судьба Искера» (7 — 8 июня 2013., г. Тобольск) / под ред. Тычинских З. А., Исхаков Д. М., Шамсутдиновой Л. А.. — Тобольск: « Принт — экспресс» 2013, — 161 с.
  2. «Исламская цивилизация в Сибири: история, традиции, современность»: Материалы научной конференции / под ред. Тычинских З. А., Бакиевой Г. Т., Шамсутдиновой Л. А. Тобольск. 2013. Выпуск 2.
ВАК журналдарында мәҡәләләре
  1. Шамсутдинова, Л. А., Карабулатова И. С. Историческая судьба Искера: проблемы и перспективы развития. «Вопросы филологии» — спецвыпуск: VI Международная научная конференция «Язык, культура, общество» — Тезисы докладов — Москва, 2011. — С. 346—347.
  2. Шамсутдинова Л. А., Гильфанова Ф. Х. Особенности прилагательных в русском, татарском языках и тоболо — иртышском наречии. «В мире научных открытий» № 1.1 (49), серия: Социально — гуманитарные науки. Красноярск, 2014. — С. 763—775.
  3. Шамсутдинова Л. А. Лингвоаксиологический аспект семантики прилагательных в антропонимической лексике тобольских татар. «Гуманитарные и социальные науки» № 4, 2014 г. — С 208—219.
  4. Шамсутдинова Л. А., Гильфанова Ф. Х. Оценка в семантической структуре слова. «В мире научных открытий» № 11.10 (59), 2014 г. — С. 4046 — 4061.
  5. Шамсутдинова, Л. А. К истории проблемы статуса коренного народа сибирских татар / Л. А. Шамсутдинова // История и современность. — 2013. — № 1 (17). — С. 158—162.
Ғилми-ғәмәли конференцияларҙа мәҡәләләре
  1. Шамсутдинова, Л. А. Исторические судьбы и связь поколений / Л. А. Шамсутдинова // Сулеймановские чтения: материалы XI Всерос. Науч. -практ. конф. — Тобольск, 2008. — С. 251—253.
  2. Шамсутдинова, Л. А. Искер — памятник историко — культурного наследия сибирских татар: прошлое, настоящее, будущее / Л. А. Шамсутдинова // Сборник материалов международной научно — практической конференции «Тюрко — татары в современном мире: прошлое, современность, пути развития» — Семей РК, 2009. — С.60 — 62.
  3. Шамсутдинова, Л. А. О проекте создания национального историко — мемориального комплекса «Искер — столица Сибирского ханства» / Л. А. Шамсутдинова // Тумашевские чтения: актуал. Проблемы тюркологии: материалы IV Всерос. науч. -практ. конф. — Тюмень, 2010. — С. 427—428.
  4. Шамсутдинова, Л. А. К истории проблемы о статусе коренного народа сибирских татар / Сибирский сборник. — Тобольск: изд — во ТГСПА им. Д. И. Менделеева, 2012.
  5. Шамсутдинова, Л. А. Сохранение этнической идентичности / Л. А. Шамсутдинова // Занкиевские чтения Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, ТГСПА им. Д. И. Менделеева, 2012. — С. 173—176.
  6. https://tuganzhir.org/villagehistory/derevnya-kobyakskaya-kybek-avyl-vagayskogo-rayona-tyumenskoy-oblasti/ Шамсутдинова, Л. А. Деревня Кобякская (Күбәк авылы) Вагайского района Тюменской области / Л. А. Шамсутдинова // Туган җир: Төбәк тарихи буенча журнал [Родной край: Краеведческий журнал]. № 1. Казан: Бөтендөнья татар конгрессы, 2021. — С. 179—181.
  7. Шамсутдинова, Л. А. Семантизация лексики как проблема в семасиологии // Вестник Академии энциклопедических наук РФ. 2012. — С. 18 — 25.
