Эстонияның административ бүленеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Хәҙерге ваҡытта Эстония Республикаһы 15 маакондтан (өйәҙҙән; эст. maakond) тора, өйәҙ башы старейшина (аҡһаҡал); эст. maavanem тип атала. Өйәҙҙәр ике төрлө муниципалитеттарға бүленә: ҡалалар (linn) һәм ҡасабалар (vald).

Тағы бер административ берәмеге — ҡасаба волосы (alevvald) — 2017 йылғы реформа һөҙөмтәһендә ғәмәлдән сығарылды. Ҡасаба волосы составына бер генә ҡасаба инә. Реформа үткәрелгәнгәсә, Эстонияла 6 ҡасаба волосы бар ине: Аэгвийду, Ярваканди, Кохтла-Нымме, Лавассааре, Тоотси һәм Вяндра.

Әлеге ваҡытта Эстония 213 муниципалитеттан ғибәрәт.

ХийумааЛяэнемааСааремааХарьюмааЛяэне-ВирумааИда-ВирумааРапламааПярнумааЯрвамааВильяндимааЙыгевамааТартумааВалгамааПылвамааВырумаа
(При нажатии на изображение (название) какого-либо уезда, будет осуществлён переход на соответствующую статью.)

Административ берәмек исемдәре хаҡында мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маакондтарҙың ҡыҫҡа исемдәре административ үҙәк йәки тарихи өлкәнең исеменә maa (башҡ. ер, ил) һүҙен ҡушыуҙан барлыҡҡа килә. Шул уҡ өйәҙҙең "оҙон" (тулы) исемен яһар өсөн, был тамырҙы алып ташлап, янында maakond (башҡ. өйәҙ) һүҙен өҫтәргә кәрәк.

Башҡортса исеме Эстонса тулы исеме Халыҡ һаны (2006),
мең кеше
Территория,
мең км²
Халыҡ тығыҙлығы,
кеше/км²
Үҙәге
Валгамаа Valga maakond 34,7 2,044 17,0 Валга
Вильяндимаа Viljandi maakond 56,4 3,422 16,5 Вильянди
Вырумаа Võru maakond 38,5 2,305 16,7 Выру
Ида-Вирумаа Ida-Viru maakond 172,8 3,364 51,4 Йыхви
Йыгевамаа Jõgeva maakond 37,3 2,604 14,3 Йыгева
Ляэне-Вирумаа Lääne-Viru maakond 66,2 3,465 19,1 Раквере
Ляэнемаа Lääne maakond 27,9 2,383 11,7 Хаапсалу
Пылвамаа Põlva maakond 31,5 2,165 14,5 Пылва
Пярнумаа Pärnu maakond 89,0 4,807 18,5 Пярну
Рапламаа Rapla maakond 36,9 2,980 12,4 Рапла
Сааремаа Saare maakond 35,1 2,922 12,0 Курессааре
Тартумаа Tartu maakond 149,0 2,993 49,8 Тарту
Харьюмаа Harju maakond 521,3 4,333 120,3 Таллин
Хийумаа Hiiu maakond 10,2 1,023 10,0 Кярдла
Ярвамаа Järva maakond 38,0 2,623 14,5 Пайде

Урындағы власть органдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урындағы вәкәләт органдары — волость һәм ҡала йыйылыштары (эст. vallavolikogu, linnavolikogu), башҡарма власть органдары иһә волость һәм ҡала идаралары (эст. vallavalitsus, linnavalitsus) була.