Шәғәлиев (Шаһивәлиев) Әхмәт (Шаһивәли) Шәғәли улы
Уҡыу көйләүҙәре
| Шәғәлиев | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1905 |
| Тыуған урыны | Исәмәт, Дмитриева Поляна ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР |
| Вафат булған көнө | 22 февраль 1943 |
| Хәрби звание | өлкән сержант |
| Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d], артиллерист[d] һәм тоҫҡаусы[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Шәғәлиев (Шаһивәлиев) Әхмәт (Шаһивәли) Шәғәли улы — 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. Өлкән сержант, орудие командиры. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942) менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәғәлиев (Шаһивәлиев) Әхмәт (Шаһивәли) Шәғәли улы Башҡорт АССР-ының Шаран районы Исәмәт ауылында 1905 йылда тыуған.
Хәрби юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаран районының хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 101-се атлы-артиллерия дивизияһында тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында орудие командиры.
1943 йылдың 22 февралендә Украина ССР-ының Ворошиловград өлкәһендәге Юлино-2 станцияһында һәләк булып, шунда ерләнә.
Хәрби наградаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы