Щербаков Евгений Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Щербаков Евгений Васильевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 21 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург
Вафат булған көнө 23 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (73 йәш)
Һөнәр төрө балет артисы, балетмейстер
Эш биреүсе Мариин театры[d]

Щербаков Евгений Васильевич (21 ғинуар 1941 йыл — 23 ноябрь 2014[1]) — совет һәм Рәсәй балет артисы, педагог һәм балетмейстер. 1982—1988 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында баш балетмейстер.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгений Васильевич Щербаков 1941 йылдың 21 ғинуарында Ленинград ҡалаһында Василий Федорович һәм Мария Макаровна (ҡыҙ фамилияһы Нитип) Щербаковтар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы етеш йәшәгән старовер ғаиләһендә тыуған. Ул Мәскәү авиация институтын тамамлаған һәм пулков аэропортында эшләй. Әсәһе Лабинская станицаһында бай казак ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы, Нитипа Макар Минаевич, сиркәү хоры етәксеһе була, әсәһе хәтерләүенсә император Николай II алдында сығыш яһаған. Революциянан һуң ул апаһы менән репрессияларҙан ҡасып, йәшенергә мәжбүр була. Артабан ул ғаиләһе менән бәйләнештәрен өҙә, Ленинградта төпләнә һәм мәктәптә физика, математика һәм француз теле уҡытыусыһы булып эшләй.

1954-1959 йылдарҙа Евгений Щербаков Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында уҡый (Н. Румянцев класы)). 1959 йылда Киров театры труппаһына ҡабул ителә, унда ул йыш ҡына төп ролдәрҙе башҡара. Уның партнерҙары — Киров театрының прималары Колпакова Ирина, Ольга Моисеева, Зубковская, Федичева, Евтеева, Валентина Ганибалова, Кургапкина. 1976 йылда Щербаков Евгенийҙы Метерлинк пьесаһы буйынса ҡуйылған совет-американ фильмында ҡатнашырға саҡыралар (Ут роле). 1980 йылда Ленинград консерваторияһының «балет хореографияһы» бүлегендә уҡый. 1982 йылдан башлап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында баш балетмейстер вазифаһын биләй. 1988 йылда Щербаков Петербургка әйләнеп ҡайта һәм Борис Ейфмандың заманса балет театрында педагог-репетитор булып эшләй. 1992 йылдан Ваганова училищеһында классик бейеүе уҡытыусыһы булып эшләй. 1995 йылда Евгений Щербаковҡа классик балет һәм дуэт-классик бейеүе кафедраһы «доценты» исеме бирелә.

2005 йылда ҡатыны Строгая Алиса Михайловна менән Норвегияға Берген ҡалаһына күсеп китә.

Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрындағы репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Раймонда — Жан де Бриен
  • Спартак — Спартак
  • Мөхәббәт тураһында легенда — Фәрхәт
  • Таш сәскә — Данила
  • Шүрәле — Али-Батыр
  • Йыһандың барлыҡҡа килеүе (Сотворение мира) — Аллаһ
  • Аҡҡош күле — Ротбарт
  • Спящая красавица — Кейәү
  • Тарас Бульба — Остап
  • Ленинград симфонияһы — Үҫмер
  • Күк дөһөрләү юлы менән — Башлыҡ
  • Хореографик миниатюралар — Хыял
  • Ун ике — Вития
  • Испан миниатюралар — Баск
  • Страконицанан волынсы — Шванда
  • Һулаҡай — Платов
  • Гусар балладаһы — Давыд Васильев
  • Пушкин — Николай II
  • Вальпургиев төнө — Вакх

Постановкалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1976 — Зәңгәр ҡош — Ут

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Солист Мариинского театра Евгений Щербаков скончался в Петербурге  (рус.), новости@mail.ru (26 ноябрь 2014). 27 ноябрь 2014 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]