Эпштейн Давид Аркадьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эпштейн Давид Аркадьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Белосток
Тыуған көнө 28 март (9 апрель) 1898[1]
Тыуған урыны Белосток, Гродно губернаһы[d], Литовское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 февраль 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим, химик, учитель средней школы, гимназии
Эшмәкәрлек төрө химия[2] һәм химическая технология[d][2]
Эш урыны Военная академия РХБЗ и инженерных войск[d]
Уҡыу йорто Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Эпштейн Давид Аркадьевич (Арье-Лейбович)[3] (18981985) — совет ғалимы һәм педагогы, методист-химик, техник фәндәр докторы (1942), профессор (1933), СССР ПФА академигы (1968, 1959 йылдан алып РСФСР-ҙың ПФА академигы).

Химик технология теоретик нигеҙҙәре, бәйләнгән азот химияһы һәм технологияһы өлкәһендәге күп эштәрҙең авторы, шулай уҡ халыҡ мәғарифы көнүҙәк проблемаларын әҙерләү, политехник белем биреү, уҡытыу теорияһы, химия уҡытыу методикаһы, шул иҫәптән монографиялар һәм дәреслектәр авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһының Белосток ҡалаһында (хәҙер Польша) 1898 йылдың 28 мартында (яңы стиль буйынса йылдың 9 апрелендә) тыуған. Әсәһе — Эпштейна Надежда Соломоновна (1875-1943).

1922 йылда Мәскәү юғары техник училищеһының (МВТ, хәҙер Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты) химия факультетын тамамлаған. Юғары уҡыу йортон тамамлап, педагогик эшмәкәрлеген 1920 йылда башлай, 1-се Мәскәү дәүләт университетының Покровский исемендәге эшселәр факультетында уҡытыусы булып эшләй. 1925-1927 йылдарҙа давид Эпштейн РСФСР Халыҡ мәғарифы комиссариатының һөнәри белем биреү Баш идаралығында идарасы булып эшләй. 1930 йылдың МВТУ-ла уҡыта, 1932 йылдан алып — Химик һаҡланыу хәрби академияһында (хәҙер РХБ һаҡланыу Хәрби академияһы) студенттар уҡыта.[4]

1951 йылдан РСФСР-ҙың педагогия фәндәре академияһы системаһында эшләй (1966 йылдан алып СССР педагогия фәндәре академияһы тип атала): в 1951-1959 йылдарҙа — уҡытыу методтары институты хеҙмәткәре; 1957 йылдан алып академия президиумы ағзаһы була; 1965-1966 йылдарҙа —производствоға уҡытыу ғилми-тикшеренеү институтында уҡыта, 1967 йылдан башлап — уҡытыу саралары һәм методтары ғилми-тикшеренеү институтында уҡыта; 1975 йылда фән нигеҙҙәрен уҡытыуҙың политехник белем биреү фән лабораторияһы мөдире булып эшләй.[4]

«Детская энциклопедия» һәм «Химия энциклопедияһы» редакция-нәшриәт советы ағзаһы була.

1985 йылдың 2 февралендә Мәскәүҙә вафат була. Академик Милица Васильевна Нечкинға өйләнгән була һәм ҡатыны менән йәнәш Новодевичье зыяратында ерләнгән.[5]

«Почёт Билдәһе» ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» һәм «1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» мизалдары менән бүләкләнгән. Рәсәй Дәүләт архивында Д. А. Эпштейнға ҡараған документтар барРГАЛИ документтар бар.[6]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Российская педагогическая энциклопедия: В 2 тт. / Гл. ред. В. В. Давыдов. — М.: «Большая Российская энциклопедия», Т. 2, 1999, с. 623.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]