Саттарова Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы
Саттарова Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 июль 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны | Түбәнге Төкөн ауылы, Ҡамышлы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Саттарова Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы (28 июль 1958 йыл) — журналистика ветераны, 2007—2017 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының «Кармаскалинская новь» гәзите мөхәррире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы Саттарова (ҡыҙ фамилияһы Бикҡужина) 1958 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Түбәнге Төкөн ауылында тыуған.
1975 йылда үҙ ауылында урта белем алғандан һуң, Өфөләге полиграфистарҙың 1-се ҡала һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм уны 1976 йылда отличие менән тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Ҡырмыҫҡалы ауылындағы халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатының үҙәк фотосалонында фотограф булып башлай.
1976 йылдың ноябрендә КПСС-тың район комитеты тәҡдиме менән район гәзите редакцияһына фотограф итеп күсерелә.
Төп хеҙмәтенән айырылмай, 1978—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегендә юғары белем ала. 1978 йылда, район ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе булып, СССР Журналистар союзына ағза итеп ҡабул ителә.
1980 йылдың майында район гәзите хәбәрсеһеһе вазифаһына күсерелә, ә 1983 йылдың майында редакцияның хаттар бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1986 йылдың февралендә яуаплы секретарь урынбаҫары итеп үрләтелә.
2007 йылда «Хеҙмәт даны» район гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 2017 йылғаса эшләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1999—2003 йылдарҙа урындағы Совет депутаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012).
- Ҡырмыҫҡалы район Советының Рәхмәт хаты (2017).
- «Республика Башкортостан» Матбуғат йорто дәүләт унитар предприятиеһының Рәхмәт хаты (2017).
- Ҡырмыҫҡалы район Советының Почёт грамотаһы (2003, 2008, 2013).
- Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының Почёт грамотаһы (2008, 2013)
- Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Почёт грамотаһы (2008).
- Рәсәй Федерацияһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаты (2005).
- Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (1980).