Эрзя теле көнө
Эрзя теле көнө (эрзя Эрзянь Келень Чи[1]) — эрзәндәрҙең хәҙерге тормошондағы байрамы. 1993 йылда А. П. Рябов исемендәге Эрзя телен ҡотҡарыу фонды (Саранск) тарафынан булдырылған. Тәүге эрзя профессоры Анатолий Павлович Рябовтың тыуған көнөндә — 16 апрелдә байрам ителә[2].
Хәҙерге ваҡытта дәүләт теле эрзя, мокша һәм урыҫ телдәре булған Мордовиянан башҡа, эрзәндәр күпләп йәшәгән урындарҙа ла Эрзя теле көнөн уҙғаралар: Түбәнге Новгород, Һамар, Мәскәү, Силәбе, Мурманск өлкәләре һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында. Шулай Эрзя телен көнөн байрам итеү традицияға әүерелгән: Эстония[3][4] («Сятко» эрзя йәмғиәте[5]), Финляндия. «Эрзянь вайгель» («Эрзя тауышы») төбәк йәмәғәт ойошмаһы Мәскәүҙә сараларҙың ойоштороусыһы булып тора[6][7]. Санкт-Петербургта Эрзя теле көнөн Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә «Эле» эрзян кешеләре берекмәһе ойоштора[8]
Байрам итеүҙең рәсми программаһы аныҡ билдәләнмәгән, һәм ғәҙәттә мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында асыҡ дәрестәр булараҡ уҙғарыла, билдәле яҙыусылар, шағирҙар, ижади шәхестәр менән осрашыуҙар була, концерттар ойошторола. Барлыҡ сараларҙың маҡсаты бер — эрзя телен һәм әҙәбиәте, һәм башҡа милли ҡаҙаныштар менән таныштырыу.
Уҙғарыу залында Анатолий Павлович Рябовтың портретын мотлаҡ рәүештә урынлаштыралар, эряз телендә яҙыуҙар яһайҙар, сәскәләр һәм милли флагтар менән биҙәйҙәр.
Байрамдың рәсми өлөшө «Тюштя» йыры менән башлана. Ғәҙәттә Саранскта был йырҙы «Торама» ир-егеттәр ансамбле башҡара[1]. Һуңынан нәҫел шәме — штатол тоҡандырыла. Шәмде яғыу хоҡуғы арҙаҡлы һәм билдәле кешегә бирелә, артабан Эрзя аҡһаҡалдары советы президиумына (эрзя Эрзянь атянь эзем) кандидаттар йыйыла.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 finugor.ru. День эрзянского языка эрзяне отпраздновали без официальной «мордвы» 2017 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ finugor.ru. 16 апреля отмечается День эрзянского языка — Эрзянь келень чи 2019 йылдың 14 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ FOTKI. День эрзянского языка (Мордовия) Объединение финно-угорских народов. Erzyan Language Day. Erza keele peäev. (рус.), (инг.), (эст.)
- ↑ MariUver// День эрзянского языка — десять лет в Эстонии 2011 йылдың 20 май көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Stolitsa.ee. В Эстонии отметят День эрзянского языка 2019 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Центр Льва Гумилёва. В Москве провели День эрзянского языка (рус.)
- ↑ ГБУК г. Москвы ЦУНБ им. Н. А. Некрасова. День эрзянского языка 2017 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ «Erzäks.ru» //Тердема Эрзянь келень Чинтень Петра ошовҠалып:Ref-myv
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чамзинский район. Официальный сайт. //День эрзянского языка 2019 йылдың 28 май көнөндә архивланған. (рус.)
- Сельское поселение Балыклыкульский сельсовет. // Эрзянь келень чи — День эрзянского языка. 2019 йылдың 21 март көнөндә архивланған. (рус.)
- Администрация Бессоновского района // День эрзянского языка в Пазелской школе. 2019 йылдың 21 март көнөндә архивланған. (рус.)
- МБОУ "ЛОБАСКИНСКАЯ СРЕДНЯЯ ШКОЛА // Фотогалерея(недоступная ссылка) (рус.)
- Региональная мордовская национально-культурная автономия Пензенской области. //В селе Пазелки прошел День эрзянского языка (рус.)
- АДМИНИСТРАЦИЯ БОЛЬШЕБОЛДИНСКОГО РАЙОНА // В Большеболдинском районе провели День эрзянского языка 2019 йылдың 21 март көнөндә архивланған. (рус.)
- Эрзянь мастор. //ДЕНЬ ЭРЗЯНСКОГО ЯЗЫКА В ПИКШЕНИ 2020 йылдың 13 август көнөндә архивланған. (рус.)
- ИА «Башинформ». // В селе Федоровка отметили День эрзянского языка (рус.)
- Kультурная столица финно-угорского мира 2015. // Эрзянский ансамбль «Пизёлне» посетил финно-угорскую культурную столицу 2017 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған. (рус.)