Эстәлеккә күсергә

Энтони Хопкинс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Энтони Хопкинс
ингл. Anthony Hopkins
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
 Бөйөк Британия
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Philip Anthony Hopkins
Тыуған көнө 31 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][4][5][…] (88 йәш)
Тыуған урыны Порт-Толбот[d], Уэльс[6]
Хәләл ефете Stella Arroyave[d][7]
Балалары Эбигейл Хопкинс[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, композитор, театр актёры, кино актёры, телевидение актёры, актёр, рәссам, яҙыусы, режиссёр, продюсер, кинокомпозитор, киносценарист
Эшмәкәрлек төрө актёр[d]
Уҡыу йорто Королевская академия драматического искусства[d][8]
Royal Welsh College of Music & Drama[d]
West Monmouth School[d]
Cowbridge Grammar School[d]
Кемдә уҡыған Бёртон Ричард (актёр)
Префикс титула сэр[d][9]
Әүҙемлек урыны Америка Ҡушма Штаттары[10]
Йәшәү рәүеше вегетарианлыҡ[d][11] һәм трезвенничество[d][11]
Сәләмәтлек торошо синдром Аспергера[d][12] һәм Дислексия[d]
Хәрби звание бомбардир[d]
Фильмография Anthony Hopkins filmography[d]
Жанр фильм-драма[d], фильм ужасов[d], криминальный фильм[d], фильм-триллер[d], психологический фильм ужасов[d], фэнтезийный фильм[d], хәрби фильм[d], фильм-тайна[d], спортивный фильм[d], приключенческий фильм[d], психологический фильм-триллер[d], боевик[d], научно-фантастический фильм[d], исторический драматический фильм[d], комедийный фильм[d], романтический фильм[d] һәм научно-фантастический фильм ужасов[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

премия «Доностия»[d] (1998)

BAFTA Academy Fellowship Award[d] (2008)

премия «Оскар» за лучшую мужскую роль

премия Сесиля Б. Де Милля[d] (2006)

Премия «Давид ди Донателло» лучшему иностранному актёру[d] (1994)

премия Лондонского кружка кинокритиков лучшему актёру года[d] (1993)

Kansas City Film Critics Circle Award for Best Actor[d] (1993)

премия BAFTA лучшему актёру[d] (1973)

премия Национального совета кинокритиков США за лучшую мужскую роль[d] (1993)

New York Film Critics Circle Award for Best Actor[d] (1991)

премия Национального совета кинокритиков США за лучшую мужскую роль второго плана[d] (1991)

Премия «Сатурн» лучшему киноактёру[d] (1991)

Премия Ассоциации кинокритиков Чикаго за лучшую мужскую роль[d] (1991)

премия BAFTA за лучшую мужскую роль[d] (1991)

премия Ассоциации кинокритиков Лос-Анджелеса за лучшую мужскую роль[d] (1993)

Премия «Выбор критиков» за лучшую мужскую роль второго плана[d] (1997)

премия Бостонского общества кинокритиков за лучшую мужскую роль второго плана[d] (1991)

Southeastern Film Critics Association Award for Best Actor[d] (1993)

Dallas-Fort Worth Film Critics Association Award for Best Actor[d] (1991)

премия «Драма Деск» за лучшую мужскую роль в пьесе[d] (1975)

рыцарь-бакалавр Алтын глобус

премия «Эмми» за лучшую мужскую роль в мини-сериале или фильме[d] (1981)

премия «Оскар» за лучшую мужскую роль

Звезда на голливудской «Аллее славы»[d] (2003)

премия Европейской киноакадемии лучшему актёру[d] (2021)

орден Искусств и литературы

Оскар (1992)

Прайм-тайм премия «Эмми»[d] (1976)

Сатурн[d]

командор ордена Британской империи
Бейеклеге/буйы 174 сантиметр
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][13]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 023 756
 Энтони Хопкинс Викимилектә

Сэр Филип Энтони Хопкинс (ингл. Philip Anthony Hopkins; тыуған: 31 декабрь, 1937, Порт-Толбот, Уэльс, Бөйөк Британия) — Бөйөк Британия һәм Американың театр һәм кино актеры, режиссер, композитор. Кинематография образы буйынса «Бәрәстәрҙең өндөшмәүе», «Ганнибал» һәм «Ҡыҙыл аждаһа» фильмдарындағы танылған кеше үлтереүсе-каннибал доктор Ганнибал Лектер образын тыуҙырыусы.

