Эстәлеккә күсергә

Элькано Хуан Себастьян

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Элькано, Хуан Себастьян битенән йүнәлтелде)
Элькано Хуан Себастьян
исп. Juan Sebastián Elcano
Тыуған көнө

1486 или 1487[1]

Вафат булған көнө

4 август 1526({{padleft:1526|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3][1]

Ил

Испания

Автограф

 Элькано Хуан Себастьян Викимилектә

Хуан Себастьян дель Кано (тыуғандағы фамилияһы Элькано; исп. Juan Sebastián del Cano (Elcano), баск. Juan Sebastián del Cano (Elcano); яҡынса 1476, Гетариа, Басктар иле, Гипускоа провинцияһы, Кастилия короллеге, хәҙер Испания — 1526 йылдың 4 авгусында, Тымыҡ океан) испан диңгеҙсеһе, Фернан Магеллан экспедицияһында ҡатнашып, Испанияға иҫән ҡалған биш судноның береһендә әйләнеп ҡайта һәм беренсе булып ер шарын урап сыҡҡан 18 кешенең береһе.

Тыуған ҡалаһы Гетариала Элькано һәйкәле

Баск ғаиләһендә тыуған. Уның өс ағаһы була. Йәш сағында ялланып эшләй һәм Италияла һуғыша. Аҡса эшләп, Севильяла төпләнә, сауҙа судноһы капитаны була. 1510 йылда Элькано Триполиҙы ҡамауҙа ҡатнаша. Испан ҡаҙнасылығы экипаж менән иҫәпләү өсөн аҡса түләүҙән баш тартҡас, Эльканоға Савой сауҙагәрҙәренән бурысҡа аҡса алып тора. Аҙаҡ кредиторҙар бурысты түләтеүҙе талап итә башлай, һәм Элькано үҙенең карабын һатырға мәжбүр була, ул ваҡытта был енәйәт тип һанала. Судтан йәшеренеп, Элькано Севильяға ҡаса, унда Ибаролла Фернан Магеллан флотилияһына урынлашырға ярҙам итә. Имтихандарҙы тапшырып, Элькано Магеллан экспедицияһы карабына ҡойроҡ тотоусы итеп тәғәйенләнә.[4]

1520 йылдың апрелендә Атлантик һәм Тымыҡ океандар араһында боғаҙ эҙләп йөрөгәндә, боғаҙ табыуҙан өмөттәрен өҙөп, караптарҙы кире яҡҡа борорға йыйынған Магеллан офицерҙарының фетнәһендә ҡатнаша. Фетнә ваҡытында «Сан-Антонио» галеонына командалыҡ итә. Шуға ҡарамаҫтан, башҡа фетнәселәр кеүек үк, үлемдән ҡотолоп ҡала. Тик Картахен капитаны һәм рухани үлтерелә.

Фернан Магеллан һәм Хуан Себастьян Эльканоның беренсе булып донъя тирәләй сәйәхәте картаһы

Мактан янындағы алышта Магеллан һәләк булғандан һуң экспедицияны етәкләй һәм уны, 1522 йылдың 8 сентябрендә «Виктория» карабын Көньяҡ-Көнсығыш Азияға — Испанияға алып килеп, тамамлай, .

Эльканоның кире юлы хәүефле була, сөнки португалдар менән осрашыуҙан ҡасып, ул Һинд океанының көньяҡ һыуҙары аша һәм Африка тирәләй бара,әммә ярға яҡынлашмай. Экипаждың бер өлөшө капитандан португал тажы — Мозамбикка барыуҙы һәм португалдар ҡулына бирелеүҙе талап итһә лә, күпселек моряктар һәм капитан Элькано үҙе Испанияға барып етергә тырыша. «Виктория» Изге Өмөт моронон ҡыйынлыҡ менән урап үтә һәм ике ай буйы, бер ерҙә лә туҡтамайынса Африка яры буйлап төньяҡ-көнбайышҡа табан бара.

1522 йылдың 18 мартында Элькано Амстердам утрауын аса, әммә уға бер ниндәй ҙә исем бирмәй. «Виктория» командаһының тағы ла 17 кешеһе Испанияға ҡайтып етә (һуңыраҡ португалдар тарафынан Йәшел морон утрауҙарында тотҡонлоҡта булған моряктар һәм Тринидад карабы командаһынан 4 кеше ҡайта). Тәмләткестәр утрауҙарынан һуң көнбайышҡа табан юлын дауам итергә иҫәп тотмаған Магелландан айырмалы рәүештә, Элькано аңлы рәүештә донъяны урап ҡайтыу маршрутын һайлай.

Хуан Себастьян Элькано гербы

Был экспедиция өсөн император Карл V Эльканоға шәхси герб бирә, (унда Primus circumdedisti me, лат. Һин беренсе булып мине урап сыҡтыһың, тип яҙылған була) һәм йыл һайын түләнә торған пенсия тәғәйенләй.[5][6] Бынан һуң уның исеме дель Кано булып китә. Уның хикәйәләре нигеҙендә император секретары Максимилиан Трансильван сәйәхәт тураһында Европала ҙур билдәлелек алған отчет төҙөй.

Элькано караптарҙың береһенең капитаны сифатында Гарсиа Хофре де Лоайс экспедицияһында ҡатнаша, экспедиция Магеллан һалған юл буйлап Тәмләткестәр утрауына юллана. Сәйәхәт бик ауыр була, һәм караптарҙағы моряктар күпләп ҡырыла. 1526 йылдың 30 июлендә Лоайс вафат була, үҙенең урынына ул Эльканоны тәғәйенләй, ләкин Элькано ла ул ваҡытта ул бик ныҡ сирләй. 6 августа уның ярҙамсыһы Андуан Урданет үҙ журналында түбәндәгеләрҙе яҙа: «Батыр йөрәкле сеньор Хуан Себастьян вафат булды». Шул уҡ көндө мәрхүм диңгеҙҙә ерләнә. Яңы командир, Торивьо Алонсо Саласар, ике аҙнанан һуң ерҙе (Маршалл утрауҙарының береһен) күрә.

Диңгеҙсенең тыуған илендә, Гетарияла, Элькано тураһында хәтер таш плита менән мәңгеләштерелә, унда былай тип яҙылған: «… Ҡыйыу капитан, Гетарияның затлы һәм тоғро ҡалаһы кешеһе — Хуан Себастьян дель Кано „Виктория“ карабында беренсе булып ер шарын урап ҡайта. Герой иҫтәлегенә 1661 йылда Калатрава ордены кавалеры донедро де Этаве-и-Ази был плитаны ҡуйҙы. Тәүгеләрҙән булып ер шары тирәләй сәйәхәт иткән кешенең йәнен тынысландырыу өсөн доға ҡылығыҙ».

Эльканоның никахтан тыш Мария Эрнандес Дерниальденан тыуған улы Доминго була.

  1. 1,0 1,1 Королевская академия истории — 1738.
  2. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. Juan Sebastián Elcano // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Хуан Себастьян Элькано. www.vokrugsveta.com. Дата обращения: 6 сентябрь 2017. Архивировано 8 декабрь 2016 года.
  5. Kurlansky, Mark. The Basque History of the World. 1999. Walker & Company, New York. ISBN 0-8027-1349-1, p. 63
  6. Joyner, Tim. Magellan. 1992. International Marine Publishing, Camden, Maine, USA. ISBN 0-87742-263-X.