Шәмәхә астрофизика обсерваторияһы
Шәмәхә астрофизика обсерваторияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1960[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Насир әд-Дин Туси |
Дәүләт | Әзербайжан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Пиркули[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1500 метр һәм 1435 метр |
Доступное время для наблюдения | 200 ночей в год |
Рәсми сайт |
shao.az/az/ shao.az/en[1] |
Шәмәхә астрофизика обсерваторияһы Викимилектә |
Насретдин Туси исемендәге Шәмәхә астрофизика обсерваторияһы (ШАО, әзерб. N.Tusi adına Şamaxı́ Astrofízika Rəsədxanası́ ) — Оло Кавказ һыртының көньяҡ-көнсығыш итәгендә 1435 метр бейеклектә, район үҙәге Шәмәхәнән 22 километрҙа һәм Баҡынан 144 километрҙа урынлашҡан, Әзербайжан Милли Фәндәр академияһы Астрофизика секторы базаһында асылған обсерватория. Нигеҙе 1960 йылда һалына. Обсерваторияны ойоштороуға билдәле ғалим Йософ Мәмәдалиев ҙур өлөш индерә.
1981 йылда обсерваторияға урта быуаттар математигы, физигы һәм астрономы Мөхәммәт Насретдин Туси исеме бирелә.
Обсерватория хеҙмәткәрҙәре өсөн Йософ Мәмәдалиев исемендәге (Пиркули) ҡасаба төҙөлә.
2008 йылдың сентябренән капиталь ремонт-төҙөлөш һәм фәнни-техник ҡорамалдарҙы модернизациялау башлана. 2013 йылдың 16 майында Шәмәхә астрофизика обсерваторияһында капиталь ремонт, реконструкция һәм автоматлаштырыу эштәре тамамлана[2].
Төп ҡорамалы — Германиянан алынған рефлектор, көҙгөһөнөң диаметры — 2 метр, 1966 йылдан бирле файҙаланыла[3] һәм Кавказ аръяғында беренсе ҙур телескоп булып тора[4].
Обсерваторияла йәнә түбәндәгеләр ҡулланыла:
- Горизонталь ҡояш телескобы, Ҡояшатмосфераһына спектр тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән төп көҙгөһөнөң диаметры — 50 см.
- 20/13 сантиметрлы АФР-2 хромосфера-фотосфера стандарт телескобы, Ҡояш хеҙмәте ихтыяждары өсөн ҡулланыла;
- АЗТ-8 рефлекторы, көҙгөһөнөң диаметры 70 см;
- «Карл Цейс» фирмаһының рефлекторы, көҙгөһөнөң диаметры 60 см;
- Мәҡсүтов сисемаһының менискылы телескобы.
Батабат тауында (Нахичеван АР) 2300 м бейеклектә 1971 йылдан Батабат астрофизика обсерваторияһы эшләй. Унда ҙур ҡояш коронографы тора, көҙгөһөнөң диаметры — 53 см, шулай уҡ 70 сантиметрлы Ай-планета телескобы, Цейс-600, ФАС-3А һәм киң мөйөшлө экспедицион астрограф бар.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Циркуляр ШАО»
ШАО директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Ғаджибәк Фаражулла оғлы, (1951—1980)
- Гусейнов Октай Хангусейн оғлы, (1980-??)
- Аббасов Алик Рза оғлы, (??-??)
- Исмаилов Зохраб Аббасали оғлы, (??-??)
- Гусейнов Камран Әхмәт оғлы, (??-??)
- Әхмәтов Шмидт Буньяд оғлы, (??-1997)
- Кулиев Әйүб Сәләх оғлы (1997 йылдан).
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Фәйләсүф, математик һәм астроном Насретдин Тусиҙың тыуыуына 800 йыл тулыуға арнап сығарылған Әзербайжан маркаһы
-
ШАО-ҙың 2 метрлы телескобы
-
Шәмәхә обсерваторияһы күренеше
-
Әзербайжан маркаһы. Шәмәхә астрофизика обсерваторияһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://figshare.com/articles/_/7738979 — 2019-02-17 — 2019. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.7738979
- ↑ Президент Ильхам Алиев: Азербайджан должен стать научным центром региона. Trend.az, 17.05.2013
- ↑ Новости Дня о ШАО (1966 г.)
- ↑ Шемахинская астрофизическая обсерватория (ШАО) 2007 йыл 14 июнь архивланған. Astrolab.ru
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Шемахинская астрофизическая обсерватория
- ШАО в Большой советской энциклопедии
- Официальный сайт Обсерватории
- Шамахинская Астрофизическая Обсерватория им. Н. Туси на сайте НАНА
- ШАО в «Астропедии»(недоступная ссылка)
- Д.Шестопалов, К.Шапиро. Планета учителя Сорина 2008 йыл 28 апрель архивланған.
- Внеземное — информация о космосе. Спутник Ио и вулканическая активность(недоступная ссылка)
- ШАО за 40 лет.
- Из истории обсерватории …
- Оптические телескопы ШАО
- Подписан договор о сотрудничестве с Шамахинской обсерваторией