Хопкинстың билдәле актерлыҡ эштәре араһында «Ҡышҡы арыҫлан», «Тылсым», «Кеше-фил», «Брэм Стокер дракулаһы», «Көндөң ҡалған өлөшө», «Күләгәләр иле», «Көҙ риүәйәттәре», «Никсон», «Амистад», «Зорро битлеге», «Таныш булығыҙ, Джо Блэк», «Ной», «Иң етеҙ „Индиан“» кеүек һәм башҡа фильмдар бар.

2000 йылда Америка гражданлығын алып, АҠШ-та йәшәй. 2003 йылда Голливудтың Дан аллеяһына Энтони Хопкинстың йондоҙо ҡуйыла, 2008 йылдан Британия кино һәм телевидение сәнғәте академияһы ағзаһы.

«Оскар», ике «Эмми» һәм дүрт BAFTA премиялары лауреаты.

Энтони Хопкинс Уэльстың көньяғында Порт-Толботтан алыҫ булмаған Маргам биҫтәһендә Ричард Артур Хопкинс (Richard Arthur Hopkins) һәм уның ҡатыны Мюриэл Энндең (Muriel Anne) валлий ғаиләһендә тыуа.

1949 йылда ата-әсәһенең талабы буйынса ул Понтипулдағы Jones' West Monmouth Boys' School мәктәбенә уҡырға инә. Биш семестр уҡығандан һуң Хопкинс күсеп Cowbridge Grammar School (Вейл-оф-Гламорган, көньяҡ Уэльс) мәктәбенә күсә. Малай дислексия сиренән яфалана һәм ғәҙәти мәктәптә уҡый алмай[14]. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, йәш Энтони мәктәптә белем алыуға ҡарағанда үҙен сәнғәткә, атап әйткәндә, һынлы сәнғәткә йәки фортепианола уйнауға өйрәнеүгә арнарға теләй.

Актер һөнәрен һайлауҙа 15 йәшендә 1960 йылдарҙа Голливуд йондоҙо булған Ричард Бёртон менән осрашыу Хопкинс яҙмышына хәл иткес йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә Энтони Хопкинс документтарын Кардиффтағы Уэльс король музыка һәм драма колледжына тапшыра, уны 1957 йылда тамамлай. Ике йыл армияла хеҙмәт иткәндән һуң, 1959 йылда ул Лондонға күсенә һәм уҡыуын Король драма сәнғәте академияһында дауам итә.

1965 йылда Энтони Хопкинс бер ни тиклем ваҡыт театрҙа эшләй, шунан Лоренс Оливьеның саҡырыуы буйынса Король милли театры труппаһына күсә. Хопкинс Оливьеның дублеры була, Август Стриндбергтың «Үлем бейеүе» спектакле барышында Оливье аппендицит менән дауаханаға оҙатыла, уның роленә Хопкинсты ҡуялар. 1970 йыл аҙағынаса театр труппаһы ағзаһы була. Артабан ул АҠШ-ҡа күсенә һәм кино, телевидениела төшә башлай.

1968 йылда Джеймс Голдмендың шул исемдәге пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡышҡы арыҫлан» фильмындағы роле кинолағы тәүге ҙур эше була, унда Хопкинс «Арыҫлан йөрәкле» Ричардты уйнай.

Джон Шлезингерҙың «Ғәйепһеҙ» фильмын төшөргөн мәлдә Изабелла Росселлини менән, Берлин, «Темпельхоф» аэропорт, 7 май, 1992

1970—1980 йылдарҙа башлыса телефильмдарҙа төшә. 1972 йылда "Һуғыш һәм солох"тоң инглиз телеверсияһында Пьер Безуховты уйнай, «Иң яҡшы актер» категорияһында BAFTA-ның бүләгенә лайыҡ була (тағы ла ике бүләге: «Бәрәстәрҙең өндәшмаүе» һәм «Күләгә илендә» фильмдары өсөн).

Энтони Хопкинс — ике тапҡыр «Эмми» лауреаты: Бруно Гауптмандың биографик роле («Линдбергты урлау тураһындағы эш», 1976) һәм Гитлер роле өсөн («Бункер», 1981).

