Эстәлеккә күсергә

Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эрнст Мирсаяфович Юлбарисов битенән йүнәлтелде)
Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы
Тыуған көнө 22 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (22 ғинуар 1939 йыл) — ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).

Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов 1939 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуған. Үҙ районындағы мәктәпте уурта белем алғас, Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә һәм уны 1962 йылда тамамлай.

1962—1965 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть етештереү идаралығында геолог булып эшләй.

1974—1978 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһендә төркөм етәксеһе, үҙәк ғилми-тикшереү лабораторияһының бүлек етәксеһе, өлкән геолог була.

1978—1980 йылдарҙа Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министрлығында баш инженер-консультант булып эшләй.

1980—1986 йылдарҙа Башҡортостан нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының микробиология секторы мөдире.

1986—1988 йылдарҙа нефть сығарыуҙы микробиология методтары менән арттырыу лабораторияһы мөдире.

1988—1992 йылдарҙа НПО «Союзнефтеотдача» ойошмаһының нефть ҡатламдарының нефть биреүен биотехнология ысулы менән арттырыу бүлеге мөдире.

1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары.

Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов нефть ятҡылыҡтарынан нефть алыуҙы арттырыуҙа микробиология методтарын һынау һәм уны эшкә индереүҙе теоретик нигеҙләү йүнәлешен өйрәнеүсе ғалим-геолог. 2002—2007 йылдарҙа ул Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта.

2019 йылда ул төҙөгән «Урыҫса-башҡортса геология терминдары һүҙлеге» донъя күрә.

  • Нетрадиционные источники получения углеводородов. М., 1991 (соавт)
  • Биогеотехнология бурения, увеличения нефтеотдачи и защиты окружающей среды. Минск, 1998 (соавт.
  • Геологические основы микробиологического метода повышения нефтеотдачи пласта с высоковязкой нефтью (на примере Арланского месторождения). Уфа, 2002.