  8. Шамсутдинова, Л. А. Сохранение наследия предков — общая забота / Л. А. Шамсутдинова // Бизнес и регион. Тюмень, 2013. — С. 40 — 42.
  9. Шамсутдинова, Л. А. Историческая судьба Искера в начале XXI века / Л. А. Шамсутдинова // Историческая судьба Искера. Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, 2013. — С. 54 — 59.
  10. Шамсутдинова, Л. А. Историческая судьба Искера: строительство инфраструктуры в начале XXI века / Л. А. Шамсутдинова // Историческая судьба Искера. Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, 2014. — С. 119—156.
  11. Шамсутдинова, Л. А. Семантика прилагательных искеро — тобольской группы / Л. А. Шамсутдинова // Историческая судьба Искера. Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, 2015. — С. 130—135.
  12. Шамсутдинова, Л. А. Семантика прилагательных иштякско — токузской группы тобольских татар / Л. А. Шамсутдинова // Историческая судьба Искера. Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, 2016. — С. 146—150.
  13. Шамсутдинова, Л. А. Роль РТОО «Наследие» по Тюменской области, общественных деятелей, благотворителей в сохранении исторического наследия сибирских татар (на примере строительства историко — мемориального комплекса «Искер») / Л. А. Шамсутдинова // Историческая судьба Искера. Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, 2016. — С. 6 — 13.
  14. Шамсутдинова, Л. А. Международный фестиваль историко — культурного наследия сибирских татар «Искер — жыен» и новые проекты РТОО «Наследие» по Тюменской области по сохранению историко — культурного наследия сибирских татар / Л. А. Шамсутдинова // Историческая судьба Искера. Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, 2017. — С. 188—190.
  15. Шамсутдинова, Л. А., Гильфанова Ф. Х. Оценочная антропонимическая семантика прилагательных сибирских татар (на материале русских архивных документов XVIII—XIX вв. / Л. А. Шамсутдинова // Историческая судьба Искера. Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, 2019. — С. 200—214.
  16. Шамсутдинова, Л. А. Проекты РТОО «Наследие» по Тюменской области / Л. А. Шамсутдинова // Историческая судьба Искера. Материалы Всероссийской научно — практической конференции. — Тобольск, 2019. — С. 235—260.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019)
  • «СССР төҙөлөүҙөң 90 йыллығын билдәләү өсөн» миҙалы (2012, ЦК КПРФ)

* «Татар халҡы ҡыҙы» миҙалы (2013, «Бөтә донъя татар конгрессы» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге)???

  • «Татар халҡына күрһәткән оло хеҙмәттәр өсөн» миҙалы (2015, «Бөтә донъя татар конгрессы» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге)
  • «Муса Йәлилдең тыуыуына 100 йыл тулыу иҫтәлегенә» миҙалы (2016, РОО «Татарстан яҡташтары» республика йәмәғәт ойошмаһы)
  • «Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2016, Төмән өлкәһенең «Пограничик Ветерандары» йәмәғәт ойошмаһы)
  • Төмән өлкәһенең милләтәр эштәре буйынса комитетының Рәхмәт хаты (2008)
  • «Бөтә донъя татар конгрессы» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлегенең Рәхмәт хаттары (2009—2013)
  • Себер татарҙары һәм Тубылда йәшәүсе татарҙарының Милли-мәҙәни автономияһы Рәхмәт хаты (2010)
  • Тубыл ҡала Думаһының Почет грамотраһы (2010)
  • Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы (2010)
  • Себер татарҙары һәм Төмән өлкәһендә йәшәүсе татарҙарының Милли-мәҙәни автономияһы Советының Почет грамотаһы (2011)
  • Төмән өлкөһе Губернаторының Рәхмәте (2014)
  • Тубыл ҡалаһы хакимәтенең мәҙәниәт һәм туризм буйынса комитетының Почет грамотаһы (2014)
  • Татарстан Республикаһы Президентының Рәхмәте (2014)
  • Төмән өлкөһе татарҙары конгрессының Почет грамотаһы (2015, 2016)
  • «Астана ҡалаһының „Таң“ башҡорт-татар мәҙәни үҙәгенең» Рәхмәт хаты (2016)
  • Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы (2018)
  • Төмән өлкәһенең милләтәр эштәре буйынса комитетының Рәхмәте (2019)
  • Төмән өлкәһе депутатының Рәхмәт хаты (2019)

Фоторәсемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Гарифханов А. Х. След в истории: сб. Биогр. Информ.: (об извест. людях Тюм. края) / А. Х. Гарифханов. — Тюмень: «Молот», 2015. — 218—219.
