Эстәлеккә күсергә

Шәрәташ таш тирмәләре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрәташ таш тирмәләре
Нигеҙләү датаһы 1983
Рәсем
Яҡынса бейеклеге 12 метр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Екатеринбург
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 25 метр
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Майҙан 2 гектар
Изображение памятной доски
Зимнее изображение
Вид из этого места
Вид с воздуха
Изображение входа
Карта
 Шәрәташ таш тирмәләре Викимилектә

Шәрәташ таш тирмәләре (рус. Шарташские ка́менные пала́тки ) — гранит тау ҡалдыҡтары, Рәсәй Федерацияһының Свердловск өлкәһе Екатеринбург ҡалаһындағы Шәрәташ күле янында урынлашҡан тәбиғи таш өйөмдәре. Геоморфологик һәм тарихи-мәҙәни ҡомартҡы, ҡала халҡының популяр ял урыны[1][2]

Таш тирмәнең өҫтән ҡарағандағы күренеше

Екатеринбург ҡалаһы эсендә күркәм мөһабәт тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе. Өҫтө-өҫтөнә һалынған түшәк кеүек был таштар ел, һыу, температура йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ҡаялар үҙҙәре 12 метр бейеклеккә етә, ә ер ҡатламы менән бергә 25 метрға тиклем күтәрелә. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге - 299 метр, ә Шәрәташ күле өҫтөнән һанағанда - 24 метр. Йәше 300 миллион йыл тәшкил иткән Шәрәташ гранит массивына ҡарай.

Хәҙерге көндә Шәрәташ күле янында табылған неолит осорондағы боронғо кешенең бер нисә туҡталҡаһы хаҡында билдәле. XIX быуатта уҡ Таш тирмәләр тирәләй тимер быуат дәүерендәге артефакттар табылған Улар араһында уҡтар, таш балталар, биҙәкле һауыт ярсыҡтары һәм хатта тау гәлсәренән эшләнгән муйынсаҡ та булған.

Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлы табыш - таш "табаҡ" - ҡаяларҙың береһендә түңәрәк уйым, уны хәҙер ҙә теләгән һәр кем күрә ала.

Екатеринбург янында ҡаялар түбәһендәге бындай уйымдар йыш осрай: боронғо замандарҙа мәғдәнселек ырымға бәйле булған, шуға күрә металл тау түбәләрендә, махсус урындарҙа иретелгән[3].

ХХ быуат ахырына тиерлек Таш Тирмәләр ҡала янындағы урманда булған, ләкин 1980-се йылдарҙа Екатеринбургтың майҙаны үҫә барыу сәбәпле, хәҙер ҡала сигенә ингән. Әлеге ваҡытта Таш Тирмәләр Киров районында урынлашҡан һәм йәйәү, велосипедта йә иһә саңғыла йөрөү, пикниктар, саф һауала балалар менән ял итеү өсөн яратҡан урындарҙың береһе булып тора. Тирмәләр итәгендә төньяҡтан гранит амфитеатр йыһазландырылған.

Ҡала яғынан ҡаялар эргәһендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған булған (хәҙер алып ташланған). Октябрь революцияһына тиклем был урында эшселәрҙең йәшерен йыйылыштары, маёвкалар, большевиктарҙың 1905-1917 йылдарҙа йыйналыуҙары үткәрелгән, уларҙа урал большевиктары рәйесе Свердлов Яков Михайловичтың күп тапҡырҙар сығыш яһауы тураһында яҙылған булған.

Һуғыштан һуң әле "Рәсәй" мәҙәни-һауыҡтырыу спорт комплексы бинаһы торған урында Таш тирмәләр эргәһендә немец хәрби әсирҙәре өсөн лагерь ойошторолған булған [4].

Екатеринбургта Таш тирмәләргә тиклем 8, 13, 15, 23, һәм 32 "А" трамвай маршруттары менән, шулай уҡ 15, 25, 27, 059, 61, 077, 082 маршруттарындағы автобустар менән "Каменные палатки" туҡталышына тиклем барып етергә мөмкин.

Шәрәташ тирмәләре атамаһын Шәрәташ күленән алған. Гидронимдың килеп сығышын буйынса иһә бер нисә фараз бар. Берәүҙәре - мансиҙың "сор то" һүҙҙәренән яһалған, "ҡылымыҡлы күл" була тип аңлата. Икенсе фараз - төрки телдәрҙән, бында иһә өс вариант әйтелә: «һары таш», «шор таш» (урындағы диалект, «шар таш» - һаҙ ташы [5] [6].

Билдәле булыуынса "урындағы диалект" - ул башҡорт теле, сөнки был ерҙәрҙә тап башҡорттар йәшәгән: ап-асыҡ булып шор түгел, ә шәрә - йәғни, яланғас тигән һүҙ күренеп тора. Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сығарған 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә шәрә һүҙенең бер нисә аңлатмаһы бар. Шуларҙың икәүһе: өҫтөндә бер нәмәһе лә булмаған, яланғас; үҫентеһе булмаған,бер ни менән дә ҡапланмаған[7]

  1. Постановление правительства Свердловской области от 17.01.2001 №41-ПП
  2. Раздел «Каменные палатки» на сайте, посвящённом озеру Шарташ 2016 йыл 4 март архивланған. Скалы «Шарташские Каменные палатки» — геологический, археологический, исторический памятник природы
  3. Шарташские каменные палатки 2020 йыл 3 декабрь архивланған.
  4. https://xn-----8kca8cc4agt0f.xn--p1ai/places/108-shartashskie-kamennye-palatki Шарташские каменные палатки 2020 йыл 3 декабрь архивланған.
  5. Озеро Шарташ
  6. от слов «сары таш» — «жёлтый камень», от «шор таш» — голый камень (диалектный вариант, характерный для местности, где расположено озеро), или от слов «шар таш» — «болотный камень» (в данном варианте «шар» является несколько видоизменённым заимствованием в башкирский язык манскийским словом «сор») - Озеро Шарташ
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит. — 689-сы бит
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит.