Эстәлеккә күсергә

Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эльвира Набиуллина битенән йүнәлтелде)
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы
Флаг
Флаг
Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе
 24 июнь 2013
Алдан килеүсе: Сергей Михайлович Игнатьев
Флаг
Флаг
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы
 22 май 2012
Президент: Путин Владимир Владимирович
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһы иҡтисади үҫеш министры
12 май 2008 — 21 май 2012
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: Андрей Рэмович Белоусов
 
Тыуған: 29 октябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (61 йәш)
Өфө
Ире: Кузьминов Ярослав Иванович, Юғары иҡтисад мәктәбе ректоры
Партия: Берҙәм Рәсәй һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Мәскәү дәүләт университеты
Йель Университеты [1]
Профессияһы: иҡтисадсы
 
Наградалары:
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены — 2018 Дуҫлыҡ ордены
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы

Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Эльвира Сәхипзада ҡыҙы Нәбиуллина 1963 йылдың 29 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә шофер һәм приборҙар эшләү заводы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған. 31-cе урта мәктәптә миҙал менән тамамлаған[2].

1986 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағас, Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығында Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге вице-президенты һәм президенты, иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрының 1-се урынбаҫары, 2007 йылдан 2012 йылға тиклем Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры, 2012 йылдың майынан 2013 йылдың июненә тиклем Рәсәй Президенты ярҙамсыһы булып эшләй[3]. 1985 йылдан КПСС ағзаһы[4].

2013 йылдын 24 июненән — Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе.

«Банк системаһы үҫешенә һәм нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн» Рәсәй Президенты указы менән 2018 йылдың октябрендә Эльвира Нәбиуллина Почёт ордены менән бүләкләнде[5][6].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Forbes» версияһы буйынса Эльвира Нәбиуллина донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә ингән һәм рейтингта 49-сы баҫҡысты биләй. Үткән йылдың ноябрендә лә ул «Forbes» рейтингында — 49-сы, ә 2016 йылда 56-сы урынды алған булған[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
  • Почёт ордены (2018)[8]
  • Дуҫлыҡ ордены (2011)
  • I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2006)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2002)[9]
  • Күсеү дәүере иҡтисады институты 2003 йылда биргән Александр II премияһы лауреаты[10] (ныне — Институт экономической политики имени Е. Т. Гайдара).
  • «Ирекле директорҙар институтын үҫтереүгә индергән өлөш» номинацияһында «Йыл директоры» V Милли премия еңеүсеһе (2010)[11].
  1. Yale University President Levin Announces Selection of 2007 Yale World Fellows
  2. Владимир Путин яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллинаны Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе вазифаһына тәҡдим итте(недоступная ссылка)
  3. Биография Э. С. Набиуллиной на РГ
  4. Pismennaya, E. Nabiullina Recites Verlaine as Regulator. — Bloomberg Business, 12 июня 2013 года. (инг.)
  5. Банк системаһын нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Эльвира Нәбиуллина Почёт ордены менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 16 октябрь (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
  6. Официальный интернет-портал правовой информации. Государственная система правовой информации. Указ Президента Российской Федерации от 11.10.2018 № 574 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
  7. Өфө ҡыҙы донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл 5 декабрь (Тикшерелеү көнө: 5 декабрь 2018)
  8. Указ Президента Российской Федерации от 11 октября 2018 года № 574 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  9. Указ Президента Российской Федерации от 17 октября 2002 года № 1196 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Дата обращения: 21 апрель 2010. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 3 ноябрь архивланған.
  10. Биография Эльвиры Набиуллиной на РИА «Новости», 12 марта 2013 года.
  11. Объявлены имена победителей Национальной премии «Директор года» 2010 2015 йыл 31 июль архивланған. // 01.12.2010