Эршег
Эршег | |
---|---|
венг. Őrségi Nemzeti Park | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 440 |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 2002 йыл |
Урынлашыуы | |
46°50′20″ с. ш. 16°25′16″ в. д.HGЯO | |
onp.nemzetipark.gov.hu | |
Эршег Викимилектә |
Э́ршег (мадьярса Őrségi Nemzeti Park) — Венгрияның көнбайыш өлөшөндә, Көнбайыш Дунай аръяғы крайында Ваш медьеһы биләмәләрендә урынлашҡан милли парк.
Парктың майҙаны — 44 000 гектар. Эршег паркы — Венгрияның иң йәш милли паркы булып тора, ул 2002 йылда ниеҙләнгән.
Парк Венгрияның иң көнбайыш районында урынлашҡан. Милли парктың территорияһы Раба йылғаһынан көньяҡҡа табан һуҙылған, һәм Австрия һәм Словения менән дәүләт сигенә барып етә.
Милли парк эргәһендәге иң ҙур ҡалалар — Кёрменд һәм Сентготтхард.
Милли парк Эршег тарихи өлкәһенең исеме менән аталған. Сик буйында урынлашҡан Эршег (мадьярса Őrség — гвардия, һаҡсылар) тарихи районында электән сикте һаҡлаусылар йәшәгән.
Милли парк территорияһының 60 %-н тәбиғи хәлендәге, башлыса ылыҫлы урмандар биләй. Эршег урмандарында ҡырағай хайуандарының ҙур ғына популяцияһы һаҡланып ҡалынған. Парк күлдәре үтә күренмәле саф һыуҙары менән билдәле. Эршегта Зала һәм Керка йылғаларының, шулай уҡ Раба йылғаһының бихисап ҡушылдыҡтарының инеше урынлашҡан. Милли парктың бөтөн килеш ҡалған тәбиғәт экологияһын ҡурсалауға ҙур иғтибар бүленә.
Милли парк территорияһында урынлашҡан 18 ауылда элекке Эршегта йәшәгән һаҡсы-күскенселәр өсөн хас булған традициялар һаҡлана һәм тергеҙелә. Төбәк халҡы тик үҙенә генә иҫәп тота алған һәм үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин иткән, бында төрлө һөнәрҙәр үҫешкән — ағас һауыт-һаба, инструменттар, йорт йыһаздары яһағандар, кәрзин үргәндәр, шулай уҡ умартасылыҡ, бәшмәк йыйыу һәм киптереү, бигерәктә көршәк эшләү үҫешкән була.
Эрисентпетер һәм Велемер ауылдарында боронғо готик сиркәүҙәр һаҡланған. Велемерҙағы католик сиркәүенең стеналарының биҙәктәре 1378 йылда эшләнгән тип фаразлана.
13 майҙан 16 майға тиклем Эршегта Сәскә атыу көндәре фольклор байрамы уҙғарыла, уның барышында фольклор коллективтары сығыш яһай һәм ҙур сәскә баҙарҙары үткәрелә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальная страница парка (венг.)