  2. 2,0 2,1 Сохранение наследия предков — общая забота. журнал «Бизнес и регион», декабрь 2013.
  3. Ф. Х. Гильфанова, Р. Т. Гильфанов, Л. А. Шамсутдинова. Аксиологическая модальность в антропонимической системе сибирских татар (на материале русских архивных документов ХVIII — ХIX вв.). Тюмень: «Вектор Бук», 2017. 210 с.
  4. О женщине разгоняющий тучи / Тюмень Медиа. Портал СМИ Тюменьской Области. 04.03.2021

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Закирова И. Г. Луиза Себерле / И. Г. Закирова // Туган җир: Төбәк тарихи буенча журнал (Родной край: Краеведческий журнал). № 1. Казан: Бөтендөнья татар конгрессы, 2021. — С. 231—234.
  2. Гарифханов А. Х. След в истории: сб. Биогр. Информ.: (об извест. людях Тюм. края) / А. Х. Гарифханов. — Тюмень: «Молот», 2015. — 218—219.
  3. Мингаз Рашит. Искер — изге җир / Безнең мирас. Журнал «Татмедиа» № 6 (41) июнь 2015. — С. 4 — 11.
  4. Сохранение наследия предков — общая забота. журнал «Бизнес и регион», декабрь 2013.
  5. Бәйрәмова Фәүзия. Себердә татар тантанасы / Фәүзия Бәйрәмова. Алтын Урдам — Алтын җирем. — Казан, 2006, 359—362 биттәр.
  6. Бәйрәмова Фәүзия. Астаналы асыл йорт / Фәүзия Бәйрәмова. Туран иле. — Казан, 2008, 220 б.
  7. Бәйрәмова Фәүзия. Патшаларны күргән Тубыл Тура / Фәүзия Бәйрәмова. Туран иле. — Казан, 2008, 271 б.
  8. Бәйрәмова Фәүзия. Себердә татар тормышы / Фәүзия Бәйрәмова. Ачылмаган татар тарихы. — Казан, 2011, 295 б.
  9. Бәйрәмова Фәүзия. Себер ханбикәсе… / Фәүзия Бәйрәмова. Милләт язмышы. — Казан, 2020, 89-96 биттәр.
  10. Бәйрәмова Фәүзия. Милләт тарихын — этнотуризм аша / Фәүзия Бәйрәмова. Милләт язмышы. — Казан, 2020, 250 б.
  11. Бәйрәмова Фәүзия. Себер белән Казан арасы… / Фәүзия Бәйрәмова. Милләт язмышы. — 2020, 306 б.
  12. Бәйрәмова Фәүзия. Себердә Хәтер көне / Фәүзия Бәйрәмова. Милләт язмышы. — Казан, 2020, 314—315 биттәр.
  13. Бәйрәмова Фәүзия. Себер татарлары юллар эзли… / Фәүзия Бәйрәмова. Милләт язмышы. — Казан, 2020, 465 б.
  14. Рәзинә Хәсәнова. Август — сәяхәтләр ае… (Фәүзия Бәйрәмова белән әңгәмә) // Туган җир- Родной край, 2022, специальный выпуск, 220—221 биттәр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]