1992 йылда "Бәрәстәрҙең өндөшмәүе"ндә маньяк-үлтереүсе Ганнибал Лектер роле өсөн «Оскар»ға лайыҡ була. Ике йылдан һуң «Көн аҙағы» мелодрамаһындағы идеаль британ дворецкийы Стивенс роле өсөн ошо уҡ премияға тәҡдим ителә.

Ҙур ҡаҙаныштары өсөн махсус бүләктәргә лайыҡ була — «Алтын глобус» («Сесиль Б. Милль премияһы», 2006) һәм BAFTA («Британия» премияһы, 1995; ингл. Fellowship Award, 2008).

Хопкинстың режиссерлыҡ эштәре — 1996 йылда «Август» (Антон Чеховтың «Ваня Ағай») әҫәре мотивтары буйынса, һәм 2007 йылда «Өйөрмә» фильмдары.

1987 йылда Хопкинс королева Елизаветанан Британия империяһы ордены Командоры исемен ала, ә 1993 йылда уға үҙ исеме алдынан «сэр» атамаһын ҡулланыу хоҡуғын биргән рыцарь-бакалавр титулы бирелә. Шулай итеп, Хопкинстың сәнғәттәге ғәйәт ҙур ҡаҙаныштары һәм бөтә донъяға Бөйөк Британияны популярлаштырыуы юғары баһаға лайыҡ була..

Музыкаль әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хопкинс — оркестр менән фортепиано һәм скрипка өсөн бер нисә әҫәр авторы. Хопкинстың And The Waltz Goes (Вальс дауам итә; нем. — Тормош дауам итә) вальсы Андре Рье башҡарыуында бик популяр булып китә[15].

Тәүге ҡатыны Петронелла Баркерҙан (1966 йылдан 1972 йылғаса рәсми никахта) ҡыҙы Эбигейл ( 1968 йылда тыуған) бар. Был никахын ул бик үк уңышлы тип иҫәпләмәй, шулай уҡ кеше алдында ҡыҙы тураһында ла һөйләп бармай[16].

1973 йылдан 2002 йылға тиклем Дженнифер Линтон менән никахта тора. Ул Хопкинстың администраторы һәм бухгалтеры була[17].

Әлеге ваҡытта Хопкинс өсөнсө тапҡыр сығышы менән Колумбиянан булған Стелла Аррояваға ( 1956 йылда тыуған) өйләнгән. Улар Лос-Анджелеста антикварҙар магазинында таныша һәм 2004 йылда өйләнешә. Стелла Хопкинстың автобиографик «Өйөрмә» фильмында сопродюсер һәм уның партнеры була[18].

Энтони Хопкинс 1975 йылдан Аноним алкоголиктар берләшмәһенең әүҙем ағзаһы булып тора һәм 45 йылдан ашыу алкоголде бөтөнләй ҡулланмай[19].

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1967 ф Блоха в её ухе A Flea in Her EarЭтьен Плашу
1967 ф Белый автобус The White Busэпизод
1968 ф Лев зимой The Lion in Winterпринц Ричард
1969 ф Зеркальная война The Looking Glass WarДжон Айвори
1969 ф Гамлет HamletКлавдий
1970 ф Дантон[en] DantonДантон
1971 ф Когда пробьёт восемь склянок When Eight Bells TollФилипп Калверт

Ҡалып:ВмтФильме

1972 ф Молодой Уинстон Young WinstonДэвид Ллойд Джордж
1973 ф Кукольный дом A Doll’s HouseТорвальд Хельмер
1974 ф Джаггернаут Juggernautсуперинтендант Джон Маклеод
1974 ф Девушка с Петровки Girl from PetrovcaКостя
1975 ф Все существа, большие и малые All Creatures Great and SmallЗигфрид
1976 тф Победа в Энтеббе Victory At EntebbeИцхак Рабин
1976 ф Дело о похищении Линдберга The Lindbergh Kidnapping CaseБруно Гауптман
1977 ф Чужая дочь Audrey RoseЭллиот Хувер
1977 ф Мост слишком далеко A Bridge Too Farподполковник Фрост
1978 ф Международный приз «Вельвет» International Velvetкапитан Джонни Джонсон
1978 тф Кин KeanЭдмунд Кин
1978 ф Магия MagicЧарльз «Весельчак» Уитерс
1980 ф Человек-слон The Elephant Manдоктор Фредерик Тривз
1980 ф Смена времён года A Change of SeasonsАдам Эванс
1981 тф Бункер The BunkerАдольф Гитлер
1981 тф Пётр и Павел Peter and PaulПавел из Тарса
1981 ф Отелло OthelloОтелло
1982 тф Горбун из Нотр-Дама The Hunchback of Notre DameКвазимодо
1984 ф Баунти The Bountyлейтенант Уильям Блай
1984 тф Триумфальная арка Arch of TriumphРавик
1985 ф Хороший отец Good Father, TheБилл Хупер
1985 тф Нечистая совесть Guilty ConscienceАртур Джеймсон
1985 тф Муссолини и я Mussolini and IГалеаццо Чиано

Ҡалып:ВмтФильме

1987 ф Черинг Кросс Роуд, 84 84 Charing Cross RoadФрэнк Доэл
1988 ф Заря Dawning, TheЭгнус Бэрри, он же Кассиус
1988 ф Хор неодобрения A Chorus of DisapprovalДавид Эп Льюилин
1988 тф Десятый человек The Tenth ManЖан Луи Шавель

Ҡалып:ВдФильме

1990 ф Часы отчаяния Desperate HoursТим Комелл
1991 ф Молчание ягнят The Silence of the LambsГаннибал Лектер
1991 ф Война одного человека One Man’s WarДжоэль
1991 ф Специалист по эффективности The Efficiency ExpertЭррол Уоллес
1992 ф Говардс Энд Howards EndГенри Уилкокс
1992 ф Дракула Брэма Стокера Bram Stoker`s Draculaпрофессор Абрахам Ван Хельсинг
1992 ф Корпорация «Бессмертие» FreejackЯн Маккэндлесс
1992 тф Лучшая To Be The BestДжек Фигг
1992 ф Чаплин ChaplinДжордж Хэйден
1993 ф Процесс The Trialсвященник
1993 ф Невинный The InnocentГласс
1993 ф Остаток дня The Remains of the DayДжеймс Стивенс
1993 ф Страна теней ShadowlandsКлайв Стейплз Льюис
1994 ф Легенды осени Legends of the Fallполковник Уильям Ладлоу
1995 ф Дорога на Веллвилл The Road to Wellvilleдоктор Джон Харви Келлог
1995 ф Никсон NixonРичард Никсон
1996 ф Август AugustИэн Дэвис
1996 ф Прожить жизнь с Пикассо Surviving PicassoПабло Пикассо
1997 ф На грани The EdgeЧарльз Морс
1997 ф Амистад AmistadДжон Куинси Адамс
1998 ф Маска Зорро The Mask of ZorroДиего де ла Вега
1998 ф Знакомьтесь, Джо Блэк Meet Joe BlackУильям Перриш
1998 ф Инстинкт Instinctдоктор Этан Пауэлл
1999 ф Титус TitusТит Андроник
2000 ф Миссия невыполнима 2 Mission: Impossible 2Суонбэк
2000 ф Гринч — похититель Рождества How the Grinch Stole Christmasрассказчик
2001 ф Сердца в Атлантиде Hearts in AtlantisТед Бротиген
2001 ф Ганнибал HannibalГаннибал Лектер
2002 ф Плохая компания Bad Companyофицер Оукс
2002 ф Красный дракон Red DragonГаннибал Лектер
2003 ф Запятнанная репутация The Human StainКоулмен Силк
2004 ф Александр AlexanderПтолемей (в старости)
2005 ф Доказательство ProofРоберт
2005 ф Самый быстрый «Индиан» The World’s Fastest IndianБерт Монро
2005 ф Вся королевская рать All the King’s Menсудья Ирвин
2006 ф Бобби BobbiДжон Кейси
2007 ф Дьявол и Дэниел Уэбстер The Devil and Daniel WebsterДэниел Уэбстер
2007 ф Перелом FractureТед Кроуфорд
2007 ф Беовульф Beowulfкороль Хротгар
2007 ф Вихрь SlipstreamФеликс Бонхёффер
2009 ф Конечный пункт The City of Your Final DestinationАдам Гунд
2010 ф Человек-волк The WolfmanДжон Тэлбот
2011 ф Обряд The Riteотец Лукас Тревент
2011 ф Тор ThorОдин
2011 ф Ты встретишь таинственного незнакомца You Will Meet a Tall Dark StrangerАльфи Шебритч
2011 ф Калейдоскоп любви 360Джон
2012 ф Хичкок HitchkockАльфред Хичкок
2013 ф РЭД 2 RED 2Эдвард Бэйли
2013 ф Тор 2: Царство тьмы Thor: The Dark WorldОдин, Локи в образе Одина
2014 ф Ной NoahМафусаил
2014 ф Похищение Фредди Хайнекена Kidnapping Freddy HeinekenФредди Хайнекен
2015 ф Экстрасенсы SolaceДжон Клэнси
2015 ф Костюмер The Dresserсэр
2016н.в. с Мир Дикого запада Westworldдоктор Роберт Форд
2016 ф Хуже, чем ложь MisconductArthur Denning
2016 ф Идём со мной BlackwayЛестер
2017 ф Автобан AutobahnХаген Каль
2017 ф Трансформеры: Последний рыцарь Transformers: The Last Knightсэр Эдмунд Бёртон
2017 ф Тор: Рагнарёк Thor: RagnarokОдин, Локи в образе Одина
2018 тф Король Лир King LearКороль Лир
2019 ф Два Папы The Two PopesПапа Бенедикт XVI
2020 ф Отец The FatherЭнтони
  • 1987 — Британия империяһы ордены Командоры (СВЕ)
  • 1993 — Рыцарь-бакалавр
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #119115263 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #119115263 // Anthony Hopkins (нем.) — 2012—2016.
  4. Sir Anthony Hopkins // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Anthony Hopkins // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Anthony Hopkins // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. https://www.dailymail.co.uk/tvshowbiz/article-2378309/Sir-Anthony-Hopkins-wife-Stella-Arroyave-helped-wild-ways--cost.html
  8. Anthony Hopkins (ингл.)Royal Academy of Dramatic Art.
  9. http://www.bbc.co.uk/wales/arts/sites/film/pages/actors-anthony-hopkins.shtml
  10. https://www.acmi.net.au/creators/76896 (ингл.)
  11. 1 2 https://www.dailymail.co.uk/home/moslive/article-1249988/Sir-Anthony-Hopkins-story-dissolute-lonely-useless-young-life-making-me.html
  12. http://www.desertsun.com/story/life/entertainment/people/brucefessierentertainment/2017/01/02/westworld-star-anthony-hopkins-explores-consciousness/96018744
  13. https://data.performing-arts.ch/a/eca56d86-5abb-4a98-99fc-9db28b1927da / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  14. Anthony Hopkins: My life in pictures (ингл.). «Daily Mail» (19 февраль 2010). — Факты биографии Энтони Хопкинса с фотографиями. Дата обращения: 29 март 2011. Архивировано 27 август 2011 года.
  15. André Rieu — And The Waltz Goes On (composed by: Anthony Hopkins)
  16. Кален, 2015, с. 24
  17. Кален, 2015, с. 8
  18. Кален, 2015, с. 9
  19. A dark and stormy knight. The Guardian (5 декабрь 1998). Дата обращения: 27 октябрь 2020.
  • Кален, Майкл Фини. Быть Энтони Хопкинсом. Биография бунтаря. М.: РИПОЛ классик, 2015. — 560 с. — ISBN 974-5-386-07848-5.
  • Callan M. F. Arise Sir Anthony Hopkins: The Biography. — John Blake, 2008. — 466 p. ISBN 978-1844545469. (инг.)
  • Callan M. F. Anthony Hopkins: A Three-Act Life. — Anova Books, 2005. — 256 p. ISBN 978-1861057617. (инг.)
  • Callan M. F. Anthony Hopkins: In Darkness and Light. — Trans-Atlantic Publications, 1995. — 361 p. ISBN 978-0330328890. (инг.)
  • Falk Q. Anthony Hopkins: The Biography. — Virgin Books, 2010. — 352 p. ISBN 978-0753509999. (инг.)
  • Falk Q. Anthony Hopkins: Too Good to Waste. — Virgin Books, 1990. — 210 p. ISBN 978-0352326638. (инг.)
  • Hopkins A., Havord B. Anthony Hopkins' Snowdonia. — Colin Baxter Photography Ltd; New edition edition, 1995. — 112 p. ISBN 978-0948661457. (инг.)
  • The Anthony Hopkins Handbook — Everything You Need to Know About Anthony Hopkins / V. Buss. — Emereo Pty Limited, 2011. — 362 p. ISBN 978-1742448503. (инг.)